Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күсей — Сибай араһы хәтирәләрҙе яңырта
“Башҡортостан”-Йома”ның 8 август һанында
К. Ишбулдинаның “Күсей — Сибай араһы: йәйәүләп тә бараһы...” тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Күптән булған, хәҙер онотолоп барған ваҡиғаларҙы ҡайтанан хәтергә төшөрҙө ул.


1960 — 1980 йылдарҙа Моҡас, Төрөкмән, Күсей ауылдарына автобус йөрөмәне. Урындағы халыҡ, Сибай, Баймаҡ ҡалаларына йомошо төшһә, ҡайта алмай йонсой ине. “Рәхимйән, зинһар, Моҡас ауылының бейек тауы­на алып бар әле”, “Дауахананан сыҡтым, хәлем юҡ” йә “Сумкам ауыр бит әле”, “Ҡараңғы төшмәҫ элек барайыҡ инде” тип беҙгә ауылдаштар күп кил­де. Атайымдың өс тәгәрмәсле мотоциклы бар ине. Өҫтәүенә ул шәп мейес сығарыусы булараҡ та тирә-яҡта танылғайны. Уға был һөнәрҙе әсәйемдең атаһы Ҡорбанғәле Буранбаев өйрәткән. Уның, Бөйөк Ватан һуғышы вете­ранының, ҡаты ауырыуҙан вафат булғанына ла ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым да арабыҙҙа 26 йыл инде юҡ. Хәҙер күп йорттар “зәңгәр яғыулыҡ” менән йылытылһа ла, ҡайһы бер өйҙәрҙә атайым һалған мейестәр бар әле. Элек ауылда бесән, утын әҙерләү эштәрендә әүҙем ҡатнаштыҡ. Бынан тыш, был ерҙә күптән картуф сәсәбеҙ.
Сирләгән өләсәйебеҙҙе, һуңғараҡ әсәйебеҙҙе ҡараштыҡ. Баймаҡ районының Моҫтай ауылындағы өләсәй менән олатайыбыҙҙың нигеҙен ташлағаныбыҙ юҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берҙән-бер вариҫтар тип һаналһаҡ та, өйҙө лә, ерҙе лә хосусилаштырып булмай. Өс йыл буйы Баймаҡ менән Төрөкмән юлын тапаным, ләкин белешмә бирмәнеләр. Шулай итеп, Төрөкмәнгә автобуста йөрөргә тура килде. Бер барғанымда Сибайҙан сығып та өлгөрмәнек, автобус эсенә туҙан тулды, етмәһә, бер туҡтауһыҙ һикертә. Халыҡ та күнегеп бөткән, ахырыһы. “Автобус ватылып ҡуймаһын, өйгә алып барып еткерһә ине”, — тип ҡурҡып ултыралар.
Ауыл халҡына сабырлыҡ теләйем, юл хәле яҡшыға үҙгәрер тип өмөтләнәбеҙ.


Автор: Мөғлифә РӘСҮЛЕВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә