Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһындағы төбәк-ара хеҙмәттәшлектең ХI форумы булды. Уның пленар ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан менән Ҡаҙағстан төбәктәре араһындағы хеҙмәттәшлек миҫалында ШОС киңлегендәге төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү” тигән доклад менән сығыш яһаны.
Углеводород өлкәһендәге яңылыҡтарға арналған сара Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев рәйеслегендә үтте. Унда нефть һәм газ тармағындағы заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереү мәсьәләләре тикшерелде. Форумда төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, төбәк башлыҡтары һәм ҙур бизнес вәкилдәре ҡатнашты.
Бындай юҫыҡтағы осрашыуҙар йыл һайын ойошторола. Әлегә тиклем ул былтыр ноябрҙә Екатеринбургта үткәйне.
***
Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Атырау өлкәһе акимы Баҡтыҡужа Измөхәмбәтов Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаевтың алдында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документ иҡтисадтың химия һәм нефть химияһы сәнәғәте, машиналар эшләү, транспорт һәм ауыл хужалығы кеүек тармаҡтарында үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙы күҙ уңында тота. Яҡтар етештереү-техник тәғәйенләнештәге әйберҙәр, көндәлек тауарҙар менән алмашыуҙы әүҙемләштерергә ниәтләй. Бынан тыш, килешеү төбәктәр араһындағы фәнни һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, шул иҫәптән берлектәге тикшеренеү проекттарын, белем биреү һәм йәштәр программаларын тормошҡа ашырыуға, мәҙәни алмашыуға, туризм һәм спорт өлкәһендә һөҙөмтәле бәйләнештәргә булышлыҡ итәсәк.
Әле Башҡортостандың Астана, Павлодар һәм Аҡтүбә өлкәләре менән хеҙмәттәшлеге әүҙем үҫә.