“Башҡортостан”-Йома”ның 8 август һанында
К. Ишбулдинаның “Күсей — Сибай араһы: йәйәүләп тә бараһы...” тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Күптән булған, хәҙер онотолоп барған ваҡиғаларҙы ҡайтанан хәтергә төшөрҙө ул.
1960 — 1980 йылдарҙа Моҡас, Төрөкмән, Күсей ауылдарына автобус йөрөмәне. Урындағы халыҡ, Сибай, Баймаҡ ҡалаларына йомошо төшһә, ҡайта алмай йонсой ине. “Рәхимйән, зинһар, Моҡас ауылының бейек тауына алып бар әле”, “Дауахананан сыҡтым, хәлем юҡ” йә “Сумкам ауыр бит әле”, “Ҡараңғы төшмәҫ элек барайыҡ инде” тип беҙгә ауылдаштар күп килде. Атайымдың өс тәгәрмәсле мотоциклы бар ине. Өҫтәүенә ул шәп мейес сығарыусы булараҡ та тирә-яҡта танылғайны. Уға был һөнәрҙе әсәйемдең атаһы Ҡорбанғәле Буранбаев өйрәткән. Уның, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының, ҡаты ауырыуҙан вафат булғанына ла ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым да арабыҙҙа 26 йыл инде юҡ. Хәҙер күп йорттар “зәңгәр яғыулыҡ” менән йылытылһа ла, ҡайһы бер өйҙәрҙә атайым һалған мейестәр бар әле. Элек ауылда бесән, утын әҙерләү эштәрендә әүҙем ҡатнаштыҡ. Бынан тыш, был ерҙә күптән картуф сәсәбеҙ.
Сирләгән өләсәйебеҙҙе, һуңғараҡ әсәйебеҙҙе ҡараштыҡ. Баймаҡ районының Моҫтай ауылындағы өләсәй менән олатайыбыҙҙың нигеҙен ташлағаныбыҙ юҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берҙән-бер вариҫтар тип һаналһаҡ та, өйҙө лә, ерҙе лә хосусилаштырып булмай. Өс йыл буйы Баймаҡ менән Төрөкмән юлын тапаным, ләкин белешмә бирмәнеләр. Шулай итеп, Төрөкмәнгә автобуста йөрөргә тура килде. Бер барғанымда Сибайҙан сығып та өлгөрмәнек, автобус эсенә туҙан тулды, етмәһә, бер туҡтауһыҙ һикертә. Халыҡ та күнегеп бөткән, ахырыһы. “Автобус ватылып ҡуймаһын, өйгә алып барып еткерһә ине”, — тип ҡурҡып ултыралар.
Ауыл халҡына сабырлыҡ теләйем, юл хәле яҡшыға үҙгәрер тип өмөтләнәбеҙ.