Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өйө барҙың – көйө бар
Өйө барҙың – көйө бар 3-сө төҙөлөш фирмаһы Туймазы төбәген төҙөкләндереүгә көсөн йәлләмәй. Йәй уртаһында ғына 48 һәм 30 фатирлы ике йорт файҙаланыуға тапшырылған. Бында башлыса авария хәлендәге торлаҡтан күскәндәр. Ҡаршыбыҙға сыҡҡан Гүзәл апай Исламғолова ейәнсәре менән яңы балалар майҙансығына юлланғайны.
– Элекке йортобоҙ авария хәлендә булһа ла, ҡулдан килгәнсә тырышып, төҙөк­лән­дереп йәшәнек. Әммә беҙҙең аҫтағы фатирҙа янғын сыҡты. Төтөн, ҡором йортто ҡарағыһыҙ итте. Артабан унда йәшәргә теләк тә юҡ ине. Тап шул осорҙа ошо фатирға күстек. Әлбиттә, шатбыҙ! Бүлмәләр йылы, яҡты, иркен. Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Бына ейәнсәрем дә, балалар баҡсаһына бармайым, өләсәй менән яңы өйҙә ултырам, тип ашҡынып тора, – тип һөйләне ул.
Туймазыға юлланы­уы­быҙ­ҙың төп сәбәбе 12 фатирлы өс ҡатлы йортто асыу тантанаһында ҡатнашыу ине. Барып етеүебеҙгә ха­лыҡ йыйылған, шау-гөр ки­леп балалар уйнай. Туй­- мазыларҙы Башҡор­тостан­дың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт ко­ми­теты рәйесе урын­ба­ҫары Хәлит Мәхмүтов тәүгеләрҙән булып ҡотланы:
Өйө барҙың – көйө бар– Торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары ярҙамында йорт һалыу программаһы былтыр тергеҙелде. Федераль ки­мәлдә закондар ҡабул ителгәс, Туймазы һәм Нефтекама ҡалаларында тәүге йорттарға нигеҙ һалынды ла инде. Тап ошо төбәк­тәрҙең һайланыуы юҡҡа түгел, бында хакимиәттәр торлаҡ төҙөүгә ҙур иғтибар бүлә. Беҙҙең өмөт аҡланды. 3-сө төҙөлөш фирмаһы тиҙ арала йортто сафҡа ин­дерҙе. Өй алдын төҙөк­лән­дереүгә лә иғтибар бү­лен- ­гән: заманса йыһаз­лан­ды­рылған балалар май­ҙан­сығы, туҡталҡа бар. Туй­мазыла ғына түгел, республикала ла һеҙҙең тәжри­бәгә таянып төҙөлгән йорт­тар артҡандан-артыр. Бөгөн төбәктә 90 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыу­ға мохтаж. Әлеге программа иһә бюджет өл­- ­кә­­һендә эшләгәндәргә тә­ғә­йенләнгән. Ул торлаҡты баҙар хаҡынан 20 процентҡа осһоҙораҡҡа һатып алыу мөмкинлеген бирә.
Фатир асҡыстарын тапшырғанда Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфийәнов әлеге тәжрибәнең бик уңышлы булыуын йәнә бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йәмғиәт етәксеһе Илфир Миңлебаев ҡунаҡтарға фатирҙарҙы күрһәтте. Йорт хужалары ла, етәкселәр ҙә төҙөлөштөң сифатынан ҡәнәғәт ҡалды.
Өйө барҙың – көйө барАртабан ошо көндәрҙә сафҡа ингән йәнә бер объектҡа юлландыҡ – район­дың Әгертамаҡ ауылында ҙур сауҙа үҙәге асылды. Биләмәнең йылдан-йыл үҫеүенә 3-сө төҙөлөш тресы ҙур өлөш индергән. Бынан бер нисә йыл элек 180 йортлоҡ яңы урамға нигеҙ һалынған. Шунда уҡ “Теремок” исемле балалар баҡсаһы ҡалҡып сыҡҡан. Йәштәр бында гөрләтеп донъя көтә. Декрет ялында ултырған әсәйҙәр, бала-саға күп. Әммә бөгөнгә тиклем яңы урамда магазин бул­маған. Был хәл халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырған. Ошоно иҫәпкә алып, йәмғиәт ике ҡатлы сауҙа үҙәге һа­лырға хәл итә. Бында магазин, почта, дарыухана, бөҙрәхана, балалар өсөн ял бүлмәһе һәм кафе бар. Йүнселдәр ең һыҙғанып эш башлаған да инде.



Автор: Анфиса АЙЫТОВА, Лилиә НУРЕТДИНОВА. Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә