Гүзәл Балтабаева — һөнәре буйынса теш табибы. Йога менән шөғөлләнә башлауына – етенсе йыл. Һомғол буйлы, нәзәкәтле ханымдан йәшлек сере хаҡында һорауы ла урынһыҙ. “Үҙ-үҙем менән гармонияла йәшәйем”, — тигәйне ул. Матурлыҡ, сабырлыҡ, сәләмәтлек гармонияһында... Шуға был хаҡта йәнә һүҙ ҡуйыртып тороу артыҡ кеүек. Әммә, форсаттан файҙаланып, Гүзәл Рәхмәт ҡыҙына ошо аһәңлелеккә илткән юл — йога тураһында бер нисә һорау бирмәй булдыра алманыҡ.
— Гүзәл Рәхмәт ҡыҙы, һеҙҙең өсөн йога нимә ул?
— Тормош фәлсәфәһен, уның асылын нығыраҡ аңларға, ниндәйҙер кимәлдә хатта үҙ-үҙеңде ишетергә булышлыҡ иткән ғәмәл. Ҡайһы берәүҙәр йога менән шөғөлләнеүҙе ысынбарлыҡтан ваз кисеү тип ҡабул итә. Йәшермәйем, башта мин дә шундайыраҡ фекерҙә инем. Күңелем тартһа ла, аҡылым менән уны оҙаҡ ҡабул итә алманым.
— Айырым туҡланыу, ҡәҙимге тормоштан баш тартыу, йога ҡанундары буйынса ғына йәшәү...
— Нәҡ шулай. Ә асылда бөтөнләй икенсе донъя икән ул. Бер мәл уйламағанда йога буйынса инструктор менән танышып киттем. Икеләнеүҙәремде һөйләнем. Шул саҡта ул миңә был ғәмәлде физик күнекмәләр кеүек ҡабул итергә кәңәш итте. Бөгөн иһә ниңә иртәрәк шөғөлләнә башламаным икән, тип үкенәм. Күптәр дәрестәргә ябығыу маҡсатында йәки сколиозды дауаларға йөрөй, минең өсөн йога — физик һәм рухи сәләмәтлек.
— Йога менән шөғөлләнеүегеҙгә етенсе йыл. Файҙаһын тояһығыҙмы?
— Йоганың тәрбиә көсө иҫ китмәле. Сабырлыҡҡа, түҙемлеккә өйрәтә. Үҙ-үҙеңде аңлау, ишетеү, дөрөҫ тын алыу, энергетик ҡәнәғәтлек — былар организмға шул тиклем ыңғай тәьҫир итә. Һин шулай ял алаһың, яңы көс туплайһың. Унан бит йога менән ҡайҙа етте шунда шөғөлләнергә ярамай. Бүлмә яҡты, йылы, тыныс булырға тейеш.
— Һуңғы йылдарҙа йога модаға инеп китте. Өфөлә лә был йүнәлештә тиҫтәләгән махсус секция, мәктәп эшләй. Ә был ғәмәл менән шөғөлләнеү ҡиммәткә төшәме?
— Хаҡтар төрлөсә. Төркөмдә шөғөлләнһәң — 150 һумға ла, инструкторҙан шәхсән дәрестәр алырға теләһәң 500 һумға ла табырға мөмкин. Иң мөһиме — тәжрибәле инструктор. Йога бит гимнастика эшләү генә түгел. Ундағы һәр хәрәкәт, һәр һулыш дөрөҫ башҡарылырға тейеш.
— Тота килеп йога менән шөғөлләнә башлап буламы?
— Күңелең менән әҙер булыу шарт, минеңсә. Әгәр һин уның асылын, фәлсәфәүи ғәмәлдәрен ҡабул итһәң, минең кеүек физик күнекмәләр менән генә сикләнеп тә, файҙаһына ышанһаң — әйҙә рәхит ит!
— Яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гүзәл Рәхмәт ҡыҙы! Сәләмәтлек, күңел ҡәнәғәтлеге теләйбеҙ.