Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәҙер таштан йорт һала
Хәҙер таштан йорт һала
Ауылыбыҙҙың оло йәштәге кешеләре менән һөйләшеп ултырһаң, ихлас күңелдән үҙҙәренең башынан үткән ауырлыҡтарҙы иҫләп, элекке ваҡыт менән хәҙергеһен сағыштыра башлайҙар. Тормоштары бер-береһенән әллә ни айырылып тормаһа ла, уртаҡлыҡ бар. Оло быуын кешеләренең һәр береһе аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ башынан үткәрһә лә, киләсәккә өмөт менән йәшәргә тырышҡан. Хәҙерге йәштәрҙең эскелеккә һалышыуына, эшһеҙ ятыуына, ҡыйынлыҡтарҙы күтәрә алмауына әсенәләр.


Бөгөнгө геройым — ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе Хәсән Хәйбулла улы Кәримов. Ул 1931 йылда Архангел районының Ҡыҫынды ауылында донъяға килгән. Ошо ихтирамлы кеше тураһында яҙмай булдыра алмайым.
– Кемгәлер ғүмере буйы уҡырға ла уҡырға, кемгәлер эшләргә лә эшләргә яҙған. Ә мин үҙемде иҫләгәндән алып тир түгәм, — тип һөйләй Хәсән ағай. — Атайымды хәтерләмәйем. Ул үлгәндә инәйем түгелеп илай икән. Ә мин: “Ниңә илайһың, инәй, әллә һыйырҙы быҙау им­гән­ме?” — тип һорағанмын... Өҫкә кейергә кейем булмағас, III класты ғына бөтөрҙөм дә уҡыуымды ташланым. Шунан алып үҙ яйымды үҙем күрә башланым...
Урманға барып, бәләкәй санаға утын әҙерләйем дә Ҡыҙыл Еҙем ауылына китәм, урыҫтарға бәрәңгегә алыштырам. Санаһына бер килограмм бирәләр. Йомролай бешерһәм, тиҙ бөтә, тип инәйем ҡырып бәрәңге өйрәһе яһай ине. Ҡараңғы төшкәнсе һалабаштан арҡан ишә торғайныҡ. Икенсе көн иртән әҙерләүсе йыйып ала ла беҙгә аҡса түләй. Ошолай йән аҫраныҡ. Ул ваҡытта бик күп ғаиләләр шулай көн итте. Һуғыш башланғанда миңә туғыҙ йәш тә туғыҙ ай булған. Ун ике йәшем тулыу менән “Ҡыҙыл партизан” колхозына эшкә сыҡтым. Ун дүрт йәшкә еткәс, Белорет районына урман ҡырҡырға алып киттеләр...
Малайҙың өҫтөндә кейеме булмай, аяғында — саба­та. Уныһы ике көнгә лә етмәй, ялбырлап бөтә. Аҡса булмағанлыҡтан, уны үреү теләге менән яна малай. Шул маҡсат менән оҫта сабата үреүсе Миңлеғәле бабайға бара. “Мин сабата үрергә өйрәнергә килдем”, — ти.
Бабай асыуланып өйөнән ҡыуа башлай. “Өйрәнергә кил­гән, имеш”, — тип ҡысҡыра. Ошо хәлдән һуң малайҙың теләге тағы ла нығыраҡ көсәйә.
Тағы бер көндө бабайға бара. “Сабата алырға килдеңме? Биш һум”, — ти теге. “Үҙем үрергә өйрәндем, тик бөтөрә белмәйем”, — тип яуаплай бала. Шунан һуң ғына оло кеше, йомшарып китеп, бына ошолай артҡа ҡайтарып бәйләйҙәр, тип күрһәтеп бирә.
– Һатырға ла бәйләй инегеҙме? — тип ҡыҙыҡһынам Хәсән Хәйбулла улынан.
– Ҡайҙа инде ул, йүкәне урмансы күрмәгәндә генә барып һыҙырып ала инем, — тип көлдө ул.
1951 йылдың апрелендә егетте армияға алалар. Хеҙмәткә тиклем үк Сибәрбикә исемле ҡыҙға өйләнә. Өс йыл да һигеҙ ай тигәндә генә тыуған яғына ҡайта.
Һәр кем үҙ бәхетен үҙе ҡора. Сибәрбикә Хисаметдин ҡыҙы менән Хәсән Хәйбулла улы алтмыш дүрт йыл ғүмер итеп, донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә бергә кисерә. Ун балаға — алты малайға, дүрт ҡыҙға — ғүмер бирәләр. Алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәй, үҙҙәре һымаҡ егәрле, матур, татыу булып үҫә балалары.
Хәсән Хәйбулла улы “Ҡыҙыл Еҙем” колхозында балта оҫтаһы булып эшләй. Аҙаҡ үҙенең төҙөүселәр бригада­һын туплай. Сибәрбикәһе иһә өйҙә балалар тәрбиәләй, мал-тыуар ҡарай. Йәйен өс-дүрт гектар сөгөлдөр үҫте­реп тапшыра. Уңған ирҙең хеҙмәте дәүләт тарафынан яҡшы баһалана.
1970 йылда ауылда ғына түгел, районда беренсе­ләрҙән булып еңел машина алып ебәрә. Шулай уҡ малайына ла ауылда йорт төҙөп ултырта.
Үҙҙәре күргәнде ҡыҙҙарым, улдарым кисермәһен тип тырышалар. Әммә тормошта барыһы ла һин теләгәнсә генә килеп сыҡмай шул. Улар уҡып, һөнәр алып, төрлөһө төрлө яҡҡа сығып киткән: ике малайы — Себерҙә, бе­ре­һе — Өфөлә, береһе — Салауатта, икеһе — Архан­гелдә, ҡыҙҙарҙың береһе — Әбйәлилдә. Өсәүһе ауылда. Барыһы ла эшендә алдынғы.
Бер балам да йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне, тип ғо­рур­лана Хәсән Хәйбулла улы. Бөтәһе лә матур итеп донъя көтә. Хәҙер инде аҡһаҡалдың 21 ейәне, 11 ейән­сәре бар.
Хәсән Хәйбулла улы бер көн дә, хатта бер сәғәт тә тик ултырмай. Ауыл зыяратын төҙөкләндереүҙә ҡатнаша, диләнкә алып, ауылға мәсет өсөн бура бурай. Уға иман йортон төҙөргә Венер Мөхөтдин улы Хәсәнов ярҙам итә. Аҡһаҡал үҙ теләге менән мәктәп күтәрелгәндән һуң ҡалған кирбесте ташып, яуҙан ҡайтмаған ауылдаштары иҫтәлегенә һәйкәл төҙөй.
Әҙәм балаһы донъяға килгәс, күпер һалһа, ҡоҙоҡ ҡаҙыһа, ағас ултыртып, йорт төҙөһә йә бер һөнәр өй­рәтһә, үҙе артынан нәҫелен дауам итерлек балалар ҡалдырһа, йәғни кешелек донъяһы файҙаланырлыҡ эш ҡылһа, алдына ҡуйылған бурысын үтәгән, тиҙәр. Хәсән Хәйбулла улы иһә тейешленән ун тапҡыр арттырғандыр.
Һәр йома Хәсән Кәримов мәсеткә намаҙға бара. Бынан тыш, мәктәп балаларына, теләк белдергән ауылдаштарына сабата үреү серҙәрен өйрәтә. “Зәңгәр яғыу­лыҡ” яғылған, һыу үткәрелгән, заманса йыһаз­лан­ды­рылған өйҙә ауылдаштарына үрнәк булып йәшәй. Тик бына былтыр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сибәрбикәһе оҙаҡ сирләгәндән һуң фани донъяны ҡалдырҙы.
Хәсән Хәйбулла улы, оло ҡайғыны еңеп, күптән күңеленә инеп оялаған хыялын тормошҡа ашырырға тотондо. Ҙур итеп ағастан түгел, ә таштан йорт һала башланы. “Әлеге өйөгөҙ бик матур, йылы, ниңә шунда ғына йәшәмәйһегеҙ?”— тип ҡыҙыҡһынам. Ул йылмайып ҡына: “Балалар күп бит, бөтәһе лә ҡайтып төшһә, һыймаҫбыҙ”, — ти.


Автор: Илүсә ВӘЛИЕВА. Район: Архангел районы, Ҡыҫынды ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә