Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Уны һеҙҙән алыу мәртәбәле...”
“Бирегеҙ ҡәләм, яҙайым сәләм” тигәндәй, август айында ла гәзит уҡыусыларыбыҙ менән хатлашыу әүҙем һәм емешле барҙы. Көҙгө эштәр тамамланыу алдында, үҫтерелгән уңышҡа, һуңғы осорҙағы яҙышыу-арала­шыуға һөҙөмтә яһарға ла ваҡыт етте. Бәғзеһенең ҡыуанысын уртаҡлашып, кәрәгенә ярҙам ҡулы һуҙыу – беҙҙең оло бурыс.


Хәйер, заманға ярашлы тормош та үҙгәрҙе, бөгөн сәләмде ҡәләмһеҙ ҙә яҙа алабыҙ. Интернет киңлектә­рен иңләп, гәзит сайтының ишеген шаҡыған хә­бәрҙәр төрлөлөгө һәм шәхсәнлеге менән билдәлән­де. Рәйес Түләктең “Яныу” поэма­һы “Уйландырҙы. Бик яҡшы әҫәр, миңә ныҡ оҡшай” тип баһаланһа, Мәрйәм Бураҡаеваның “Үҙ йорттарына ҡайтарырға ине ике оло шәхесте...” мәҡәләһе “Тулыһынса килешәм Мәрйәм апай менән. Һәр ваҡыттағыса, афарин!” тигән фе­кер менән нығытылды. Шулай уҡ А. Хәлиловтың “Ашығыс яр­ҙам”­ға – матди ярҙам” тигән мәҡәләһе, Алмас Шам­мастың “Йөрәк диңге­ҙенең мәр­йендәре” шиғри шәлкеме, Гөл­дәр Бүләк­ба­ева-Биргәнованың “Тыу­ма” тип аталған әҙәби әҫәре, Гөлсәсәк Аласованың “Ыласын һунары оҫтаһы” хаҡын­дағы яҙмаһы гәзит уҡыусыларҙың иғти­барын йәлеп итте.
Уларҙың социаль мәсьәләләрҙе кү­тә­реп сыҡҡан мәҡәләләре, Баш­ҡорт­остандың норматив-хоҡуҡи акттары менән даими танышып ба­рыуҙары ла абайлана. Хәбәр­себеҙ Мәхмүт Хужиндың “Урта хәллеләр. Рәсәйҙә күпме улар?” тигән һорауы нигеҙендә тыуған яҙ­маһы ла тос ҡына фекерҙәр тыу­ҙырҙы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һәр берегеҙҙең гәзиттең сайтына инеп, унда теге йәки был яҙмаға бәйле уйҙарығыҙҙы, ҡара­шы­ғыҙҙы белде­реү хоҡуғы бар. Ҡәләмһеҙ ҙә сәләм яҙыу форсатынан файҙаланып, электрон ҡорға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Шулай уҡ, башҡорт публи­цис­тикаһын үҫтереү, милли матбуғат­ты тәрән фекерле һәм үткер мә­ҡә­ләләр менән байытыу маҡса­тында беҙҙең гәзиттең Ризван Хажиев исемендәге премияһына ижади конкурс иғлан итеүебеҙ хаҡында ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Йыл аҙа­ғынаса барасаҡ бәйге­лә төрлө һөнәр кешеләре ҡатнаша ала. Яҙмалар публицистик рухта, аналитик фекерле, көнүҙәк проблемалар күтәргән булһын. Конкурста бер генә еңеүсе билдәләнәсәк, һәм уға “Башҡортостан” гәзите редак­цияһы үҙенең тәүге премия­һын тап­шырасаҡ. Яҙмалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: bashgazet@mail.ru; 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат.
Борсоған хәл-ваҡиғаларҙы сисеү юлын һорап мөрәжәғәт иткән дуҫ­та­рыбыҙға иһә дәүләт органдарынан, ойош­маларҙан алынған яуап­тарҙы еткереү өҫтөндә әүҙем эш барҙы. Атап әйткәндә, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан идара­лығы, Мәғариф, Ауыл хужалығы министрлыҡтары, Өфө, Стәрле­тамаҡ ҡалалары, Белорет, Ишембай, Баймаҡ, Әбйәлил райондары хакимиәттәре борсоулы хаттарға битараф ҡалманы, һорауҙарға төплө яуап бирҙе.



Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә