Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яратҡан шөғөл илһам бирә
Яратҡан эшең, һөнәрең булмаһа, тормош төҫһөҙ күренер ине, сөнки күңел һалып эшләгән хеҙмәт кенә илһам бирә. Минеңсә, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында йәшәгән Фәрхетдиновтар был йәһәттән һис тә үкенмәй. Уларҙы район үҙәгендә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Айгөл Рәйес ҡыҙы үҙен тәжрибәле медицина хеҙмәткәре итеп танытһа, ире Фәнис Фазыл улы — оҫта ҡуллы һөнәрмән.


Фәнис армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Мәсәғүт һөнәрселек училищеһында белем ала, үҫмерҙәр­ҙе рәссам һөнәре серҙәренә төшөн­дөрә. Училище ябылғас, төшөнкөлөккә бирел­мәй, кәрәкле ҡорамалдар туплап, оҫтахана асып ебәрә. Ағастан ниҙәр генә эшләмәй ул! Йорт йыһаздары, картиналар, ҡыҫҡаһы, һәммәһен оҫта итеп ҡойоп ҡуя. Уның натюрморт, пейзаж һәм портреттарына ихтыяж ҙур. Кистәрен рәсем төшөрөү менән шөғөлләнһә, көндөҙ йорт өсөн кәрәк-яраҡ эшләй. Нимәгә тотонһа ла, еренә еткереп, һоҡланырлыҡ итеп яһай. Өҫтәл-ултырғыс, ишек, килендәргә семәрле һандыҡ, тәҙрә рамдары, гөл һа­уыттары ултыртмалары, ағас ҡумыҙ, сабыйҙар өсөн карауат һәм сәңгел­дәк, уйынсыҡ аттар, тартмалар, шкаф һәм умарталарҙың барыһы ла зауыҡ менән эшләнә. Йорт һалғанда, ремонтҡа тотонғанда күптәр уға кәңәшкә килә. Ағас эше менән генә сикләнмәй, тимерлек асып, көндәлек кәрәк-яраҡ та етештерә.
Ҡатыны Айгөл – акушер-гинеколог. 23 йыл эшләү дәүерендә ул донъяға килгән әллә күпме сабыйҙы үҙ ҡулына алған. Белгесте эшенә талапсанлығы, етди ҡарағаны өсөн коллективында хөрмәт итәләр, әсәләр ҙә рәхмәтле. Уның кеүек һөнәр эйәләренең бәләкәй генә хатаһы ла бала һәм әсә һаулығы өсөн хәүефле. Шуға ла Айгөл Рәйес ҡыҙы белемен даими камиллаштырып тора. Йыл һайын маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Шиғри күңелле табип ул — гәзит уҡыусы­ларҙы яңынан-яңы шиғырҙары менән ҡыуандыра. Өлгөлө хужабикә лә, мәҫәлән, баҡсаһында күп төрлө емеш ағастары, хуш еҫле сәскәләр үҫтерә, аш-һыуы тәмле.
Улдары Фидан Башҡорт дәүләт нефть техник университетында икенсе курста уҡып йөрөй, ҡыҙҙары Ләйсән өсөнсө класта белем ала.
Айгөл менән Фәнис Фәрхет­диновтарҙың ғаилә ҡороуына быйыл – 22 йыл. Улар ауырлыҡтар алдында баш эймәй, күңел төшөнкөлөгөнә би­релмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәп ғүмер юлынан бергә атлай. Һоҡланып туя ал­маҫлыҡ был күркәм ғаиләгә артабан да яратҡан һөнәрҙәренә тоғро ҡалыуҙарын теләйек.


Автор: Фәнис ҒӘББӘСОВ. Район: Дыуан районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә