Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Колумб "күстәнәсе"
Колумб "күстәнәсе"XV быуат аҙағында атаҡлы Португалия сәйәхәтсеһе Христофор Колумб Америка ҡитғаһын аса. Был мөғжизәле ерҙән Колумб һәм уның диңгеҙселәре Европаға төрлө экзотик емештәр менән бергә тәмәке лә алып ҡайта. Шунан башлап Европала, аҙағыраҡ Азияла һәм башҡа ерҙәрҙә тәмәке тартыу ғәҙәте тарала.
Тәмәке тартыу — бик насар ғәҙәт. Ул кешенең һаулығын ҡаҡшата. Һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, үпкәнең яман шеше, бронхит, гастрит, ашҡаҙандың сей яраһы һәм башҡа ауырыуҙар йыш осрай. Улар кешегә оҙайлы ғазап килтерә, уның ғүмерен ҡыҫҡарта. Хатта үлемгә лә еткерә. Ғалимдарҙың тикшеренеүе шуны иҫбат итте: күп осраҡта һанап сыҡҡан ауырыуҙарҙың башланыу сәбәбе тәмәке тартыуға бәйле. Бынан тыш, тәмәкенең зарарлы тәьҫире арҡаһында ауыҙ тиресәһе боҙола, тештәр һарғая, улар серей башлай, иртәрәк төшә.
Үҫмер саҡта тәмәке тартыу айырыуса зарарлы. Төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булыуҙан тыш, тәмәке кешенең буйға үҫеүен тотҡарлай, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә кире йоғонто яһай. Тәмәке тартыусыларҙың йөрәге, үпкәһе һәм мускулдары хәлһеҙерәк була. Улар үҙ һаулығын ғына ҡаҡшатмай. Тәмәкенең ағыуы эргә-тирәләге йәки бүлмәләге кешеләргә тағы ла нығыраҡ зарарлы.
Тәмәкенең кешегә зыян килтереүе арҡаһында һуңғы йылдарҙа уға ҡаршы көрәш киң йәйелдерелде. Был эшкә табиптар, ғалимдар ғына түгел, дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө ойошмалар ҙа ҡушылды. Хатта 1980 йылды Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) Тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш йылы тип иғлан итте. Көрәш беҙҙең илдә генә түгел, ә тотош донъя күләмендә алып барыла. Ләкин тартыусылар, тәмәкенең зыянын аңлап, үҙҙәре үк был көрәшкә ҡушылмаһа, ул уңышһыҙ тамамланасаҡ.
Тәмәкенең зарары нимәлә сағыла һуң? Бик күп тикшеренеүселәрҙең иҫбат итеүенсә, тәмәкелә бик көслө ағыулы матдәләр бар: мышаяҡ, синиль кислотаһы, углерод окисе (һөрөм газы), метил алкоголе, акролин, бензоперин һәм башҡалар. Был ағыуҙарҙың хәүеф янауын түбәндәге тәжрибәләр иҫбат итә. Мәҫәлән, синиль кислотаһының 7 тамсыһы атты үлтерә, ә егерме папиростағы никотин кешенең ғүмерен өҙөргә мөмкин.
Тәмәке шулай ағыулы булғас, уны ни өсөн тарталар һуң? Бының сәбәбе төрлөсә. Күп осраҡта ул шуға ҡайтып ҡала: ҡайһы берәүҙәр өлкәндәргә оҡшарға тырышып, бик йәштән тарта башлай. Бәлки, был ваҡытта ул тәмәкенең зарарын да белмәйҙер. Ә зыянын тоя башлағас, тартыуҙы ташлай алмай интегә, сөнки организм күнегеп өлгөрә. Насар ғәҙәттән ҡотолоу өсөн ҙур ихтыяр көсө кәрәк.
Дөрөҫ, тәмәкегә ҡаршы дарыуҙар ҙа бар. Уларҙы табиптан яҙҙырып алып була, ләкин был осраҡта ла тәмәкене ташларға уйлаған кеше етди дауаланырға, ихтыяр көсө күрһәтергә тейеш.
Күп ваҡыт тәмәкенең зарары тиҙ генә беленмәй, уның кире йоғонтоһо йылдар үткәс кенә һиҙелә башлай. Шуға күрә ҡайһы бер ғәмһеҙ кешеләр, иҫе лә китмәй, тартыуын дауам итә. Йәнәһе, табиптар ҡурҡыта ғына. Бындайҙарға аҡыл йыш ҡына һуңлап килә. Ауырый башлағас, әлбиттә, ғәмһеҙлек иҫкә төшә, әммә терһәкте тешләп булмай.
Эйе, вайымһыҙлыҡ күрһәтеп, тәмәке тарта башлау, уға күнегеп китеү, шул арҡала һаулыҡты ҡаҡшатыу һәр кемде уйландырырға тейеш. Ә һаулыҡты кире ҡайтарыуы бик ҡыйын, ҡайһы саҡта мөмкин дә түгел.
Тәмәке тартыу — насар һәм зарарлы ғәҙәт. Унан һаҡланығыҙ, белә тороп бәләгә юлыҡмағыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә