Йога кулинарияһы — сәләмәт туҡланыуға көйләнгән айырым бер донъя. Ризыҡ организмға файҙа килтерергә, уны ыңғай энергия менән туҡландырырға тейеш тигән фекерҙә был фәлсәфәгә табынғандар. Шуға йога-рецепттарҙа файҙалы, тәбиғи аҙыҡ-түлек һәм тәмләткестәр генә ҡулланыла. Төп маҡсат — ризыҡтарҙың бер-береһе менән тура килешлеге.
Кәңәштәргә килгәндә, улар бик ябай: күберәк йәшелсә, емеш-еләк, сәтләүек ашарға, итле ашамлыҡтарҙы составында крахмал булған ризыҡтар (мәҫәлән, картуф) менән ҡушмаҫҡа, икмәкте эре тарттырылған ондан бешерергә, мотлаҡ һөт ризыҡтарын (айырыуса һөт һәм сыр) ҡулланырға. Әйткәндәй, йогтар төрлө тәмләткестәргә битараф түгел. Әммә уларҙың да һаулыҡ өсөн файҙалы, “таҙа” булыуы шарт.
Иғтибарығыҙға бер нисә йога-рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Йәшелсә, емеш еләктән
йога-салат60 грамм баҙам менән кешью ҡатышмаһы, 60 грамм йөҙөм һәм финик ҡатышмаһы, бер груша, бер алма, бер манго, бер банан, ике уртаса помидор, 1/4 литр ҡуйы ҡаймаҡ, ваҡ ҡына итеп туралған бер йәшел чили боросо, бер аш ҡалағы джем (әскелтем булмаһын), бер аш ҡалағы бал, бер аш ҡалағы туралған кинза, тоҙ кәрәк.
Сәтләүектәрҙе, йәшелсә, емеш-еләкте шаҡмаҡ формаһында (1,5 сантиметр тирәһе) турарға һәм бөтә ҡатнашмаларҙы, тәмләткестәрҙе бергә һалып бутарға. Кәрәгенсә тоҙ һибергә. Ғәҙәттә, был салат дөгөнән бешерелгән ашамлыҡ менән бирелә.
Имбир, бал һәм ҡара борос менән сәй1,2 литр һыу, өс аш ҡалағы ваҡланған имбир, алты аш ҡалағы шәкәр ҡомо (йәки биш аш ҡалағы бал), бер семтем төйөлгән ҡара борос алабыҙ.
Һыу ҡайнап сығыу менән ваҡланған имбирҙы һалырға, уттан алырға. Әгәр сәй һалҡын тейеүҙән дауаланыу сараһы булараҡ ҡулланылһа, ҡапҡасы асыҡ килеш тағы ун минут ҡайнатырға. Артабан шәкәр ҡомо йәки бал һалып болғатырға. Сәйҙе һөҙөргә, мөмкин тиклем имбирҙың һутын һығып сығарырға. Борос өҫтәргә. Әйткәндәй, имбир сәйе тонусты күтәрә. Әгәр һалҡын килеш эсергә теләһәгеҙ, бер шаҡмаҡ боҙ һалырға мөмкин. Шәкәр ҡомо, лимон һуты, бер аҙ бөтнөк япрағын да өҫтәп ебәрһәгеҙ, сәйегеҙ тағы ла тәмлерәк булыр.
Әстрхан сәтләүеге менән дәрсен ҡушып бешерелгән алмаБер ҙур алма (“антоновка” сортлы булһа тағы ла яҡшыраҡ), шәкәр ҡомо, йөҙөм, дәрсен, ваҡланған әстрхан сәтләүеге талап ителә.
Алманы йыуып, үҙәген алырға. Шәкәр ҡомон, йөҙөмдө һәм әстрхан сәтләүеген тигеҙ миҡдарҙа һалып бутарға һәм килеп сыҡҡан ҡатнашманы алма эсенә тултырырға. Табаны майлап, әҙер десертты бер сәғәткә алдан йылытылған духовкаға ултыртырға. Алма ярылып, эслек ағып сыҡҡансы мейестә тоторға. Татлы десертты табынға эҫе көйөнсә лә, һыуытып та бирергә мөмкин.