3-сө төҙөлөш фирмаһы Туймазы төбәген төҙөкләндереүгә көсөн йәлләмәй. Йәй уртаһында ғына 48 һәм 30 фатирлы ике йорт файҙаланыуға тапшырылған. Бында башлыса авария хәлендәге торлаҡтан күскәндәр. Ҡаршыбыҙға сыҡҡан Гүзәл апай Исламғолова ейәнсәре менән яңы балалар майҙансығына юлланғайны.
– Элекке йортобоҙ авария хәлендә булһа ла, ҡулдан килгәнсә тырышып, төҙөкләндереп йәшәнек. Әммә беҙҙең аҫтағы фатирҙа янғын сыҡты. Төтөн, ҡором йортто ҡарағыһыҙ итте. Артабан унда йәшәргә теләк тә юҡ ине. Тап шул осорҙа ошо фатирға күстек. Әлбиттә, шатбыҙ! Бүлмәләр йылы, яҡты, иркен. Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Бына ейәнсәрем дә, балалар баҡсаһына бармайым, өләсәй менән яңы өйҙә ултырам, тип ашҡынып тора, – тип һөйләне ул.
Туймазыға юлланыуыбыҙҙың төп сәбәбе 12 фатирлы өс ҡатлы йортто асыу тантанаһында ҡатнашыу ине. Барып етеүебеҙгә халыҡ йыйылған, шау-гөр килеп балалар уйнай. Туй- мазыларҙы Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Хәлит Мәхмүтов тәүгеләрҙән булып ҡотланы:
– Торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары ярҙамында йорт һалыу программаһы былтыр тергеҙелде. Федераль кимәлдә закондар ҡабул ителгәс, Туймазы һәм Нефтекама ҡалаларында тәүге йорттарға нигеҙ һалынды ла инде. Тап ошо төбәктәрҙең һайланыуы юҡҡа түгел, бында хакимиәттәр торлаҡ төҙөүгә ҙур иғтибар бүлә. Беҙҙең өмөт аҡланды. 3-сө төҙөлөш фирмаһы тиҙ арала йортто сафҡа индерҙе. Өй алдын төҙөкләндереүгә лә иғтибар бүлен- гән: заманса йыһазландырылған балалар майҙансығы, туҡталҡа бар. Туймазыла ғына түгел, республикала ла һеҙҙең тәжрибәгә таянып төҙөлгән йорттар артҡандан-артыр. Бөгөн төбәктә 90 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Әлеге программа иһә бюджет өл- кәһендә эшләгәндәргә тәғәйенләнгән. Ул торлаҡты баҙар хаҡынан 20 процентҡа осһоҙораҡҡа һатып алыу мөмкинлеген бирә.
Фатир асҡыстарын тапшырғанда Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфийәнов әлеге тәжрибәнең бик уңышлы булыуын йәнә бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йәмғиәт етәксеһе Илфир Миңлебаев ҡунаҡтарға фатирҙарҙы күрһәтте. Йорт хужалары ла, етәкселәр ҙә төҙөлөштөң сифатынан ҡәнәғәт ҡалды.
Артабан ошо көндәрҙә сафҡа ингән йәнә бер объектҡа юлландыҡ – райондың Әгертамаҡ ауылында ҙур сауҙа үҙәге асылды. Биләмәнең йылдан-йыл үҫеүенә 3-сө төҙөлөш тресы ҙур өлөш индергән. Бынан бер нисә йыл элек 180 йортлоҡ яңы урамға нигеҙ һалынған. Шунда уҡ “Теремок” исемле балалар баҡсаһы ҡалҡып сыҡҡан. Йәштәр бында гөрләтеп донъя көтә. Декрет ялында ултырған әсәйҙәр, бала-саға күп. Әммә бөгөнгә тиклем яңы урамда магазин булмаған. Был хәл халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырған. Ошоно иҫәпкә алып, йәмғиәт ике ҡатлы сауҙа үҙәге һалырға хәл итә. Бында магазин, почта, дарыухана, бөҙрәхана, балалар өсөн ял бүлмәһе һәм кафе бар. Йүнселдәр ең һыҙғанып эш башлаған да инде.