Нефтекама автомобиль заводы коллективы үҙенең һөнәри байрамын ике яңы төр тауар етештереүҙе уңышлы үҙләштереү менән ҡаршылай.
Уларҙың тәүгеһе – янғын һүндереү автомобиле. Был махсус техника “КамАЗ-43502” шассийы базаһында йыйыла һәм “Евро-4” талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән двигатель менән йыһазландырыла. Белгестәр билдәләүенсә, автомобилдә Европаның алдынғы машина эшләүселәренең заманса ҡорамалдары ҡулланыла. Үҙенең техник яҡтан тәьмин ителеше, уңайлылығы һәм биҙәлеше яғынан ул иң юғары талаптарға яуап бирә. Ҡыҫҡаһы, “премиум” класлы техника рәтенә баҫырға ныҡлы дәғүә итә.
Махсус машина ут сыҡҡан урынға ете кешенән торған янғын һүндереүселәр төркөмөн алып барыу өсөн тәғәйенләнгән. Ул ҡала һәм ауылдарҙағы торлаҡ йорттарҙа, төрлө сәнәғәт объекттарында һәм урмандарҙа утты тиҙ арала һүндереү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. 3000 литр һыйҙырышлы цистернаһы шундай уҡ һауыттан, һыу үткәргес селтәре гидрантынан йә асыҡ һыу ятҡылығынан тулыландырыла. Кәрәк булғанда 200 литрлы бактағы күбекте ҡулланырға ла була.
Автомобилдең “КамАЗ” шассийы базаһында йыйылыуы уның юлһыҙ ерҙән дә, тротуар бордюры аша ла сыға алыу мөмкинлеген бирһә, цистерна менән янғын һүндереү ҡорамалдарының дөрөҫ һәм уңайлы урынлаштырылыуы уның төрлө шарттарҙа ла тотороҡло хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә.
Электроника ярҙамында идара ителгән сит ил гидравлик ҡорамалдарын ҡуйыу янғын һүндереү машинаһының ышаныслы эшләүен тәьмин итә. Әлегә беҙҙең илдә уларҙы алмаштырырлыҡ механизмдар етештерелмәй. Һыу насосы ла 10 йылға тиклем уңышлы хеҙмәт итәсәк тип күҙаллана. Нефтекамала сығарылған яңы янғын һүндереү машинаһын “ҡыҙыл әтәс”кә ҡаршы һынап ҡарағандар уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә.
Коллективтың икенсе ҡаҙанышы – «НефАЗ-52992» маркалы электр автобусы. Уның һынау сифатында йыйылғаны май айынан бирле Новосибирск ҡалаһындағы химия концентраты заводында 10 мең саҡрым йөрөгән дә инде. Күп ҡалаларҙа үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән тәпәш иҙәнле автобус базаһында эшләнгән был электробус 110 кеше һыйҙырышлы. Ул, предприятие хеҙмәткәрҙәрен ҡаланан эшкә алып килеп һәм ҡайтарып ҡуйып, көнөнә ете рейс яһай. 90 саҡрымдан артығыраҡ юл үтә. Заманса машинаны ике тәүлеккә бер тапҡыр энергия менән зарядларға кәрәк. 500 киловатт ҡеүәте булған зарядлау станцияһын ҡулланған осраҡта электробустың аккумулятор батареяһын ни бары 30 минут эсендә сафҡа индерергә була. Бындай мөмкинлек булмағанда, электр автобусының бортындағы зарядлау ҡоролмаһы быны һигеҙ сәғәттә башҡара.
Аккумуляторының тулы заряды менән 250 саҡрымдан күберәк ара үтә алған был электробус – Рәсәй тарихында ошондай тәүге транспорт сараһы. Был ҡаҙаныш махсус сертификат менән нығытылған. Электр автобусы фәнни-тикшеренеү институты ғалимдары менән берлектә “НефАЗ”-дың үҙ белгестәре һәм эшселәре тарафынан сафҡа индерелгән.
Ҡәҙимге автобустарға ҡарағанда, электробусты ҡулланыу күпкә осһоҙораҡ икәнен Новосибирск заводында шунда уҡ иҫәпләп сығарғандар. Быны дәлилләү өсөн бер миҫал етә: яңы төр машинаны зарядлау 600 һумға төшһә, беҙ күнеккән автобустарға ошо уҡ араны үтер өсөн кәрәк булған яғыулыҡ хаҡы дүрт тапҡырға артығыраҡ.
Вера ХАРИСОВА,
Нефтекама автозаводының матбуғат хеҙмәте етәксеһе.