Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәмле лә, файҙалы ла
Тәмле лә, файҙалы ла
Йога кулинарияһы — сәләмәт туҡланыуға көйләнгән айырым бер донъя. Ризыҡ организмға файҙа килтерергә, уны ыңғай энергия менән туҡландырырға тейеш тигән фекерҙә был фәлсәфәгә табынғандар. Шуға йога-рецепттарҙа файҙалы, тәбиғи аҙыҡ-түлек һәм тәмләткестәр генә ҡулланыла. Төп маҡсат — ризыҡтарҙың бер-береһе менән тура килешлеге.
Кәңәштәргә килгәндә, улар бик ябай: күберәк йәшелсә, емеш-еләк, сәтләүек ашарға, итле ашамлыҡтарҙы составында крахмал булған ризыҡтар (мәҫәлән, картуф) менән ҡушмаҫҡа, икмәкте эре тарттырылған ондан бешерергә, мотлаҡ һөт ризыҡтарын (айырыуса һөт һәм сыр) ҡулланырға. Әйткәндәй, йогтар төрлө тәмләткестәргә битараф түгел. Әммә уларҙың да һаулыҡ өсөн файҙалы, “таҙа” булыуы шарт.
Иғтибарығыҙға бер нисә йога-рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Йәшелсә, емеш еләктән
йога-салат


60 грамм баҙам менән кешью ҡатышмаһы, 60 грамм йөҙөм һәм финик ҡатышмаһы, бер груша, бер алма, бер манго, бер банан, ике уртаса помидор, 1/4 литр ҡуйы ҡаймаҡ, ваҡ ҡына итеп туралған бер йәшел чили боросо, бер аш ҡалағы джем (әскелтем булмаһын), бер аш ҡалағы бал, бер аш ҡалағы туралған кинза, тоҙ кәрәк.
Сәтләүектәрҙе, йәшелсә, емеш-еләкте шаҡ­маҡ фор­маһында (1,5 сантиметр тирәһе) турарға һәм бөтә ҡат­нашмаларҙы, тәм­ләт­­кес­тәрҙе бергә һалып бу­тар­ға. Кәрә­генсә тоҙ һибергә. Ғәҙәт­тә, был салат дөгөнән беше­рел­гән ашамлыҡ менән бирелә.

Имбир, бал һәм ҡара борос менән сәй

Тәмле лә, файҙалы ла1,2 литр һыу, өс аш ҡалағы ваҡланған имбир, алты аш ҡалағы шәкәр ҡомо (йәки биш аш ҡалағы бал), бер семтем төйөлгән ҡара борос алабыҙ.
Һыу ҡайнап сығыу менән ваҡланған имбирҙы һалырға, уттан алырға. Әгәр сәй һалҡын тейеүҙән дауаланыу сараһы булараҡ ҡулланылһа, ҡапҡасы асыҡ килеш тағы ун минут ҡайнатырға. Артабан шәкәр ҡомо йәки бал һалып болғатырға. Сәйҙе һөҙөргә, мөмкин тиклем имбирҙың һутын һығып сығарырға. Борос өҫтәргә. Әйткәндәй, имбир сәйе тонусты күтәрә. Әгәр һалҡын килеш эсергә теләһәгеҙ, бер шаҡмаҡ боҙ һалырға мөмкин. Шәкәр ҡомо, лимон һуты, бер аҙ бөтнөк япрағын да өҫтәп ебәрһәгеҙ, сәйегеҙ тағы ла тәмлерәк булыр.

Әстрхан сәтләүеге менән дәрсен ҡушып бешерелгән алма

Тәмле лә, файҙалы лаБер ҙур алма (“антоновка” сорт­лы булһа тағы ла яҡшыраҡ), шәкәр ҡомо, йөҙөм, дәрсен, ваҡланған әстрхан сәтләүеге талап ителә.
Алманы йыуып, үҙәген алырға. Шәкәр ҡомон, йөҙөмдө һәм әстрхан сәтләүеген тигеҙ миҡдарҙа һалып бутарға һәм килеп сыҡҡан ҡатнаш­маны алма эсенә тултырырға. Табаны майлап, әҙер десертты бер сәғәткә алдан йылытылған духовкаға ултыртырға. Алма ярылып, эслек ағып сыҡҡансы мейестә тоторға. Татлы десертты табынға эҫе көйөнсә лә, һыуытып та бирергә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә