Уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында Бөрйән районындағы көнкүреш хеҙмәте йорто гөрләп эшләп торҙо. Ике ҡатлы бинала төрлө кейем-һалым тегеү, сәс алдырыу, аяҡ кейемен ремонтлау, сәғәт, телевизор йүнәтеү, прокатҡа әйберҙәр биреү, фотоға төшөрөү, быйма баҫыу һәм башҡа бүлектәр булдырылды.
Баймаҡ ҡалаһындағы 39-сы һөнәрселек училищеһының тегенселәр бүлеген тамамлаған Флүрә Дауытова Бөрйән районына шул осорҙа эшкә ебәрелә. Бик тырыш һәм оҫта ханым үҙ эшен яратып башҡара, шуның арҡаһында тиҙ арала танылыу яулай. Күптәр кейем тектереү өсөн уға сиратҡа баҫа.
1977 йылда Флүрә Реваль Хәкимов атлы егет менән тормош ҡороп ебәрә. Ике ул үҫтерәләр.
Көнкүреш комбинатының тегеү бүлегендә эшләгән Йәмилә Хужина, Фрида Үтәбаева, Тәнзилә Ҡәҙерғолова, Нәфисә Көҫәпҡолова, Зилә Сәйетбатталова, Флүрә Йәнсурина, Вәлиә Мәхмүтова, Асия Шаһивәлиева, Клара Мостафина, Мәрйәм Баязитовалар үҙ эшенең оҫтаһы булды. “Планды һәр айҙа 200 процентҡа үтәй инек, эш хаҡын да алдыҡ. Һәр айҙа 280-300-әр һумдан ҡалмай инек. Ул ваҡыттағы аҡса менән юғары хаҡ ине был. Коллективыбыҙҙың берҙәм эше менән район, хатта республика кимәлендә лә яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек. Беҙҙең Байназар, Нәби, Монасип, Ҡыпсаҡ, Кейекбай, Байғаҙы ауылдарында ла филиалдар бар ине”, — тип һағынып шул мәлдәрҙе иҫкә ала Флүрә. Заман үҙгәреү менән районда көнкүреш комбинатының эше һүлпәнәйә төшә. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында ойошма ябыла.
Хәҙерге мәлдә Флүрә менән Реваль Хәкимовтарҙың ғаиләһе ике улды ир еткереп гөрләтеп йәшәй. Өлкәне Ринат ата-әсәһе янында, Флүрә асҡан тегеү бүлмәһенең икенсе өлөшөндә аяҡ кейеме ремонтлай, ә кесеһе Ғаяз контракт буйынса ил сигендә хеҙмәт итә.
Райондағы көнкүреш комбинаты тарҡалып юҡҡа сыҡҡас, һөнәрен бөтә күңеле менән яратҡан Флүрә Хәкимова үҙаллы эш асып, иҫке йорттоң тар ғына бер бүлмәһендә тегеү эшен башлай. Һигеҙ йылдан ашыу инде был шөғөлөн дауам итә ул. Ошо осорҙа үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кешенең һорауын ҡәнәғәтләндереп, ололарға, ауыл мәҙәниәт йорттарына милли кейемдәр, уҡыусы балаларға мәктәп формалары тегеп ҡыуандыра.
2012 йылдан бирле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, туҡтауһыҙ арымай-талмай эшләй. Уның эргәһенән кеше өҙөлмәй. Ауырып китһә лә, эшенән айырылмай. Заказдар күп, уларҙы үтәргә кәрәк, ти ул.
Ошолай үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, халыҡты кейендергән егәрле Флүрә Хәкимова — бөрйәндәр өсөн ҙур табыш. Ләкин хеҙмәт урынында шарттар әллә ни шәптән түгел. Ҡыҫынҡы бүлмәнән хәҙер аҙ ғына ҙурырағына күскән, ләкин уныһы ла талапҡа яуап бирмәй, әлеге лә баяғы аренда өсөн байтаҡ ҡына түләргә кәрәк. Былар күңелде ҡыра, әлбиттә. Ә районда тегенселәр оҫтаханаһы бик кәрәк, сөнки халыҡтың ихтыяжы ҙур. Флүрә эргәһендә тегеүсе-өйрәнсектәрҙең булыуы ла мөһим бурыстыр. Район етәкселегенең, коммерция ойошмаларының бер аҙ иғтибары йүнәлтелһә, халыҡ рәхмәтле булыр ине.
Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны.