Йыл башында синоптиктар: «Быйыл Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, йәй 2010 йылдан да эҫерәк һәм ҡорораҡ буласаҡ», — тип хәбәр һалды. Мин иһә, һәүәҫкәр баҡсасы булараҡ, тәрән ҡайғыға ҡалдым.
Хәтерегеҙҙәлер, ул йылды йәй ысынлап та бик эҫе килде. Һауа температураһы — 30, ваҡыты менән хатта 40 градусҡа етте. Етмәһә, баҡсамдағы торбаларҙа ла, ҡойола ла һыу бөттө. Күршеләремдең күбеһе баҡсаларына бөтөнләй йөрөмәй башланы хатта. Байтағының алмағастары ҡороно. Ә мин баҡсамды, бигерәк тә алмағастарымды яратҡанға күрә, ике саҡрым алыҫлыҡтан бәләкәй генә йылғасыҡтан биҙрәләр менән һыу ташып, уларҙы һаҡлап алып ҡалдым.
Синоптиктар киләһе ике-өс көнгә һауа торошон дөрөҫ фаразлаһа ла, ике-өс айға алдан күҙаллай алмай. Шуны хәтер һандығына һалып ҡуйһаҡ ине. Быйыл ҡыҫҡа ғына йәйебеҙҙең иң эҫе айында ла өшөп йөрөнөк бит. Етмәһә, туҡтамай ямғыр яуҙы. Балаҡатай, Силәбе өлкәһенең Нязепетровск райондарында йәшәгән туғандарым июль башында бесән әҙерләргә төшкәйне, бер туҡтауһыҙ яуған ямғыр уны серетеп бөтөрҙө. Август башында ла бесән эшләп бөтә алмай яфаланалар ине әле. “Был үләнде йыйып тораһы юҡ инде, уны мал барыбер ашамаясаҡ, икенсе ерҙән сабырға тура килер”, — тип ҡайғыға ҡалды улар. Бына бит, һауа торошона бәйле мәғлүмәттәрҙең алдан дөрөҫ әйтелмәүе ниндәй хәлгә ҡалдыра.
Әле яңыраҡ ҡына Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы яҡтарында көслө ғәрәсәт үтте. Шуны синоптиктарыбыҙ алдан күрмәнеме икән ни? Ә бит ундай бәлә-ҡаза һуңғы ваҡытта Башҡортостанда йышайҙы. Йомортҡа ҙурлыҡ боҙ-борсаҡ яуһынмы, көслө ел-дауыл ағастарҙы тамырынан аҡтарып, ҡыйыҡтарҙы алып китһенме, йәй уртаһында ҡар төшһөнмө...
Көн дә иртән йәки кис һауа торошон тыңлайбыҙ, тимәк, ышанабыҙ. Ә ышанысты аҡларға кәрәк, минеңсә.