Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылдар, аралар аша...
Йылдар,  аралар аша...
Билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтовтың исеме республикабыҙҙа күптәргә таныш. Үткер күҙле фото оҫтаһы йәнтөйәгебеҙҙә уҙғарылған һәр мөһим сараның үҙәгендә ҡайнай. Беҙ күрмәгән матурлыҡты, ҡабатланмаҫ күренеште ул шунда уҡ шылт иттереп төшөрөп тә ала. Был хеҙмәттәрҙе ябай фото тип атап булмай. Уларҙың һәр береһе – юғары сәнғәт өлгөһө. Рәмил Исмәғил улы, рәссам күҙе менән күреп, эләктереп өлгөргән кадрҙарында республикабыҙҙың, илебеҙҙең тарихы сағыла.

Әйткәндәй, Башҡортостан­дың ха­лыҡ рәссамы, рес­публикабыҙҙың Салауат Юла­ев исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты Рәмил Килмә­мәтов яратҡан шөғөлөнә 35 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Ошо дәүер эсендә ул ер-һыуыбыҙҙы ар­ҡыры­һынан буйына йөрөп сыҡҡан, бынан тыш, бик күп илдәрҙе лә гиҙ­гән. Фотоһүрәт­тәре Мәс­кәүҙә, Санкт-Петербургта, Ас­та­нала, Баҡыла, Мин­с­киҙа, Истанбулда, Анкарала, Ҡаһи­рәлә, Римда, Парижда, Дрезденда, Берлинда һәм башҡа төбәк­тәрҙә шәхси күргәҙмәлә­ренә ҡуйыла.
Йылдар,  аралар аша...Ошо көндәрҙә арҙаҡлы за­ман­да­шы­быҙ, Башҡорт­остан­дың һәм Рә­сәй­ҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Рәмил Килмәмәтов 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан рес­публикабыҙҙың Милли музейында уның “Йылдар, аралар аша” тигән фото­күргәҙмәһе асыл­ды. Иҫтәлекле ваҡиға уңайынан ижадсыны Баш­ҡорт­остандың мәҙә­ниәт министры урынбаҫары Ранис Ал­тын­баев, Республика халыҡ ижа­ды үҙәге директоры Байрас Ишбир­ҙин, шулай уҡ дуҫтары, хеҙ­мәт­тәштәре, Салауат, Благовар, Ҡыйғы, Дыуан район ха­кимиәттәре вәкилдәре ҡотланы.
Рәсәй фотосәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән шә­хестең был күргәҙ­мәһендә «Башҡорт аттары тура­һын­да йыр», «Һабантуй», «Миңә яҡын Ер», «Еңеү һалдаттары», «Көньяҡ Урал», «Йолаларҙы һаҡлаған ер», «Дуҫымдың күҙҙәре күргән Иран» кеүек төрлө тематик циклдарҙан торған ижади эштәре урын алған.
Республикабыҙҙың үҫешенә күп көс һалған кеше­ләрҙең фотопортреттары күргәҙмәлә айырыуса иғтибар­ҙы йәлеп итә: ихлас йылмайған Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов, халыҡ шағирҙары – яҡ­таштары араһында Назар Нәжми, ҡулын йөрәгенә ҡуйған Рауил Бикбаев, алыҫтарға ҡараш ташлаған академик Әхмәт Сөләймәнов, тәрән уйҙарға сумған режиссер Олег Ханов, ҡатмарлы операциянан һуң бер аҙ хәл алырға ултырған офтальмолог Эрнст Мулдашев...
Рәмил Килмәмәтовтың осҡор ҡа­рашы Башҡортостан менән генә сик­ләнмәй, Рәсәй киңлектәрен дә айҡай: башҡорт милли кейемендә сәхнәлә баҫып торған Юрий Лужков, трибунанан ялҡынлы сығыш яһаған Михаил Горбачев, Өфө халҡы менән осра­шыуға килгән Владимир Путин...
— Мин өлкән быуын кешеләрен яратам, – ти Рәмил Исмә­ғил улы, – улар ауыр­лыҡтар аша үткән, һу­ғышты ла, аслыҡты ла, һыуыҡты ла кисергән. Был быуын тура­һын­да күберәк һөйләргә те­ләйем. Әгәр бөгөн ошоно эшләп өлгөрмәһәк, һуң була­саҡ. Республика тарихы өсөн уларҙы һаҡлап ҡалдырғы ки­лә. Оло кешеләр бөгөн дә бик матур, уларҙың һәр йы­йыр­сығында заман эҙе һаҡлана.
– Ошонда булған фото­һү­рәт­тәрҙе ҡарап ҡына ла, Баш­ҡортостандың тарихын өйрәнергә була, – тигәйне күргәҙмә менән танышырға килгән­дәрҙең береһе. Ижадсы Рәмил Кил­мә­мәтов өсөн шунан да юғарыраҡ баһа юҡтыр.



Автор: А. АБҘАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә