Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әлдә Флүрәбеҙ бар...
Әлдә Флүрәбеҙ бар...
Уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында Бөрйән районындағы көнкүреш хеҙмәте йорто гөрләп эшләп торҙо. Ике ҡатлы бинала төрлө кейем-һалым тегеү, сәс алдырыу, аяҡ кейемен ремонтлау, сәғәт, телевизор йүнәтеү, прокатҡа әйберҙәр биреү, фотоға төшөрөү, быйма баҫыу һәм башҡа бүлектәр булдырылды.

Баймаҡ ҡалаһындағы 39-сы һөнәрселек училищеһының тегенселәр бүлеген тамам­лаған Флүрә Дауытова Бөрйән районына шул осорҙа эшкә ебәрелә. Бик тырыш һәм оҫта ханым үҙ эшен яратып башҡара, шуның ар­ҡа­һында тиҙ арала танылыу яулай. Күптәр кейем тектереү өсөн уға сиратҡа баҫа.
1977 йылда Флүрә Реваль Хәкимов атлы егет менән тормош ҡороп ебәрә. Ике ул үҫте­рәләр.
Көнкүреш комбинатының тегеү бүлегендә эшләгән Йәмилә Хужина, Фрида Үтәбаева, Тәнзилә Ҡәҙерғолова, Нәфисә Көҫәпҡолова, Зилә Сәйетбатталова, Флүрә Йәнсурина, Вәлиә Мәхмүтова, Асия Шаһивәлиева, Клара Мостафина, Мәрйәм Баязитовалар үҙ эшенең оҫтаһы булды. “Планды һәр айҙа 200 процентҡа үтәй инек, эш хаҡын да алдыҡ. Һәр айҙа 280-300-әр һумдан ҡалмай инек. Ул ваҡыттағы аҡса менән юғары хаҡ ине был. Коллективыбыҙҙың берҙәм эше менән район, хатта республика кимәлендә лә яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек. Беҙҙең Байназар, Нәби, Монасип, Ҡыпсаҡ, Кейекбай, Байғаҙы ауылдарында ла филиалдар бар ине”, — тип һағынып шул мәлдәрҙе иҫкә ала Флүрә. Заман үҙгәреү менән районда көнкүреш комбинатының эше һүлпәнәйә төшә. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында ойошма ябыла.
Хәҙерге мәлдә Флүрә менән Реваль Хәкимовтарҙың ғаиләһе ике улды ир еткереп гөрләтеп йәшәй. Өлкәне Ринат ата-әсәһе янында, Флүрә асҡан тегеү бүлмәһенең икенсе өлөшөндә аяҡ кейеме ремонтлай, ә кесеһе Ғаяз контракт буйынса ил сигендә хеҙмәт итә.
Райондағы көнкүреш комбинаты тарҡа­лып юҡҡа сыҡҡас, һөнәрен бөтә күңеле менән яратҡан Флүрә Хәкимова үҙаллы эш асып, иҫке йорттоң тар ғына бер бүлмәһендә тегеү эшен башлай. Һигеҙ йылдан ашыу инде был шөғөлөн дауам итә ул. Ошо осорҙа үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кешенең һорауын ҡәнәғәтләндереп, ололарға, ауыл мәҙәниәт йорттарына милли кейемдәр, уҡыусы бала­ларға мәктәп формалары тегеп ҡыуандыра.
2012 йылдан бирле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, туҡтауһыҙ арымай-талмай эшләй. Уның эргәһенән кеше өҙөлмәй. Ауырып китһә лә, эшенән айырылмай. Заказдар күп, уларҙы үтәргә кәрәк, ти ул.
Ошолай үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, халыҡты кейендергән егәрле Флүрә Хәки­мова — бөрйәндәр өсөн ҙур табыш. Ләкин хеҙмәт урынында шарттар әллә ни шәптән түгел. Ҡыҫынҡы бүлмәнән хәҙер аҙ ғына ҙурырағына күскән, ләкин уныһы ла талапҡа яуап бирмәй, әлеге лә баяғы аренда өсөн байтаҡ ҡына түләргә кәрәк. Былар күңелде ҡыра, әлбиттә. Ә районда тегенселәр оҫтаханаһы бик кәрәк, сөнки халыҡтың ихтыяжы ҙур. Флүрә эргәһендә тегеүсе-өйрәнсектәрҙең булыуы ла мөһим бурыстыр. Район етәкселегенең, коммерция ойошма­ларының бер аҙ иғтибары йүнәлтелһә, халыҡ рәхмәтле булыр ине.

Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны.


Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә