Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Исем өсөн үткәрелмәһен
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын мәғлүмәти яҡтан пропагандалау буйынса конкурс иғлан ителде. Унда ваҡытлы матбуғат һәм телевидение журналистары ғына түгел, Интернетта донъя күргән мәҡәлә авторҙары ла ҡатнашырға хоҡуҡлы. Беренсе урынды алған кешегә — 40 мең, икенсегә — 35, өсөнсөһөнә 25 мең һум премия вәғәҙә ителә. Әйтергә кәрәк, ТКХ реформаһы буйынса конкурс йыл һайын уҙғарыла, еңеүселәр ҙә билдәләнә, ләкин был сараның файҙалы эш коэффициенты ғына йәмәғәтселек өсөн йомаҡ булып ҡала.

Ысынлап та, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ иғлан ителеп тә һаман аҙағына еткерелмәгән был быуат проектының тотҡарланыу сәбәптәре нимәлә, һәм ни өсөн уларҙы бөтөрөп булмай? Әлбиттә, аяҡ салған хәл-күренештәрҙең һәм­мәһен дә теҙеп һанап сығыу мөмкин түгел. Ләкин хәл иткес роль уйнаған беренсел икеһен һис бер ауырлыҡһыҙ атарға була. Тәүгеһе, әлбиттә, социалистик системала яралып, ныҡлы тамырланған киң тармаҡлы хужалыҡты капиталистик рельстарға күсереү. Был эшмәкәрлек күп ваҡыт һәм эскерһеҙ тырышлыҡ талап итә.
Икенсе сәбәп тиҫтәләр­сә, бәлки, йөҙҙәрсә миллион торлаҡты үҙ эсенә алған үҙенсәлекле хужа­лыҡҡа идара итеү оҫта­лы­ғына ҡайтып ҡала. Граж­дан­дар йәмғиәте ойошоп етмәгән һәм хосуси милекселек институттары ҡағыҙҙа ғына йәшәгән мөхиттә ундай шәхестәрҙе табыу – үҙе бер проблема. Ошо ике хәл генә илебеҙҙә ТКХ реформаһының етди тотҡарлыҡтарға дусар ителеүе тураһында һөйләй, һәм уларҙы бөтөрөүҙә конкурстарҙың ярҙам итере бик шикле. Конкурс иғлан ителеүе унда, нигеҙҙә, ыңғай йөкмәткеле материалдарға иғтибар бүленәсәгенә ишаралай.
Ғөмүмән, конкурстар йыш һәм төрлө тематика буйынса иғлан ителеп тора. Мәҫәлән, Баш­ҡор­т­остандың Финанс министрлығы ла граждандар өсөн асыҡ ҡаҙна тураһында иң яҡшы проектҡа конкурс иғлан итте. Ошо хаҡтағы мәғлүмәт менән танышып сыҡҡандан һуң, унда был өлкәне яҡшы белгән ҡәләм оҫталары ғына ҡатнашырға йөрьәт итәсәгенә шик ҡалмай.
Быйылғы конкурстар араһында йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ, патриотизм, электрон мәғариф, ғаилә һәм ил киләсәге һ.б. күренә. Эйе, былар тураһында яҙырға, хатта бер-ике ыңғай миҫал да табырға мөмкин, әммә йәштәргә эш урындары етмәй, сөнки пенсионерҙар бушатмай. Ауылдар ҡартая, сөнки унда эш юҡ, һөҙөмтәлә йәштәр ситкә сығып китергә мәжбүр. Эшҡыуарлыҡ әкрен үҫешә, сөнки уға төрлө кимәлдәге чиновник аяҡ сала...
Заман башҡа – заң башҡа. Конкурс – идеологик йөкмәткеһе аныҡ билдәле социалистик йәмғиәт ҡаҙанышы, һәм ул заманында ыңғай роль уйнамай ҡалманы. Тик бөтәһен дә аҡса ағымы хәл иткән баҙар иҡтисады өсөн был алым йоғонтоломо һуң? Йәғни ваҡытлы матбуғаттың тиражы тиҫтәләрсә тапҡыр кәмегән, ун граждандың бер-икеһе генә ҡулына гәзит-журнал алған осорҙа, был файҙа килтерергә һәләтлеме?
Икенсенән, конкурста еңеүсе­ләрҙе билдәләү механизмы ла күптәр, шул иҫәптән журналистар өсөн дә көтөлмәгән һөҙөмтәгә килтерә. Әүелерәк тар даирәгә билдәле кешеләр ҙә еңеүсе булып сыҡҡыланы. Конкурстар үтә, премиялар тапшырыла тора икән, тимәк, был кемдәргәлер отошло. Ә бит премия рәүешендә бирелгән хаҡ та ҡайһы бер ватандаштарыбыҙҙың аҙналыҡ, хатта бер көнлөк килеменә торошло. Ул, әлбиттә, нисек кенә теләһәң дә, дәртләндереү сараһы була алмай. Бәлки, журналистарға шул да яраған, тигән кәйеф өҫтөнлөк итәлер?
Дәртләндереү сараларына яңыса, баҙар иҡтисады һәм лайыҡлы кеше күҙлегенән ҡараш – күптән хәл итеүҙе көткән мәсьәлә, тик ни ғиллә менәндер ул иғтибар үҙәгенән төшә килә. Проблеманы тикшергәндә, комиссия ҡарамағына тапшырылған материалдарҙың йөкмәткеһенә заман юғарылығынан тороп баһа бирелһен, комиссияла әҙерлекле кешеләр ултырһын һәм премия­ларҙың күләме лә дәртләндерерлек тос булһын ине. Ғөмүмән, был мәсьәләне үҙ ағышына ҡуйырға ярамай.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә