Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эшләргә, күберәк эшләргә!
Эшләргә, күберәк эшләргә!
Университет студентының сираттағы курс эшен тикшергәндә, “Совет осорондағы хужалыҡ етәкселәренең күпселеген яртылаш наҙан кешеләр тәшкил иткән. Был хәл ахыр сиктә ил иҡтисадының емерелеүенә килтергән. КПСС йөҙөндәге власть диктатураһы Советтар Союзының юҡҡа сығыуына сәбәпсе булған” тигән юлдар күҙгә ташланды.

Хеҙмәтте уҡып сыҡҡас, хәҙерге йәштәр­ҙең үҙе йәшәгән ил тарихын белмәүенә, ә беҙҙең, уҡытыусыларҙың, рәсми уҡыу программаларын үтәйбеҙ тип, уларға ошо белемде бирә алмауына үкенес тойғоһо биләп алды, күңелем болоҡһоп китте. Замана студенттары дәүләтебеҙ үҫешендәге ҡаҙаныштар хаҡында ла хәбәрҙар түгел, биш йыллыҡтар, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң илде йылдам тергеҙеү осорондағы һөҙөмтәләрҙе күҙ алдына ла килтермәй. Әйтерһең, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштермәгәнбеҙ ҙә Рәсәй кешеһен – Юрий Гагаринды – беренсе итеп Йыһанға осормағанбыҙ.
Илебеҙҙең фәнни-техник үҫешендәге ҡаҙаныштары ҙур. Ошо оло хеҙмәт, бөйөк еңеүҙәр артында үҙебеҙҙең юғары квалификациялы етәкселәр, партия һәм хужалыҡ кадрҙары торған бит.
Быйыл августа “Танып” шифаханаһында хеҙмәт ветераны, КПСС-тың Балтас район комитетында 20 йылдан ашыу беренсе секретарь булған, хәҙер хаҡлы ялдағы Ғәфүр Фәтҡи улы Фәтҡуллин менән танышҡас, ошо курс эше хәтергә төштө.
Йәнә бер осрашҡанда мин унан баҙар мөнәсәбәттәренә күскәнгә тиклем, йәғни Совет осоронда, ауылда кадрҙарҙың нисек әҙер­ләнеүе хаҡында һораным.
– Бик ҡыҙыҡлы дәүер ине ул. Кешеләр тырыш, етәкселәр, ҡағиҙә булараҡ, яуаплы, үҙ эшенең оҫтаһы ине. Ул осорҙа бындай вазифаға булдыҡһыҙ, осраҡлы кешеләр тәғәйенләнмәне. Ундайҙар оҙаҡ тотҡарланмай ине. Эшлекле, яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙе квалификацияны камиллаштырыу курсына, партия-хужалыҡ активы университетына, юғары партия мәктәбенә ебәрҙеләр. Кадрҙар резервы менән дә әүҙем эш алып барҙылар. Быларҙың барыһы ла ауыл хужалығын үҫтереү, ауылда тауар етештереүҙе арттырыу мөмкинлеген бирҙе, – тип яуапланы Ғәфүр Фәтҡи улы, бер аҙ уйланып торғандан һуң. – Баҫыуҙағы иген йыйып алынмаған, мал аҙығы әҙерләнмәгән, ерҙең буш ятҡан осраҡтарын бер ҙә хәтерләмәйем. Ҡоролоҡ йылдарында күмәк көс менән малсылыҡ өсөн миндек әҙерләй инек.
Шифахананан ҡайтыр саҡта Ғәфүр Фәтҡи улынан:
– Студенттарға, бөгөнгө йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр? – тип һораным.
Ул ҡыҫҡа, әммә ҡәтғи итеп:
– Эшләргә, күберәк эшләргә кәрәк, – тине.
84 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, был шәхес әүәлгесә сафта, гәзит-журналды, нәфис әҙәбиәтте күп уҡый, йәштәр менән осрашыу­ҙарҙа хеҙмәт кешеләре, ветерандар тураһында һөйләй. Элекке партия эшмәкә­ре­нең кешеләр менән идара итеүҙән тыш башҡа төрлө һәләттәрен дә асыҡламаҡсы булып, бер ваҡыт уны бильярд уйнарға саҡырҙым. Бында ла ул һынатманы. Яҡшы ғына уйнаһам да, Ғәфүр Фәтҡи улын еңә алманым. Уның кеүек шәхес­тәрҙең ниндәй генә эшкә тотонһа ла алдынғы булып ҡалыуына тағы ла бер ҡат инандым. Улар насар эшләй белмәй, бар булмышы тырышлыҡ менән һуғарылған.
Ғәфүр Фәтҡи улы бына алтмыш йылдан ашыу инде Римма Ғәҙел ҡыҙы менән татыу ғүмер итә. Изге күңелле, ярҙамсыл ҡатыны хаҡлы ялға сыҡҡансы табип булып эшләгән. Был һоҡланғыс кешеләрҙең һәр береһенең тормошо тотош китапҡа торошло, әммә улар үҙҙәре хаҡында әллә ни һөйләп бармай.
Хөрмәтле Ғәфүр Фәтҡи улына оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныс теләйбеҙ. Ә беҙ, университет уҡытыусылары, бөгөнгө йәштәргә, студент­тарға тырыш хеҙмәт менән генә тормошта уңышҡа өлгәшергә мөмкин тигән фекерҙе еткерергә бурыслыбыҙ. Хәҙерге заманда был айырыуса мөһим.
А. КОМАРОВ,
БДУ доценты, иҡтисад
фәндәре кандидаты
.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә