Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ышанысты аҡларға кәрәк!
Йыл башында синоптиктар: «Быйыл Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, йәй 2010 йылдан да эҫерәк һәм ҡорораҡ буласаҡ», — тип хәбәр һалды. Мин иһә, һәүәҫкәр баҡсасы булараҡ, тәрән ҡайғыға ҡалдым.

Хәтерегеҙҙәлер, ул йылды йәй ысынлап та бик эҫе килде. Һауа температураһы — 30, ваҡыты менән хатта 40 градусҡа етте. Етмәһә, баҡ­самдағы торбаларҙа ла, ҡойола ла һыу бөттө. Күршеләремдең күбеһе баҡсаларына бөтөнләй йөрөмәй башланы хатта. Байтағының алмағас­тары ҡороно. Ә мин баҡсамды, бигерәк тә алмағастарымды яратҡанға күрә, ике саҡрым алыҫлыҡтан бәләкәй генә йылғасыҡтан биҙрәләр менән һыу ташып, уларҙы һаҡлап алып ҡалдым.
Синоптиктар киләһе ике-өс көнгә һауа торошон дөрөҫ фаразлаһа ла, ике-өс айға алдан күҙаллай алмай. Шуны хәтер һандығына һалып ҡуйһаҡ ине. Быйыл ҡыҫҡа ғына йәйебеҙҙең иң эҫе айында ла өшөп йөрөнөк бит. Етмәһә, туҡта­май ямғыр яуҙы. Балаҡатай, Силәбе өлкәһенең Нязепетровск райондарында йәшәгән туғанда­рым июль башында бесән әҙерләргә төшкәйне, бер туҡтауһыҙ яуған ямғыр уны серетеп бөтөрҙө. Август башында ла бесән эшләп бөтә алмай яфаланалар ине әле. “Был үләнде йыйып тораһы юҡ инде, уны мал барыбер ашамаясаҡ, икенсе ерҙән сабырға тура килер”, — тип ҡайғыға ҡалды улар. Бына бит, һауа торошона бәйле мәғлүмәттәрҙең алдан дөрөҫ әйтелмәүе ниндәй хәлгә ҡалдыра.
Әле яңыраҡ ҡына Краснокама, Яңауыл, Ҡал­тасы яҡтарында көслө ғәрәсәт үтте. Шуны синоп­тиктарыбыҙ алдан күрмәнеме икән ни? Ә бит ундай бәлә-ҡаза һуңғы ваҡытта Башҡорт­останда йышайҙы. Йомортҡа ҙурлыҡ боҙ-борсаҡ яуһын­мы, көслө ел-дауыл ағастарҙы тамырынан аҡта­рып, ҡыйыҡтарҙы алып китһенме, йәй уртаһында ҡар төшһөнмө...
Көн дә иртән йәки кис һауа торошон тыңлай­быҙ, тимәк, ышанабыҙ. Ә ышанысты аҡларға кәрәк, минеңсә.




Автор: Әсләм АРЫҪЛАНОВ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә