Белем биреү тармағы киләсәктең нигеҙен билдәләй. Ниндәй генә ауырлыҡтар тыуҙырмаһын, унда барған бөгөнгө реформаларҙың, үҙгәрештәрҙең аныҡ маҡсатҡа йүнәлтелгәнен, ыңғай һөҙөмтәне бурыс итеп алғанын халыҡ аңлай башланы кеүек. Тармаҡтың асыҡлығы, төрлө мәсьәләне хәл иткәндә йәмғиәттең фекеренә таяныу, ата-әсә менән тығыҙ бәйләнеш, һүҙ иреклеге белем биреүҙең, тәрбиәнең үҫеш юлында сағылыш тапмай ҡалмай. Республика мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВтың “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар менән аралашып тороуы ла – властың асыҡлығына дәлил. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ведомство етәксеһе күптән түгел сираттағы мәртәбә “тура бәйләнеш”кә сыҡты.
Социаль хәлең
ныҡлы булмаһа...– Хәйерле көн, Әлфис Суфиян улы! Һеҙҙе Баймаҡ районынан Фәйрүзә Ғүмәрова борсой. Һүҙем Сибай гимназия-интернаты тураһында. Был белем усағы беҙҙең ғаилә өсөн ифрат яҡын. Уны тамамлаған улым әле Санкт-Петербург ҡалаһында уҡып йөрөй. Быйыл ҡыҙым да ошо гимназия-интернатҡа ҡабул ителде. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыу йылы алдынан мәктәп етәкселегенән шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр ишеттек: әлегә тиклем айына 700 йөҙ һум булған түләү Яңы йылдан һуң дүрт тапҡырға арта икән! Ауылда нигеҙҙә мал көсө менән йәшәйбеҙ, эш хаҡым юғары түгел. Бала өсөн бындай ҙур сумманы нисек түләрмен?
– Беренсенән, мәктәп етәкселеге “хаҡтың күтәрелеүе ихтимал” тип әйтергә, халыҡты шомға һалмаҫҡа тейеш ине. Түләүҙең артыу мөмкинлеге – әле ҡаралып ҡына ятҡан мәсьәлә. Уның нисек хәл ителере ата-әсәгә лә бәйле, сөнки уларҙың, йәмәғәтселектең фекерен тыңламай тороп, ниндәйҙер ҡарарға килеү дөрөҫ булмаясаҡ.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, бөтә нәмәгә хаҡ артҡан мәлдә уҡыусы өсөн түләү элекке кимәлдә ҡала ла алмай. Һәр хәлдә, был йәш быуынды төрлө уңайлыҡтан, яҡшы туҡланыуҙан мәхрүм итеүгә килтерәсәк. Әле ҡала балаһын өйҙә бер айға 700 һум ғына тотоноп ҡарап буламы? Мөмкин түгел.
Түләүҙең барлыҡ кеше өсөн бер тигеҙ булғаны юҡ. Социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған ғаиләләргә төрлө ташламалар һәр ваҡыт яһала, түләү хаҡы артҡан хәлдә лә ошондай льготалар һаҡланасаҡ.
Ҡабатлап әйтәм: әлегә был мәсьәлә төрлө яҡлап уйланыла, тикшерелә. Бер ҙә борсолмағыҙ, Фәйрүзә ханым.
– Наталья Әхмәтова булам, Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй мәктәбе директорымын. Һорауым уҡыусыларҙы туҡландырыуға бүленгән дотация хаҡында. Уның күләме бик бәләкәй. Һуңғы йылдарҙа йәш быуынды дөрөҫ туҡландырыу мөһимлеге тураһында күп әйтелә, яҙыла, программалар ҡабул ителә. Дотация күләменең артыуы көтөлмәйме?
– Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыуын ойоштороу өсөн шарттар булдырылған, һәм артабан да был йәһәттән эшләйәсәкбеҙ. Үткән йылдарҙа федераль ҡаҙнанан мәғариф тармағын яңыртыу йәһәтенән мәктәп ашханаларын йыһазландырыу, ҡорамалдар алыу өсөн бик күп аҡса бүленде. Туҡланыуҙың үҙенә килгәндә иһә, социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә республика бюджетынан субсидия бүленә.
Һәр ауыл мәктәбендә йәшелсә баҡсалары бар. Унда үҫтерелгән уңыш туҡланыуҙы яҡшы ойоштороуға ҙур өлөш индерә, табыш та килтерә.
Мәктәп тәү сиратта – белем һәм тәрбиә үҙәге. Ата-әсә ошоно онотмаһын ине.
– Өфөләге 79-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурия Закирова булам. Мәғариф өлкәһендә 1998 йылдан бирле эшләйем. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ла көсөмдө һынап ҡараным. Әле бик ауыр хәлдәмен: бер йыл элек миндә яман шеш сире таптылар, һөҙөмтәлә ике тапҡыр операция эшләттем, бер нисә мәртәбә химия терапияһы үттем. Дауаланыуҙы һаман да дауам итәм. Районда ла, Өфөлә лә йәшәр урыным юҡ, фатирға түләп торам. Баш ҡалалағы берәй ятаҡтан бүлмә алып булмаҫмы икән?
– Ярҙам итергә тырышырбыҙ, Нурия. Телефон номерығыҙҙы ҡалдырығыҙ.
– Бәйләнештә – Зөлфиә Баһауетдинова. Шишмә районында йәшәйем. Юғары уҡыу йортон тамамлап, һөнәре буйынса эшкә урынлашҡан йәш белгестәргә бер тапҡыр 40 мең һум тирәһе пособие түләнә, тип ишеткәйнек. Ул уҡытыусылар өсөн генәме, әллә һәр тармаҡта ла ҡаралғанмы? Ҡыҙым һөнәре буйынса эшкә (мәктәпкә) диплом алғанына йыл ярым үткәс барҙы. Уға пособие бирелергә тейешме?
– “Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү” программаһына ярашлы педагогик хеҙмәткәрҙәргә ярҙам, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларында юғары йәки урта һөнәри уҡыу йортон тамамлаған йылда эш башлаған йәш педагогтарға бер тапҡыр бирелә торған пособие ҡаралған. Программаны тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары ла ҡабул ителгән.
Бынан тыш, ике йыл һайын республиканың иң яҡшы 25 йәш уҡытыусыһына 40 мең һум күләмендәге дәүләт гранты биреү ҡаралған. Был конкурста педагогик стажы ике – биш йыл булған 30 йәшкә тиклемге белгестәр ҡатнаша ала. Өҫтәүенә йәш педагогтарға ипотека буйынса ла ташламалар бар. Быларҙың барыһын да белергә, яңылыҡтар менән танышып барырға кәңәш итәм. Белешмәләрҙе, мәҫәлән, беҙҙең министрлыҡтың рәсми сайтынан да (www.morb.ru) алырға була.
Хоҡуҡтар
дауланырға тейеш– Һаумыһығыҙ! Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһенән Әлфиә Илекәева булам. Калинин районының 52-се лицейына бәйле һорауым бар. Ул йортобоҙҙоң эргәһендә генә урынлашҡанлыҡтан, улымды I класҡа шунда бирергә теләгәйнем. Нетбук һатып алырға ҡуштылар. Аҡса еткереү мөмкинлеге булмағас, улымды уҡырға ҡабул итмәнеләр. Ата-әсә, ысынлап та, 16-17 мең һум торған ошо нетбукты һатып алырға тейешме?
– Бөгөн мәктәптәрҙе тейешенсә йыһазландырыу мөмкинлеге киң. “Бер балаға – бер компьютер” тигән айырым программа ла эшләй. Уны фәҡәт ата-әсәнең ризалығына бәйле генә тормошҡа ашырып була. Әгәр һеҙ әйткән лицейҙа программаны ниндәйҙер бер система буйынса бойомға ашырырға ниәт иткәндәр икән, быны ата-әсәгә матур итеп аңлатырға, фекерләшергә тейештәр ине. Киреһенсә килеп сыҡҡан. Ә инде әлеге эште баланы мәктәпкә ҡабул итеүгә бәйләү бөтөнләй дөрөҫ түгел.
– Светлана Ибраһимова булам, Әбйәлил районында йәшәйем. Һорауым законһыҙ рәүештә эштән ҡыҫҡартыуға бәйле. Хеҙмәткәргә ҡарата ошондай ғәҙелһеҙлек ҡылған етәксегә ниндәйҙер яза бирелеүе ихтималмы?
– Законһыҙ рәүештә ҡыҫҡартыу факты суд тарафынан иҫбатланһа, эшһеҙ ҡалған кеше урынына кире алынасаҡ, ә етәксегә ҡарата тейешле сара күреләсәк.
– Аңлашылды. Тағы ла бер һорауым бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙең сығарылыш класс уҡыусылары араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар кәмемәй. Быны тәү сиратта Берҙәм дәүләт имтиханынан ҡурҡыуға, педагогтарҙың йәштәрҙе һынауға тейешле кимәлдә әҙерләй алмауына бәйләйҙәр. Киләсәктә, белеүемсә, инглиз теленән дә БДИ тапшыра башлаясаҡтар. Был предмет буйынса белеме аҙ педагогтың баланы дәүләт һынауына әҙерләргә хоҡуғы бармы?
– Белеүегеҙсә, Берҙәм дәүләт имтиханын камиллаштырыу, уға балаларҙы төрлө яҡлап әҙерләү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыла. Һынауға әҙерлек барышында уҡыусыларға психологик ярҙам күрһәтелә. Был бурысты атҡарған белгес шулай уҡ ата-әсәгә, тотош коллективҡа имтиханға бәйле тыуған һәр төрлө аңлашылмаусанлыҡты яйға һалыуҙа булышлыҡ итә. Ошондай аңлатыу эштәрен бәләкәй кластарҙан уҡ башлау мөһимлеге хаҡында ла һүҙ алып барыла. Һөҙөмтәлә киләсәктә Берҙәм дәүләт имтиханы ябай һынау кеүек ҡабул ителер тигән ышаныс бар.
БДИ тапшырылған предмет уҡытыусыларының белем сифатын күтәреү буйынса аныҡ эш алып барыла: улар өсөн республика, район кимәлендә курстар, семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторола. Был йәһәттән айырыуса Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының тырыш хеҙмәтен билдәләргә кәрәк. Урындарҙағы методик берләшмәләрҙә лә педагогтарҙың белемен камиллаштырыу йәһәтенән махсус саралар даими уҙғарыла. Быйылғы дәүләт имтихандарының йомғаҡтарынан күренеүенсә, башҡарылған хеҙмәт ыңғай һөҙөмтә бирә. БДИ буйынса ошолай йылдан-йыл тәжрибә туплайбыҙ, нығынабыҙ, тимәк, инглиз теленән һынау алдында ла баҙап ҡалмаҫбыҙ. Алдына ҙур бурыс ҡуйылған уҡытыусы үҙе лә үҫешкә, камиллыҡҡа ынтылыр.
– Фамилиям – Әхмәтов. Хәйбулла районынан булам. Мине шул борсой: дәрестәр ҡыҫҡартылды, ә хаҡлы ялдағылар, йәштәргә урын бирмәйенсә, эшләүен һаман да дауам итә. Ауылыбыҙ мәктәбендә белем биреүҙең сифаты түбән булғанлыҡтан, күптәр балаларын ситкә уҡырға ебәрә. Һөҙөмтәлә беҙҙә 65 уҡыусы ғына ҡалды, ике класс бөтөнләй юҡ...
– Закон буйынса пенсионерҙы берәү ҙә эштән сығара алмай. Ләкин уның хеҙмәт сифаты башҡаларҙыҡы менән бер рәттән контролдә тотолорға тейеш. Ниндәй мәктәп икәнен яҙып алдым, хәлде тикшерербеҙ.
– Бәйләнештә – Йылайыр районынан Венера Бикбулатова. Урындағы ҡайһы бер тармаҡ етәкселәренең хеҙмәт кешеләренә тигеҙ ҡарамауы, яуапһыҙлығы ныҡ борсой, халыҡты йонсота...
– Аңлашылды, Венера ханым. Һеҙ әйткәндәрҙе, аталған исем-шәрифтәрҙе теркәп ҡуйҙым, мәсьәлә тикшерелер. Борсолмағыҙ.
“Һөҙөмтәле контракт” нимә ул?– Хәйерле көн, Әлфис Суфиян улы! Һеҙҙе Хәйбулла районының Подольск мәктәбе директоры Шәүрә Бүләкова борсой. Республика мәғариф кәңәшмәһендә педагогтың һөнәри стандартын индереү буйынса эш башланғаны хаҡында белдергәйнегеҙ. Ауыл мәктәбенең директоры булараҡ, коллектив һәм һәр уҡытыусы яңы һөнәри стандарт нормаларына ярашлы эшләһен өсөн уларҙы нисек әҙерләргә тейешмен?
– Был эш башланып ҡына тора, әлегә бөтөн ергә лә таралып өлгөрмәгән. Тәү сиратта стандартты үҙегеҙгә табып уҡырға, унан уҡытыусыларҙы таныштырыу мотлаҡ. Тотош бер педагогик кәңәшмәне ошо ҡағиҙәләрҙе өйрәнеүгә арнау кәрәктер. Стандартта барлыҡ уҡытыусыға талаптар яҙылған. Уларҙы һәр кем үҙләштерһә, эшләүе еңелерәк булыр.
Тиҙҙән “һөҙөмтәле контракт” тигән төшөнсәне тормошҡа ашыра башларға торабыҙ. Уның асылы шунда: эш биреүсе менән хеҙмәткәр сифатлы хеҙмәт өсөн яҡшы шарттар булдырыу хаҡында килешә. Ошо ҡағиҙә, ул боҙолған осраҡта күрелгән саралар хаҡында ла стандартта яҙылған. Барыһы менән дә танышырға, өйрәнергә кәрәк.
Белеүемсә, мәктәбегеҙҙә уҡыусылар күп, дүрт филиалығыҙ бар. Эшегеҙҙә артабан да уңыштар теләйем.
– Резеда Солтанова булам, Учалынан шылтыратам. Ҡаланың 1-се мәктәбендә белем алған улымдың дәрестәре төштән һуңға ҡуйылған. Төшкө сәғәт икенән һигеҙгә ҡәҙәр уҡыйҙар. Бала өсөн ифрат ауыр, дәрес әҙерләү ҙә уңайһыҙ ваҡытҡа тура килә. Ошо хәлде нисектер яйға һалып булмаймы икән?
– Ысынлап та, балаға икенсе сменала уҡыуы уңайһыҙ. Дәрестәр иртәнсәк уҙһа, уның түңәрәктәргә йөрөргә лә, ял итергә лә ваҡыты ҡалыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Резеда, мәктәбегеҙҙәге был мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү мөмкин түгел. Проблеманан сығыуҙың төрлө юлдарын эҙләйбеҙ, һәм улар яйлап тормошҡа ашырылыр.
– Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев борсой. Беҙҙең уҡыу йортона капиталь ремонт талап ителә. Мәғариф министрлығына хат менән мөрәжәғәт иткәйнек. Аҡса ҡасан бүленер икән?
– Быйылға ҡарар юҡ әле. Шулай ҙа нимәне йүнәтергә, яңыртырға кәрәклеге хаҡында аныҡ мәғлүмәт әҙерләгеҙ. Ҡарарбыҙ.
– Робот техникаһы буйынса ла һорауым бар ине. Киләсәккә инженерҙар тәрбиәләү маҡсатында мәктәптә ошондай йүнәлештә эш алып барабыҙ, уңыштарыбыҙ ҙа бар. Робот техникаһын үҫтереү буйынса республикала берәй программа ҡабул ителмәҫме икән?
– Был йүнәлештә камиллашыу өсөн иң тәүҙә электрон белем биреү программаһында ҡатнашыу мөһим. Әйтеүегеҙсә, әле ул эшкә тотонмағанһығыҙ. Электрон белем биреү буйынса фестивалдә ҡатнашығыҙ. Уңыштар һеҙгә, Инсур!
– Хәйерле көн! Бәйләнештә – Краснокама районынан Лоҡманов. Ауылдарҙа физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ни өсөн тейешле шарттар юҡ?
– Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарары менән федераль бюджеттан Башҡортостан ауылдарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында 47 миллион һумдан ашыу субсидия бүленде. Әле был аҡса республика ҡаҙнаһына күсте һәм 46 муниципаль районға бүлеп бирелде. Өҫтәүенә төбәк бюджетынан ошо уҡ маҡсатҡа 13 миллион һумдан ашыу өҫтәмә аҡса йәлеп ителде.
– Өфө районының Жуков ауылынан Әлфиә шылтырата. Ни өсөн ата-әсә йыл һайын дәреслектәр һатып алырға тейеш? Ҡайһы берҙәренең хаҡы бит 600 һумдан ашып китә! Ә ошо уҡ дәреслектәрҙе мәктәп күмәртәләп һатып алһа, дүрт-биш тапҡырға әҙерәк түләнер ине. Шулай булғас, уҡыу йорто ниңә был эш менән үҙе шөғөлләнмәй?
– “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законға ярашлы төп белем биреү программаларын үҙләштергән балаға уҡытыу эшмәкәрлеген алып барған ойошма тарафынан дәреслектәр, методик әсбаптар бушлай бирелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта илдең һәм республиканың ҡануниәте буйынса мәктәптәр башланғыс, төп һәм урта белем биреү программаларына ярашлы әсбаптарҙы үҙаллы һайлау хоҡуғына эйә. Был, әлбиттә, граждандарҙың бушлай белем алыу хоҡуғына ҡаршы килмәҫкә тейеш.
Сират мәсьәләһенә нөктә ҡуйырға ваҡыт– Әлфис Суфиян улы, һаумыһығыҙ! Дәүләкән ҡалаһынан Гөлнара Муллагилдина борсой. Ҡыҙыма – алты ай, әммә балалар баҡсаһында урын алыу өсөн электрон сиратҡа һаман да баҫмағанмын. Сәбәбе – рәсми йәшәү урыным юҡ. Прописканың булыуы мотлаҡмы?
– Электрон сиратҡа сабыйы булған һәр кем баҫа ала. Интернетҡа инеп ҡарағыҙ, унда барыһы ла яҙылған. Урындағы хакимиәттең мәғариф идаралығынан да белешмә алырға була. Эште һуҙмағыҙ, юғиһә аҙаҡ ауырға тура килеүе ихтимал.
– Өфөнән Миңлегөл Хисамова булам. Өләсәймен, шуға мине балалар баҡсаһында урын етмәү мәсьәләһе айырыуса ныҡ борсой. Был йәһәттән эш нисек бара икән?
– Башҡортостан буйынса дөйөм алғанда, әле өстән ете йәшкә тиклемге 14 меңдән ашыу сабый балалар баҡсаһына сиратта тора. Унан бәләкәйерәктәр – 59 мең самаһы. Сират мәсьәләһе киләһе йылдың аҙағына хәл итеп бөтөлөргә тейеш – республика Президентының талабы шундай. Быйыл ун меңдән ашыу урын булдырыу бурысы ҡуйылған. Шуларҙың дүрт меңдән ашыуы төҙөлөш аша тормошҡа ашырыла, ҡалғаны – альтернатив формалар (заманында башҡа ойошмаларға тапшырылған биналарҙы ҡайтарып алыу, ҡыҫҡа ваҡытлы төркөмдәр булдырыу, шәхси балалар баҡсалары асыу һәм башҡалар) ярҙамында. Борсолоуығыҙ өсөн рәхмәт, Миңлегөл ханым!
– Һеҙҙе Флорида Бикбаева борсой. Мәләүез ҡалаһында йәшәйем. Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа тотош ил буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар арта бара. Ундайҙарға сәләмәт тиңдәштәре менән бергә уҡыу мөмкинлеге тыуҙырыу йәһәтенән ниҙәр башҡарыла?
– Бындай алым, йәғни инклюзив белем биреү, бер нисә йыл элек тормошҡа ашырыла башланы. Өфөлә пилот режимында шундай ике мәктәп эшләй. Ундай уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙә сирҙең төрҙәре буйынса айырым талаптар бар. Ғөмүмән, бындай системаны киң йәйелдереү өсөн иң тәүҙә инфраструктураны әҙерләргә кәрәк. Ошо йәһәттән республика һәм Федераль үҙәк ҡаҙнаһынан бирелгән аҡса (быйыл төбәк бюджетынан 50 миллион һум бүленәсәк, илдекенән иһә 113 миллион һум киләсәк) маҡсатҡа ярашлы тотонола. Һөҙөмтәлә әле төбәк мәктәптәренең 11 проценты интеграль уҡытыуға әҙер. Ә план – егерме процентҡа еткереү. Пандустар, махсус бәҙрәфтәр булыуы һәм башҡа шарттар тыуҙырылыуы мөһим. Был бурыстарҙы атҡарыу йәһәтенән киләсәктә лә ныҡлы эш алып барыласаҡ.
Аңлап тораһығыҙ: физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү бик ауыр. Ҡатмарлы эште атҡарған педагогтарға эш хаҡы ла күберәк түләнә. Уларҙың төрлө льготалары ла бар.
– Башҡортса матур, таҙа һөйләшеүегеҙ, аныҡ итеп аңлатыуығыҙ менән бик шатландырҙығыҙ, Әлфис Суфиян улы. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Ауыл яҙмышына
ыңғай йоғонто яһай алабыҙ– Һаумыһығыҙ! Бөрйән районындағы Байназар урта мәктәбенең Мәһәҙей филиалы уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова булам. Беҙҙең уҡыу йорто алдынғыларҙан һанала, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Сығарылыш уҡыусыларының күбеһе белем алыуын артабан дауам итә. Мәктәп киләсәктә лә туғыҙ йыллыҡ булып ҡалһын ине...
– Бының шарты берәү генә: балалар күп булһын! Әле һеҙҙә 46 бала уҡый икән, ошо кимәлде төшөрөргә ярамай. Егеттәрҙе өйләндерегеҙ. Уҡытыусылар элек-электән йәмғиәттә ҙур урын биләгән, абруй ҡаҙанған, әйҙәүсе, ойоштороусы булған. Ошо сифаттар аша, һис шикһеҙ, бөгөнгө ауылдарҙың, мәктәптәрҙең яҙмышына ыңғай йоғонто яһай алабыҙ.
– Пенсионер-уҡытыусы Рәфиә Миһранова булам, Бишбүләк районындағы Аҙнай ауылынанмын. Беҙҙең белем усағы әлеге уҡыу йылынан Дим урта мәктәбенең филиалына әйләнде. Балалар иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем уҡый. Дәрестән ҡайтып, бер аҙ ял иткәс, ауылдағы мәктәпкә түңәрәккә йөрөһөндәр ине, тип уйлайбыҙ. Бындай сараны ойоштороу өсөн уҡытыусылар етерлек, балаҫ һуғыу, талдан төрлө фигуралар үреү оҫталары ла бар.
– Миңә хәлде ныҡлы өйрәнергә кәрәк. Ул тарификация һәм башҡа мәсьәләләр менән бәйле бит инде. Телефон номерығыҙҙы ҡалдырығыҙ, яуап бирербеҙ.
– Әбйәлил районындағы Әлмөхәмәт ауылы халҡы исеменән шылтыратам. Мәктәбебеҙ ябылыуға дусар булғас, 20-нән ашыу бала Урал ауылында белем алырға мәжбүр. Бер нисә ауыл уҡыусыларын йөрөткән автобус тулып килә лә беҙҙекеләргә ултырырға урын ҡалмай...
– Аңлашылды, мәсьәләне контролгә алырбыҙ. Ике рейс ойошторорғамы, айырым автобус кәрәкме – хәл ителер.
– Бәйләнештә – Йылайыр районының Бикйән ауылынан Айгөл Мортаева. Ике балам Байғужаға йөрөп белем ала. Ауылда уларҙан башҡа уҡыусы юҡ. Балаларҙы көн дә үҙебеҙҙең машинала йөрөтәбеҙ. Мәктәп бензин өсөн түләй торғайны, быйыл был мәсьәлә ыңғай хәл ителмәҫ кеүек...
– Ата-әсә баланы уҡырға үҙе йөрөтәм тип торғанда, уларға ярҙам итергә ҡушҡуллап әҙер булырға кәрәк. Мәсьәләне хәл итербеҙ, Айгөл ханым.
Иң мөһиме –
рухты юғалтмау– Татарстандан ҡайнар сәләм! Яр Саллы ҡалаһынан Нурйыһан Сәләхиева булам. Мин бер нисә йыл Башҡортостанда йәшәнем. Ундағы халыҡты бик ныҡ хөрмәт итәм. Һеҙҙең менән “тура бәйләнеш” үткәрелеүе хаҡында “Башҡортостан” гәзите аша белдем, уны Интернеттан уҡып барам. Мине шул борсой: Яр Саллыла башҡорт класы бар ине, ул ябылды. Ҡалала бит башҡорттар ифрат күп. Уларҙың балалары туған телен уҡымай үҫерме? Ошо мәсьәләне хәл итеп булмаймы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандан тороп Яр Саллы мәктәбенең эшмәкәрлеген көйләү мөмкин түгел. Министрлыҡ башҡорт класына төрлөсә ярҙам итте, осрашыуҙар үткәрҙе, аралашып йәшәне. Әммә уны һаҡлап ҡалыу – урында хәл ителә торған мәсьәлә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты аша эш итергә кәрәк. Улар был бурысҡа ныҡлап, әүҙем тотонһа, барыһы ла ыңғай хәл ителер тип ышанам. Туғандаш халыҡ яҙмышы өсөн борсолоуығыҙға ҙур рәхмәт, Нурйыһан ханым!
– Ҡырмыҫҡалы районынан Миләүшә Ғәйфуллина борсой. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарынан төбәк компоненттары зыян күрә. Быйыл, мәҫәлән, V-VI кластарға ошо стандарттар индерелеп, Башҡортостан мәҙәниәте тарихы өйрәнелмәй башланы. Коллектив та, ата-әсә лә бик борсола.
– Был һорау – Дәүләт Думаһы депутаттарына. Заманында улар ошо ҡағиҙәләрҙе ҡабул итте. Ә төбәктәр федераль дәүләт стандарттарын үҙгәртә алмай. Улар үтәлергә тейеш.
Ауыр хәлдән сығыу юлын өҫтәмә белем биреүҙе киңәйтеүҙә күрәм. Иң мөһиме – милли рухты юғалтмаҫҡа, тырышып эшләргә кәрәк. Бирешмәйек. Уңыштар һеҙгә, Миләүшә!
– Рәхмәт. Һеҙгә тағы ла бер һорауым бар ине. Ҡыҙым Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Интернатҡа түләү арта икән, тип ишеттек. Был дөрөҫмө?
– Хаҡтың артыуы ихтимал. Әммә әлегә был турала һүҙ йөрөтөүе иртәрәк. Мәсьәлә ҡарала ғына әле.
– Әлфиә Вәлиева булам. Белорет ҡалаһында йәшәйем, ике тиҫтәгә яҡын йыл инде мәктәптә эшләйем. Һуңғы осорҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға айырыуса ҙур талап ҡуялар. Бурыстарҙы еренә еткереп үтәгән, заманса алымдарҙы ҡулланып, тырышып, ихлас эшләгән педагогтарҙан бер төркөм туплау ниәтенә нисек ҡарайһығыҙ? Улар тәжрибә майҙансығы һымаҡ булыр ине.
– Бик хуп! Бындай тәжрибә майҙансыҡтары мотлаҡ кәрәк. Улар, һис шикһеҙ, заманса уҡытыу алымдарын киң йәйелдереүгә, телде уҡытыуға ыңғай ҡараш тәрбиәләүгә, төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереп, дөрөҫ һығымта яһауға булышлыҡ итәсәк.
Педагогтарҙы дәртләндереү сараларына килгәндә, беләһегеҙ, йыл һайын “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы уҙғарыла, конференциялар, семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторола. 2013/14 уҡыу йылында 600-ҙән ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында белемен камиллаштырҙы.
– Өфөнән Ләлә Бейешева борсой. Белеүемсә, урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә балалар 25-тән арта икән, улар ике класҡа бүлеп уҡытыла. Ни өсөн башҡорт телен өйрәткәндә лә шулай итмәйҙәр?
– Ысынлап та, ошондай проблема бар ине. Башҡорт телен өйрәнгән балаларҙы төркөмдәргә бүлеп уҡытыу мәсьәләһе беҙҙең министрлыҡ тарафынан ентекле өйрәнелде һәм ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индерелде. Һөҙөмтәлә 2014/15 уҡыу йылынан класта балалар һаны ауыл ерендә – 20-нән, ҡалала 25-тән артһа, улар төркөмдәргә бүлеп уҡытыла. Башланғыстың ыңғай һөҙөмтә биреренә ышанып ҡалайыҡ, Ләлә апай.
Редакциянан. Республиканың мәғариф министрына белем биреү учреждениеларының ҡулайлаштырылыуы сәбәпле эштән ҡыҫҡартылған уҡытыусыларҙан байтаҡ һорау бирелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе лә исем-шәрифен, районын атарға теләмәне, шул сәбәпле мәсьәләне аныҡ күҙаллау, ярҙам алымдарын барлау мөмкинлеге булманы. Ҡыҫҡартыуға дусар булып, яңы эш урыны таба алмағандарға түбәндәге дөйөм мәғлүмәтте еткерәбеҙ. Иң тәүҙә урындағы хакимиәттең мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда һеҙгә вакансиялар тураһында белешмә еткерелергә тейеш. Эш табыу мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Мәғариф министрлығының кадрҙар сәйәсәте бүлегенә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефондары – 8 (347) 218-03-63, 218-03-64.
Байтаҡ һорауҙың гәзит битендә урын алмағанына борсолмағыҙ. Сетерекле мәсьәләләр тикшерелгәс, хәлгә асыҡлыҡ индерелгәс, һорау биргән кеше яҙма рәүештә яуап аласаҡ.
Дилбәр ИШМОРАТОВА яҙып алды.