Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Үҙ-үҙем менән гармонияла йәшәйем”
“Үҙ-үҙем менән гармонияла йәшәйем”
Гүзәл Балтабаева — һөнәре буйынса теш таби­бы. Йога менән шөғөлләнә башлауына – етенсе йыл. Һомғол буйлы, нәзәкәтле ханымдан йәшлек сере хаҡында һорауы ла урынһыҙ. “Үҙ-үҙем менән гармонияла йә­шәйем”, — ти­гәйне ул. Ма­тур­лыҡ, сабырлыҡ, сә­лә­мәтлек гармо­нияһында... Шуға был хаҡта йәнә һүҙ ҡуйыртып тороу артыҡ кеүек. Әммә, форсаттан файҙаланып, Гүзәл Рәхмәт ҡыҙына ошо аһәңлелеккә илткән юл — йога тураһында бер нисә һорау бирмәй булдыра алманыҡ.


— Гүзәл Рәхмәт ҡыҙы, һеҙҙең өсөн йога нимә ул?
— Тормош фәлсәфәһен, уның асылын нығыраҡ аңларға, ниндәйҙер кимәлдә хатта үҙ-үҙеңде ишетергә булышлыҡ иткән ғәмәл. Ҡайһы берәүҙәр йога менән шөғөлләнеүҙе ысынбарлыҡтан ваз кисеү тип ҡабул итә. Йәшермәйем, башта мин дә шундайыраҡ фекерҙә инем. Күңелем тартһа ла, аҡылым менән уны оҙаҡ ҡабул итә алманым.
— Айырым туҡланыу, ҡәҙимге тормоштан баш тартыу, йога ҡанундары буйынса ғына йәшәү...
— Нәҡ шулай. Ә асылда бөтөнләй икенсе донъя икән ул. Бер мәл уйламағанда йога буйынса инструктор менән танышып киттем. Икеләнеүҙәремде һөйләнем. Шул саҡта ул миңә был ғәмәлде физик күнекмәләр кеүек ҡабул итергә кәңәш итте. Бөгөн иһә ниңә иртәрәк шөғөлләнә башламаным икән, тип үкенәм. Күптәр дәрестәргә ябығыу маҡсатында йәки сколиозды дауаларға йөрөй, минең өсөн йога — физик һәм рухи сәләмәтлек.
— Йога менән шөғөлләнеүегеҙгә етенсе йыл. Файҙа­һын тояһығыҙмы?
— Йоганың тәрбиә көсө иҫ китмәле. Сабырлыҡҡа, түҙемлеккә өйрәтә. Үҙ-үҙеңде аңлау, ишетеү, дөрөҫ тын алыу, энергетик ҡәнәғәтлек — былар организмға шул тиклем ыңғай тәьҫир итә. Һин шулай ял алаһың, яңы көс туплайһың. Унан бит йога менән ҡайҙа етте шунда шөғөлләнергә ярамай. Бүлмә яҡты, йылы, тыныс булырға тейеш.
— Һуңғы йылдарҙа йога модаға инеп китте. Өфөлә лә был йүнәлештә тиҫтәләгән махсус секция, мәктәп эшләй. Ә был ғәмәл менән шөғөлләнеү ҡиммәткә төшәме?
— Хаҡтар төрлөсә. Төркөмдә шөғөлләнһәң — 150 һумға ла, инструкторҙан шәхсән дәрестәр алырға теләһәң 500 һумға ла табырға мөмкин. Иң мөһиме — тәжрибәле инструктор. Йога бит гимнастика эшләү генә түгел. Ундағы һәр хәрәкәт, һәр һулыш дөрөҫ башҡарылырға тейеш.
— Тота килеп йога менән шөғөлләнә башлап буламы?
— Күңелең менән әҙер булыу шарт, минеңсә. Әгәр һин уның асылын, фәлсәфәүи ғәмәлдәрен ҡабул итһәң, минең кеүек физик күнекмәләр менән генә сикләнеп тә, файҙаһына ышанһаң — әйҙә рәхит ит!
— Яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гүзәл Рәхмәт ҡыҙы! Сәләмәтлек, күңел ҡәнәғәтлеге теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә