Яратҡан эшең, һөнәрең булмаһа, тормош төҫһөҙ күренер ине, сөнки күңел һалып эшләгән хеҙмәт кенә илһам бирә. Минеңсә, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында йәшәгән Фәрхетдиновтар был йәһәттән һис тә үкенмәй. Уларҙы район үҙәгендә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Айгөл Рәйес ҡыҙы үҙен тәжрибәле медицина хеҙмәткәре итеп танытһа, ире Фәнис Фазыл улы — оҫта ҡуллы һөнәрмән.
Фәнис армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Мәсәғүт һөнәрселек училищеһында белем ала, үҫмерҙәрҙе рәссам һөнәре серҙәренә төшөндөрә. Училище ябылғас, төшөнкөлөккә бирелмәй, кәрәкле ҡорамалдар туплап, оҫтахана асып ебәрә. Ағастан ниҙәр генә эшләмәй ул! Йорт йыһаздары, картиналар, ҡыҫҡаһы, һәммәһен оҫта итеп ҡойоп ҡуя. Уның натюрморт, пейзаж һәм портреттарына ихтыяж ҙур. Кистәрен рәсем төшөрөү менән шөғөлләнһә, көндөҙ йорт өсөн кәрәк-яраҡ эшләй. Нимәгә тотонһа ла, еренә еткереп, һоҡланырлыҡ итеп яһай. Өҫтәл-ултырғыс, ишек, килендәргә семәрле һандыҡ, тәҙрә рамдары, гөл һауыттары ултыртмалары, ағас ҡумыҙ, сабыйҙар өсөн карауат һәм сәңгелдәк, уйынсыҡ аттар, тартмалар, шкаф һәм умарталарҙың барыһы ла зауыҡ менән эшләнә. Йорт һалғанда, ремонтҡа тотонғанда күптәр уға кәңәшкә килә. Ағас эше менән генә сикләнмәй, тимерлек асып, көндәлек кәрәк-яраҡ та етештерә.
Ҡатыны Айгөл – акушер-гинеколог. 23 йыл эшләү дәүерендә ул донъяға килгән әллә күпме сабыйҙы үҙ ҡулына алған. Белгесте эшенә талапсанлығы, етди ҡарағаны өсөн коллективында хөрмәт итәләр, әсәләр ҙә рәхмәтле. Уның кеүек һөнәр эйәләренең бәләкәй генә хатаһы ла бала һәм әсә һаулығы өсөн хәүефле. Шуға ла Айгөл Рәйес ҡыҙы белемен даими камиллаштырып тора. Йыл һайын маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Шиғри күңелле табип ул — гәзит уҡыусыларҙы яңынан-яңы шиғырҙары менән ҡыуандыра. Өлгөлө хужабикә лә, мәҫәлән, баҡсаһында күп төрлө емеш ағастары, хуш еҫле сәскәләр үҫтерә, аш-һыуы тәмле.
Улдары Фидан Башҡорт дәүләт нефть техник университетында икенсе курста уҡып йөрөй, ҡыҙҙары Ләйсән өсөнсө класта белем ала.
Айгөл менән Фәнис Фәрхетдиновтарҙың ғаилә ҡороуына быйыл – 22 йыл. Улар ауырлыҡтар алдында баш эймәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәп ғүмер юлынан бергә атлай. Һоҡланып туя алмаҫлыҡ был күркәм ғаиләгә артабан да яратҡан һөнәрҙәренә тоғро ҡалыуҙарын теләйек.