Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Янғын һүндереүселәргә ярҙамға
Янғын һүндереүселәргә ярҙамға
Нефтекама автомобиль заводы коллективы үҙенең һөнәри байрамын ике яңы төр тауар етештереүҙе уңышлы үҙләштереү менән ҡаршылай.

Уларҙың тәүгеһе – янғын һүндереү автомобиле. Был махсус техника “КамАЗ-43502” шассийы базаһында йыйыла һәм “Евро-4” талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән двигатель менән йыһазландырыла. Бел­гестәр билдәләүенсә, автомобилдә Европаның алдынғы машина эшләү­селәренең заманса ҡорамал­дары ҡул­ланыла. Үҙенең техник яҡтан тәьмин ителеше, уңайлылығы һәм биҙәлеше яғынан ул иң юғары талаптарға яуап бирә. Ҡыҫҡаһы, “премиум” класлы техника рәтенә баҫырға ныҡлы дәғүә итә.
Махсус машина ут сыҡҡан урынға ете кешенән торған янғын һүн­дереү­селәр төркөмөн алып барыу өсөн тәғә­йенләнгән. Ул ҡала һәм ауылдарҙағы торлаҡ йорттарҙа, төрлө сәнәғәт объекттарында һәм урман­дарҙа утты тиҙ арала һүндереү ҡорамалдары менән йыһазлан­ды­рылған. 3000 литр һыйҙы­рышлы цистернаһы шундай уҡ һауыт­тан, һыу үткәргес селтә­ре гидрантынан йә асыҡ һыу ятҡылығынан тулыландырыла. Кәрәк бул­ған­да 200 литрлы бак­тағы күбекте ҡулла­нырға ла була.
Янғын һүндереүселәргә ярҙамғаАвтомобилдең “КамАЗ” шассийы база­һында йыйылыуы уның юлһыҙ ерҙән дә, тротуар бордюры аша ла сыға алыу мөм­кинлеген бирһә, цистерна менән янғын һүндереү ҡорамал­дарының дөрөҫ һәм уңайлы урынлаштырылыуы уның төр­лө шарттарҙа ла тотороҡло хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә.
Электроника ярҙамында идара ителгән сит ил гидравлик ҡорамал­дарын ҡуйыу янғын һүндереү маши­наһының ышаныслы эшләүен тәьмин итә. Әлегә беҙҙең илдә уларҙы алмаш­тырырлыҡ механизмдар етеш­терел­мәй. Һыу насосы ла 10 йылға тиклем уңышлы хеҙмәт итәсәк тип күҙаллана. Нефтекамала сығарылған яңы янғын һүндереү машинаһын “ҡыҙыл әтәс”кә ҡаршы һынап ҡара­ғандар уның тура­һында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә.
Коллективтың икенсе ҡаҙанышы – «НефАЗ-52992» маркалы электр автобусы. Уның һынау сифатында йы­йылғаны май айынан бирле Но­во­сибирск ҡалаһындағы химия кон­центра­ты заводында 10 мең саҡрым йөрөгән дә инде. Күп ҡалаларҙа үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән тәпәш иҙәнле автобус базаһында эшләнгән был электробус 110 кеше һыйҙырышлы. Ул, предприятие хеҙ­мәт­кәрҙәрен ҡаланан эшкә алып килеп һәм ҡайтарып ҡуйып, көнөнә ете рейс яһай. 90 саҡрымдан артығыраҡ юл үтә. Заманса машинаны ике тәүлеккә бер тапҡыр энергия менән зарядларға кә­рәк. 500 киловатт ҡеүәте булған зарядлау станцияһын ҡуллан­ған осраҡта электробустың аккумулятор батарея­һын ни бары 30 минут эсендә сафҡа индерергә була. Бындай мөмкинлек булмағанда, электр авто­бусының бор­тындағы зарядлау ҡорол­маһы быны һигеҙ сәғәттә башҡара.
Аккумуляторының тулы заряды ме­нән 250 саҡрымдан күберәк ара үтә алған был электробус – Рәсәй тарихында ошондай тәүге транспорт сара­һы. Был ҡаҙаныш махсус сертификат менән нығытылған. Электр автобусы фәнни-тикшеренеү институты ғалим­дары менән берлектә “НефАЗ”-дың үҙ белгестәре һәм эшселәре тарафынан сафҡа индерелгән.
Ҡәҙимге автобустарға ҡарағанда, электробусты ҡулланыу күпкә осһо­ҙораҡ икәнен Новосибирск заводында шунда уҡ иҫәпләп сығарғандар. Быны дәлилләү өсөн бер миҫал етә: яңы төр машинаны зарядлау 600 һумға төшһә, беҙ күнеккән автобустарға ошо уҡ араны үтер өсөн кәрәк булған яғыулыҡ хаҡы дүрт тапҡырға артығыраҡ.

Вера ХАРИСОВА,
Нефтекама автозаводының матбуғат хеҙмәте етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә