“Бирегеҙ ҡәләм, яҙайым сәләм” тигәндәй, август айында ла гәзит уҡыусыларыбыҙ менән хатлашыу әүҙем һәм емешле барҙы. Көҙгө эштәр тамамланыу алдында, үҫтерелгән уңышҡа, һуңғы осорҙағы яҙышыу-аралашыуға һөҙөмтә яһарға ла ваҡыт етте. Бәғзеһенең ҡыуанысын уртаҡлашып, кәрәгенә ярҙам ҡулы һуҙыу – беҙҙең оло бурыс.
Хәйер, заманға ярашлы тормош та үҙгәрҙе, бөгөн сәләмде ҡәләмһеҙ ҙә яҙа алабыҙ. Интернет киңлектәрен иңләп, гәзит сайтының ишеген шаҡыған хәбәрҙәр төрлөлөгө һәм шәхсәнлеге менән билдәләнде. Рәйес Түләктең “Яныу” поэмаһы “Уйландырҙы. Бик яҡшы әҫәр, миңә ныҡ оҡшай” тип баһаланһа, Мәрйәм Бураҡаеваның “Үҙ йорттарына ҡайтарырға ине ике оло шәхесте...” мәҡәләһе “Тулыһынса килешәм Мәрйәм апай менән. Һәр ваҡыттағыса, афарин!” тигән фекер менән нығытылды. Шулай уҡ А. Хәлиловтың “Ашығыс ярҙам”ға – матди ярҙам” тигән мәҡәләһе, Алмас Шаммастың “Йөрәк диңгеҙенең мәрйендәре” шиғри шәлкеме, Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнованың “Тыума” тип аталған әҙәби әҫәре, Гөлсәсәк Аласованың “Ыласын һунары оҫтаһы” хаҡындағы яҙмаһы гәзит уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте.
Уларҙың социаль мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡҡан мәҡәләләре, Башҡортостандың норматив-хоҡуҡи акттары менән даими танышып барыуҙары ла абайлана. Хәбәрсебеҙ Мәхмүт Хужиндың “Урта хәллеләр. Рәсәйҙә күпме улар?” тигән һорауы нигеҙендә тыуған яҙмаһы ла тос ҡына фекерҙәр тыуҙырҙы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һәр берегеҙҙең гәзиттең сайтына инеп, унда теге йәки был яҙмаға бәйле уйҙарығыҙҙы, ҡарашығыҙҙы белдереү хоҡуғы бар. Ҡәләмһеҙ ҙә сәләм яҙыу форсатынан файҙаланып, электрон ҡорға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Шулай уҡ, башҡорт публицистикаһын үҫтереү, милли матбуғатты тәрән фекерле һәм үткер мәҡәләләр менән байытыу маҡсатында беҙҙең гәзиттең Ризван Хажиев исемендәге премияһына ижади конкурс иғлан итеүебеҙ хаҡында ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Йыл аҙағынаса барасаҡ бәйгелә төрлө һөнәр кешеләре ҡатнаша ала. Яҙмалар публицистик рухта, аналитик фекерле, көнүҙәк проблемалар күтәргән булһын. Конкурста бер генә еңеүсе билдәләнәсәк, һәм уға “Башҡортостан” гәзите редакцияһы үҙенең тәүге премияһын тапшырасаҡ. Яҙмалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
[email protected]; 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат.
Борсоған хәл-ваҡиғаларҙы сисеү юлын һорап мөрәжәғәт иткән дуҫтарыбыҙға иһә дәүләт органдарынан, ойошмаларҙан алынған яуаптарҙы еткереү өҫтөндә әүҙем эш барҙы. Атап әйткәндә, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы, Мәғариф, Ауыл хужалығы министрлыҡтары, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Белорет, Ишембай, Баймаҡ, Әбйәлил райондары хакимиәттәре борсоулы хаттарға битараф ҡалманы, һорауҙарға төплө яуап бирҙе.