Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ еренең солтаны улар!
Үҙ еренең солтаны улар!
Заманында районыбыҙҙың баш­ҡорт ауылдары Юрматы олоҫоноң Тәтегәс түбәһенә ҡараған. Шулар­ҙың береһе – Оло (Иҫке) Сытырман – XVII быуатта барлыҡҡа килгән тип күҙаллана. Был ауылда 1713 йылда уҡ мәҙрәсә асылған. 1816 йылда Сытырмандан өс ғаилә Бала Сытырман ауылына нигеҙ һала.

...Ваҡыт тәгәрмәсе алға елә. Иле­беҙҙәге һәр ауыл кеүек үк, Иҫке Сытырман да тарих һынауҙарын байтаҡ кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, уның халҡы элеккеләй ғорур, берҙәм йә­шәй, тырышып эшләй, күмәкләп осрашып алырға ла ваҡыт таба.
Мәҫәлән, күптән түгел ойош­торол­ған сара, йәғни Солтанғоловтар нә­ҫеленең шәжәрә байрамы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Алдан урамдар таҙартылды, һәр кем йорт-ихатаһын йүнәтте. Солтан­ғоловтар өҫтәүенә үҙ иҫәбенә мәҙәниәт йортона косметик ремонт яһаны. Һөҙөм­тәлә былай ҙа ҡупшы, йыйнаҡ ауыл тағы ла йәшәреп киткәндәй, яңы һулыш алған­дай булды.
Үҙ еренең солтаны улар!Мәҙәниәт йортона йәше лә, ҡарты ла дәррәү йыйылды. Йәмле Ашҡаҙар буйын хәтерләткән сәхнәнән “Тамыр” телеканалы режиссеры Ләйсән Сол­танғолова балалар менән бергә Юрматы ырыуы тарихы ха­ҡын­да бәйән итте.
Фойела нәҫел оҫталарының ҡул эштәренән йәрминкә ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы айырыуса хөр­мәтле ағинәйе­беҙ Фирҙәүес Сол­­танғолова­ның ейәнсәре Наҙ­гөл Яйҡа­рова төшөргән ауыл күренештәре һоҡлан­дырҙы. Мортаза Солтанғоловтың ҡортсолоҡта ҡулла­ныу өсөн яһалған ағас әйберҙәре, нәҫеленә бәйле фото­һүрәттәре янынан да халыҡ өҙөлмәне.
Һәләттәргә бай быуындың иң ҡә­ҙерле ҡомартҡыһы – иҫке төрки телендә яҙылған шәжәрә – элекке мәктәп директоры Мос­тафа Сол­танғоловта һаҡлана. Уның улы Венер халыҡҡа төп тарихи мәғлүмәтте еткерҙе.
Үҙ еренең солтаны улар!Иҫке Сытырманда йәшәгән Сол­тан­ғолов­тарҙың һигеҙ ғаиләһе лә үҙ шәжәрәһе менән таныштырҙы, концерт күрһәтте. Юбилейҙарын билдә­ләгәндәр, яңы ғаилә ҡорғандар, яңы тыуған сабыйҙар өсөн ҡотлау һүҙ­ҙәре, изге теләктәр яңғыраны.
Мәктәптең 1974 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары остаздары Мос­тафа Солтанғоловҡа мәртәбәле юбилейы һәм ҡатыны Зәйтүнә апай менән 60 йыл бергә ғүмер и­теүҙәре айҡанлы үҙенсәлекле ҡотлау әҙер­ләгәйне. Нәҫелдең иң өлкән кешеһе Сәлимә Солтанғолованың баш­ҡорт халыҡ йыры “Сәлимәкәй”ҙе башҡа­рыуы ла ғәжәп үҙенсәлекле, тул­­­­ҡын­­­ландырғыс булды. Шуныһы ла иғти­барға лайыҡ: “Һылыуҡай” республика конкурсында төрлө йылдарҙа еңеү яулаған Ләйсән, Раушания һәм Зөлфиә лә тап ошо Солтан­ғолов­тарҙың ҡотло нәҫеленән бит.


Автор: Алһыу ТӘТЕГӘСОВА. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә