Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әҙәмде әҙәм иткән — әҙәп
Кешелә иң матур һыҙат ниндәй? Әҙәплелек! Борон-борондан үҙ-үҙеңде тота белеүгә ҙур иғтибар бирелгән. Мәҫәлән, грек философы Фалес: "Ҡарттарҙы ихтирам ит һәм ярҙам ҡулы һуҙыуҙан баш тартма. Зәғифтәрҙән көлмә", — тип яҙып ҡалдырған. Бөгөнгө һүҙебеҙҙе лә, уратып-суратып тормай, ҡыҙҙар этикетынан башларға булдыҡ. Ни тиһәләр ҙә, бөтә нәмә ҡатын-ҡыҙға бәйле — матурлыҡ, сафлыҡ, киләсәк, сәләмәт рух...
Психологтар фекеренсә, татыу ғаиләлә үҫкән ҡыҙ бала эшкә һәләтле, тыңлаусан һәм киләсәктә тормош көтөргә булдыҡлы, үҙ балаларына шәфҡәтле була. Ундайҙар "ярап торор әле" тип кейәүгә сыҡмай, ә ысын тормош ҡорорға, балалар үҫтерергә һәм яратҡан ирҙәре менән утҡа-һыуға инергә әҙер ҡатындарға әйләнә.
Иренә тоғро ҡатын, балаларының һөйөклө әсәһе булырға ҡыҙҙарҙы бәләкәстән өйрәтә башлау мөһим. Шуға ғаилә ағзаларының үҙ-ара шәфҡәтле булыуы — төп шарт. Ҡыҙ бала донъяға килә! Уны сәңгелдәктән үк шәфҡәтлелек, изгелек уратып алырға тейеш. Ҡыҙ бала янында ҡысҡырып өндәшеү, уға ҡарата тупаҫлыҡ күрһәтеү бер нисек тә үҙен аҡламай.
Әҙәмде әҙәп, изгелек биҙәй. Ҡыҙҙарға әҙәп икеләтә кәрәк. Улар — буласаҡ әсәләр! Ғөмүмән, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең өгөт-нәсихәте, кәңәштәре үҙе бер тәрбиә мәктәбе булған икән дә баһа! Өләсәйем: "Ҡыҙҙарҙың сәсен ҡырҡыу ярамай, бәхете кәмей. Ахирәт көнөндә Хоҙай Тәғәлә сәсеңде, тырнағыңды һорай. Улар — беҙҙең тәнебеҙҙең өлөштәре. Тырнағыңды шаршамбы көн генә киҫ. Тараҡтағы сәсте, тырнаҡты йә яғырға, йә күмергә кәрәк. Сәсеңде аш-һыу араһында тарама, ҡылы ашыңа төшөп, эс-бауырыңды ҡырҡыр. Тырнағыңды ашама, рәнйеүгә тарырһың. Ҡыҙҙар һыҙғырһа — гонаһ, килешмәй, йәшәгән нигеҙе ҡорой. Иҙән йыуғанда, һепергәндә ишек төбөнә ҡарай эшләргә кәрәк", — ти торғайны. Бөгөн ошоларҙы уйлайым да, өләсәйемдең тәрән аҡылына һушым китә. Ул бит беҙҙе, балаларын, рәнйеү, гонаһтарҙан да бигерәк, әҙәпкә, тәртипкә өйрәткән.
Әле булһа хәтеремдә: бер көн өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа килдем. Сәй эсеп ултырабыҙ. Сәйҙең эҫелеге — ауыҙға алғыһыҙ. Тоттом да эҫе сәйҙе шөпөрҙәй-шөпөрҙәй балғалаҡ менән эсә башланым. "Сәйҙе бер ваҡытта ла балғалаҡ менән эсмә, ирең эскесе булыр", — тине шул саҡ өләсәйем. Ҡолағым ҡарп итеп ҡалды. Кемдең эскесе ир менән йәшәгеһе килһен инде... Алама ғәҙәтте минутында оноттом. Йылдар үтте. Аллаға шөкөр, ирем "йәшел йылан" юлынан алыҫ йөрөй, әммә был балғалаҡҡа ғына бәйлелер тип уйламайым. Сәбәбе күпкә тәрәнерәк — өләсәйем тәрбиәһендә, уның изге фатихаларында, аҡыллы кәңәштәрендә.
Ғөмүмән, ҡыҙҙар этикеты — ул бик ҡатмарлы тема. Кешене, шулай ит, былай ит, улай ярамай, былай ярамай, тип кенә тәрбиәләп булмай. Шулай ҙа иғтибарығыҙға белгестәрҙең бер нисә кәңәшен тәҡдим итәбеҙ. Кем белә, бәлки, файҙаһы тейер:
- Кешеләр менән аралашҡанда иғтибарлы, әҙәпле булығыҙ.
- Көн дә иртән атай-әсәйегеҙҙе, туғандарығыҙҙы сәләмләргә онотмағыҙ.
- Телмәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ: тупаҫ һүҙҙәр, бер хәбәрҙе ҡат-ҡат ҡабатлау ҡатын-ҡыҙҙы матурламай.
- Һөйләшкәндә әңгәмәсегеҙҙе бүлдермәгеҙ.
- Күңелегеҙҙе ниндәй генә хис-тойғо биләп алмаһын, үҙегеҙҙең дә, кешенең дә баһаһын төшөрмәҫкә тырышығыҙ.
- Ваҡсыл булмағыҙ.
Ғөмүмән алғанда, ҡатын-ҡыҙға тәү сиратта мөләйем ҡараш, яғымлы өндәшеү, ололарҙы ихтирам итеү хас булырға тейештер, сөнки нәҡ улар аша был сифаттар ир-атҡа ла күсә бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә