Заманында районыбыҙҙың башҡорт ауылдары Юрматы олоҫоноң Тәтегәс түбәһенә ҡараған. Шуларҙың береһе – Оло (Иҫке) Сытырман – XVII быуатта барлыҡҡа килгән тип күҙаллана. Был ауылда 1713 йылда уҡ мәҙрәсә асылған. 1816 йылда Сытырмандан өс ғаилә Бала Сытырман ауылына нигеҙ һала.
...Ваҡыт тәгәрмәсе алға елә. Илебеҙҙәге һәр ауыл кеүек үк, Иҫке Сытырман да тарих һынауҙарын байтаҡ кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, уның халҡы элеккеләй ғорур, берҙәм йәшәй, тырышып эшләй, күмәкләп осрашып алырға ла ваҡыт таба.
Мәҫәлән, күптән түгел ойошторолған сара, йәғни Солтанғоловтар нәҫеленең шәжәрә байрамы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Алдан урамдар таҙартылды, һәр кем йорт-ихатаһын йүнәтте. Солтанғоловтар өҫтәүенә үҙ иҫәбенә мәҙәниәт йортона косметик ремонт яһаны. Һөҙөмтәлә былай ҙа ҡупшы, йыйнаҡ ауыл тағы ла йәшәреп киткәндәй, яңы һулыш алғандай булды.
Мәҙәниәт йортона йәше лә, ҡарты ла дәррәү йыйылды. Йәмле Ашҡаҙар буйын хәтерләткән сәхнәнән “Тамыр” телеканалы режиссеры Ләйсән Солтанғолова балалар менән бергә Юрматы ырыуы тарихы хаҡында бәйән итте.
Фойела нәҫел оҫталарының ҡул эштәренән йәрминкә ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы айырыуса хөрмәтле ағинәйебеҙ Фирҙәүес Солтанғолованың ейәнсәре Наҙгөл Яйҡарова төшөргән ауыл күренештәре һоҡландырҙы. Мортаза Солтанғоловтың ҡортсолоҡта ҡулланыу өсөн яһалған ағас әйберҙәре, нәҫеленә бәйле фотоһүрәттәре янынан да халыҡ өҙөлмәне.
Һәләттәргә бай быуындың иң ҡәҙерле ҡомартҡыһы – иҫке төрки телендә яҙылған шәжәрә – элекке мәктәп директоры Мостафа Солтанғоловта һаҡлана. Уның улы Венер халыҡҡа төп тарихи мәғлүмәтте еткерҙе.
Иҫке Сытырманда йәшәгән Солтанғоловтарҙың һигеҙ ғаиләһе лә үҙ шәжәрәһе менән таныштырҙы, концерт күрһәтте. Юбилейҙарын билдәләгәндәр, яңы ғаилә ҡорғандар, яңы тыуған сабыйҙар өсөн ҡотлау һүҙҙәре, изге теләктәр яңғыраны.
Мәктәптең 1974 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары остаздары Мостафа Солтанғоловҡа мәртәбәле юбилейы һәм ҡатыны Зәйтүнә апай менән 60 йыл бергә ғүмер итеүҙәре айҡанлы үҙенсәлекле ҡотлау әҙерләгәйне. Нәҫелдең иң өлкән кешеһе Сәлимә Солтанғолованың башҡорт халыҡ йыры “Сәлимәкәй”ҙе башҡарыуы ла ғәжәп үҙенсәлекле, тулҡынландырғыс булды. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: “Һылыуҡай” республика конкурсында төрлө йылдарҙа еңеү яулаған Ләйсән, Раушания һәм Зөлфиә лә тап ошо Солтанғоловтарҙың ҡотло нәҫеленән бит.