Университет студентының сираттағы курс эшен тикшергәндә, “Совет осорондағы хужалыҡ етәкселәренең күпселеген яртылаш наҙан кешеләр тәшкил иткән. Был хәл ахыр сиктә ил иҡтисадының емерелеүенә килтергән. КПСС йөҙөндәге власть диктатураһы Советтар Союзының юҡҡа сығыуына сәбәпсе булған” тигән юлдар күҙгә ташланды.
Хеҙмәтте уҡып сыҡҡас, хәҙерге йәштәрҙең үҙе йәшәгән ил тарихын белмәүенә, ә беҙҙең, уҡытыусыларҙың, рәсми уҡыу программаларын үтәйбеҙ тип, уларға ошо белемде бирә алмауына үкенес тойғоһо биләп алды, күңелем болоҡһоп китте. Замана студенттары дәүләтебеҙ үҫешендәге ҡаҙаныштар хаҡында ла хәбәрҙар түгел, биш йыллыҡтар, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң илде йылдам тергеҙеү осорондағы һөҙөмтәләрҙе күҙ алдына ла килтермәй. Әйтерһең, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштермәгәнбеҙ ҙә Рәсәй кешеһен – Юрий Гагаринды – беренсе итеп Йыһанға осормағанбыҙ.
Илебеҙҙең фәнни-техник үҫешендәге ҡаҙаныштары ҙур. Ошо оло хеҙмәт, бөйөк еңеүҙәр артында үҙебеҙҙең юғары квалификациялы етәкселәр, партия һәм хужалыҡ кадрҙары торған бит.
Быйыл августа “Танып” шифаханаһында хеҙмәт ветераны, КПСС-тың Балтас район комитетында 20 йылдан ашыу беренсе секретарь булған, хәҙер хаҡлы ялдағы Ғәфүр Фәтҡи улы Фәтҡуллин менән танышҡас, ошо курс эше хәтергә төштө.
Йәнә бер осрашҡанда мин унан баҙар мөнәсәбәттәренә күскәнгә тиклем, йәғни Совет осоронда, ауылда кадрҙарҙың нисек әҙерләнеүе хаҡында һораным.
– Бик ҡыҙыҡлы дәүер ине ул. Кешеләр тырыш, етәкселәр, ҡағиҙә булараҡ, яуаплы, үҙ эшенең оҫтаһы ине. Ул осорҙа бындай вазифаға булдыҡһыҙ, осраҡлы кешеләр тәғәйенләнмәне. Ундайҙар оҙаҡ тотҡарланмай ине. Эшлекле, яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙе квалификацияны камиллаштырыу курсына, партия-хужалыҡ активы университетына, юғары партия мәктәбенә ебәрҙеләр. Кадрҙар резервы менән дә әүҙем эш алып барҙылар. Быларҙың барыһы ла ауыл хужалығын үҫтереү, ауылда тауар етештереүҙе арттырыу мөмкинлеген бирҙе, – тип яуапланы Ғәфүр Фәтҡи улы, бер аҙ уйланып торғандан һуң. – Баҫыуҙағы иген йыйып алынмаған, мал аҙығы әҙерләнмәгән, ерҙең буш ятҡан осраҡтарын бер ҙә хәтерләмәйем. Ҡоролоҡ йылдарында күмәк көс менән малсылыҡ өсөн миндек әҙерләй инек.
Шифахананан ҡайтыр саҡта Ғәфүр Фәтҡи улынан:
– Студенттарға, бөгөнгө йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр? – тип һораным.
Ул ҡыҫҡа, әммә ҡәтғи итеп:
– Эшләргә, күберәк эшләргә кәрәк, – тине.
84 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, был шәхес әүәлгесә сафта, гәзит-журналды, нәфис әҙәбиәтте күп уҡый, йәштәр менән осрашыуҙарҙа хеҙмәт кешеләре, ветерандар тураһында һөйләй. Элекке партия эшмәкәренең кешеләр менән идара итеүҙән тыш башҡа төрлө һәләттәрен дә асыҡламаҡсы булып, бер ваҡыт уны бильярд уйнарға саҡырҙым. Бында ла ул һынатманы. Яҡшы ғына уйнаһам да, Ғәфүр Фәтҡи улын еңә алманым. Уның кеүек шәхестәрҙең ниндәй генә эшкә тотонһа ла алдынғы булып ҡалыуына тағы ла бер ҡат инандым. Улар насар эшләй белмәй, бар булмышы тырышлыҡ менән һуғарылған.
Ғәфүр Фәтҡи улы бына алтмыш йылдан ашыу инде Римма Ғәҙел ҡыҙы менән татыу ғүмер итә. Изге күңелле, ярҙамсыл ҡатыны хаҡлы ялға сыҡҡансы табип булып эшләгән. Был һоҡланғыс кешеләрҙең һәр береһенең тормошо тотош китапҡа торошло, әммә улар үҙҙәре хаҡында әллә ни һөйләп бармай.
Хөрмәтле Ғәфүр Фәтҡи улына оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныс теләйбеҙ. Ә беҙ, университет уҡытыусылары, бөгөнгө йәштәргә, студенттарға тырыш хеҙмәт менән генә тормошта уңышҡа өлгәшергә мөмкин тигән фекерҙе еткерергә бурыслыбыҙ. Хәҙерге заманда был айырыуса мөһим.
А. КОМАРОВ,
БДУ доценты, иҡтисад
фәндәре кандидаты.