Республикабыҙҙың төньяғында ятҡан Тәтешле районының ялан эшсәндәрен тәбиғәт иркәләмәй. Теләгән уңышты үҫтереп-йыйып алыу өсөн уларға йылдың-йылы икеләтә көс түгергә тура килә. Ҙур тырышлыҡ һалып, аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға ынтыла тәтешлеләр. Көттөрөп килгән әбейҙәр сыуағы, игенде урып йыйыуҙы һиҙелерлек тиҙләтеп, күп майҙанда эште тамамларға мөмкинлек бирҙе.
...Әмиров исемендәге хужалыҡтың Артауыл бригадаһы комбайндарын бер яландан икенсеһенә күсенеп, бойҙайҙы туранан-тура урып һуға башлағанда тап иттек. “Кәпербаш” тип аталған баҫыуға тәүгеләрҙән килеп еткәндәре һуҡҡан ашлыҡ менән тулы машина ырҙын табағына юлланғайны инде. Ул арала икенсеһе лә күренде.
– Юнир Исмәғилев булам, – тип таныштырҙы үҙен шофер егет. – Төп эшем еңел машинала, урып йыйыу башланғас, “ЗиЛ”-ға ултырҙым.
Комбайнсы Әҙис Саҙрисламов “баҫыу карабы”н үҙбушатҡыс кузовына яҡынлатып ҡуйҙы ла беҙҙең янға ыңғайланы.
– Көндәр матур торғанда үҫтерелгәнде тиҙерәк йыйып алырға тырышабыҙ, – тип һүҙгә ҡушылды ул. – Был майҙанда эштәрҙе бөгөн үк, ысыҡ төшкәнсе теүәлләргә ине иҫәп.
Комбайнсы ныҡ ашыҡһа ла, бригадир Рәйес Миңлеғолов уны бергәләп фотоға төшөргә күндерҙе.
– Был баҫыу 145 гектарлыҡ. Бойҙай уңышы былай ярайһы ғына, йылына ҡарап, төшөм насар булмаҫ, гектарынан 15 центнер сығыр, – тип һөйләп алды Рәйес Нәзим улы икенсе комбайнды көткән арала. – Механизаторҙарға һүҙ тейҙерерлек түгел. Барыһы ла дәртләнеп эшләй.
Етәкселек үҙ сиратында уларға тейешле шарттар булдырған. Көнөнә ике тапҡыр бушлай туҡланыу ойошторолған. Ашнаҡсылар Нурия Ғәббәзова менән Мәрзиә Маккулова хужалыҡ үҙәге Аҡсәйеттәге ашханала бешергән аш-һыуҙы Ринат Мөхәмәтйәров яландағыларға ваҡытында килтереп еткерә. Хәстәрлек булғанға игенселәрҙең дә күңеле көр.
Быны алдынғы комбайнсы Алик Яппаров та ҡеүәтләне. Ул 5000 центнер иген һуҡҡан икән.
– Ун етенсе көҙҙө баҫыуҙа ҡаршылайым, – тине ул. – Механизатор танытмаһын мәктәптә саҡта уҡ алғайным, IX класта уҡығанда комбайнсы ярҙамсыһы булдым, һуңынан үҙаллы эш башланым. Ҡыштарын “Беларус”кә ултырам. Кәйефтәр яҡшы, барыбыҙ ҙа тырышабыҙ.
Ул арала бункер бушаны. Алик беҙҙең менән хушлашты ла комбайнын алға йүнәлтте. Уның моторының тауышы яланда иген һуҡҡан башҡа “баҫыу караптары” моңона өҫтәлде. Был үҙенсәлекле йыр, арыу-талыуҙы белмәгән эшсәндәрҙе емешле хеҙмәткә әйҙәп, Әри йылғаһы буйындағы туғайға таралды.
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.