Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әри буйҙарында арыу белмәй…
Әри буйҙарында арыу белмәй…
Республикабыҙҙың төньяғында ятҡан Тәтешле районының ялан эшсәндәрен тәбиғәт иркәләмәй. Теләгән уңышты үҫтереп-йыйып алыу өсөн уларға йылдың-йылы икеләтә көс түгергә тура килә. Ҙур тырышлыҡ һалып, аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға ынтыла тәтешлеләр. Көттөрөп килгән әбейҙәр сыуағы, игенде урып йыйыуҙы һиҙелерлек тиҙләтеп, күп майҙанда эште тамамларға мөмкинлек бирҙе.

...Әмиров исемендәге хужалыҡтың Артауыл бригадаһы комбайндарын бер яландан икенсеһенә күсенеп, бойҙайҙы туранан-тура урып һуға башлағанда тап иттек. “Кәпербаш” тип аталған баҫыуға тәүгеләрҙән килеп еткәндәре һуҡҡан ашлыҡ менән тулы машина ырҙын табағына юлланғайны инде. Ул арала икенсеһе лә күренде.
– Юнир Исмәғилев булам, – тип таныштырҙы үҙен шофер егет. – Төп эшем еңел машинала, урып йыйыу башланғас, “ЗиЛ”-ға ултырҙым.
Комбайнсы Әҙис Саҙрисламов “баҫыу карабы”н үҙбушатҡыс кузовына яҡынлатып ҡуйҙы ла беҙҙең янға ыңғайланы.
– Көндәр матур торғанда үҫтерел­гәнде тиҙерәк йыйып алырға тыры­шабыҙ, – тип һүҙгә ҡушылды ул. – Был майҙанда эштәрҙе бөгөн үк, ысыҡ төшкәнсе теүәлләргә ине иҫәп.
Әри буйҙарында арыу белмәй…Комбайнсы ныҡ ашыҡһа ла, бригадир Рәйес Миңлеғолов уны бергәләп фотоға төшөргә күндерҙе.
– Был баҫыу 145 гектарлыҡ. Бойҙай уңышы былай ярайһы ғына, йылына ҡарап, төшөм насар булмаҫ, гектарынан 15 центнер сығыр, – тип һөйләп алды Рәйес Нәзим улы икенсе комбайнды көткән арала. – Меха­ни­за­торҙарға һүҙ тейҙерерлек түгел. Барыһы ла дәртләнеп эшләй.
Етәкселек үҙ сиратында уларға тейешле шарттар булдырған. Көнөнә ике тапҡыр бушлай туҡланыу ойошторол­ған. Ашнаҡсылар Нурия Ғәббәзова менән Мәрзиә Маккулова хужалыҡ үҙәге Аҡсәйеттәге ашханала бешергән аш-һыуҙы Ринат Мөхәмәтйәров яландағыларға ваҡытында килтереп еткерә. Хәстәрлек булғанға игенсе­ләрҙең дә күңеле көр.
Быны алдынғы комбайнсы Алик Яппаров та ҡеүәтләне. Ул 5000 центнер иген һуҡҡан икән.
– Ун етенсе көҙҙө баҫыуҙа ҡаршылайым, – тине ул. – Механизатор танытмаһын мәктәптә саҡта уҡ алғайным, IX класта уҡығанда комбайнсы ярҙамсыһы булдым, һуңынан үҙаллы эш башланым. Ҡыштарын “Беларус”кә ултырам. Кәйефтәр яҡшы, барыбыҙ ҙа тырышабыҙ.
Ул арала бункер бушаны. Алик беҙҙең менән хушлашты ла комбайнын алға йүнәлтте. Уның моторының тауышы яланда иген һуҡҡан башҡа “баҫыу караптары” моңона өҫтәлде. Был үҙенсәлекле йыр, арыу-талыуҙы белмәгән эшсәндәрҙе емешле хеҙ­мәткә әйҙәп, Әри йылғаһы буйындағы туғайға таралды.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.


Район: Тәтешле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә