Билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтовтың исеме республикабыҙҙа күптәргә таныш. Үткер күҙле фото оҫтаһы йәнтөйәгебеҙҙә уҙғарылған һәр мөһим сараның үҙәгендә ҡайнай. Беҙ күрмәгән матурлыҡты, ҡабатланмаҫ күренеште ул шунда уҡ шылт иттереп төшөрөп тә ала. Был хеҙмәттәрҙе ябай фото тип атап булмай. Уларҙың һәр береһе – юғары сәнғәт өлгөһө. Рәмил Исмәғил улы, рәссам күҙе менән күреп, эләктереп өлгөргән кадрҙарында республикабыҙҙың, илебеҙҙең тарихы сағыла.
Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов яратҡан шөғөлөнә 35 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Ошо дәүер эсендә ул ер-һыуыбыҙҙы арҡырыһынан буйына йөрөп сыҡҡан, бынан тыш, бик күп илдәрҙе лә гиҙгән. Фотоһүрәттәре Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Астанала, Баҡыла, Минскиҙа, Истанбулда, Анкарала, Ҡаһирәлә, Римда, Парижда, Дрезденда, Берлинда һәм башҡа төбәктәрҙә шәхси күргәҙмәләренә ҡуйыла.
Ошо көндәрҙә арҙаҡлы замандашыбыҙ, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Килмәмәтов 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан республикабыҙҙың Милли музейында уның “Йылдар, аралар аша” тигән фотокүргәҙмәһе асылды. Иҫтәлекле ваҡиға уңайынан ижадсыны Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин, шулай уҡ дуҫтары, хеҙмәттәштәре, Салауат, Благовар, Ҡыйғы, Дыуан район хакимиәттәре вәкилдәре ҡотланы.
Рәсәй фотосәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестең был күргәҙмәһендә «Башҡорт аттары тураһында йыр», «Һабантуй», «Миңә яҡын Ер», «Еңеү һалдаттары», «Көньяҡ Урал», «Йолаларҙы һаҡлаған ер», «Дуҫымдың күҙҙәре күргән Иран» кеүек төрлө тематик циклдарҙан торған ижади эштәре урын алған.
Республикабыҙҙың үҫешенә күп көс һалған кешеләрҙең фотопортреттары күргәҙмәлә айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә: ихлас йылмайған Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов, халыҡ шағирҙары – яҡташтары араһында Назар Нәжми, ҡулын йөрәгенә ҡуйған Рауил Бикбаев, алыҫтарға ҡараш ташлаған академик Әхмәт Сөләймәнов, тәрән уйҙарға сумған режиссер Олег Ханов, ҡатмарлы операциянан һуң бер аҙ хәл алырға ултырған офтальмолог Эрнст Мулдашев...
Рәмил Килмәмәтовтың осҡор ҡарашы Башҡортостан менән генә сикләнмәй, Рәсәй киңлектәрен дә айҡай: башҡорт милли кейемендә сәхнәлә баҫып торған Юрий Лужков, трибунанан ялҡынлы сығыш яһаған Михаил Горбачев, Өфө халҡы менән осрашыуға килгән Владимир Путин...
— Мин өлкән быуын кешеләрен яратам, – ти Рәмил Исмәғил улы, – улар ауырлыҡтар аша үткән, һуғышты ла, аслыҡты ла, һыуыҡты ла кисергән. Был быуын тураһында күберәк һөйләргә теләйем. Әгәр бөгөн ошоно эшләп өлгөрмәһәк, һуң буласаҡ. Республика тарихы өсөн уларҙы һаҡлап ҡалдырғы килә. Оло кешеләр бөгөн дә бик матур, уларҙың һәр йыйырсығында заман эҙе һаҡлана.
– Ошонда булған фотоһүрәттәрҙе ҡарап ҡына ла, Башҡортостандың тарихын өйрәнергә була, – тигәйне күргәҙмә менән танышырға килгәндәрҙең береһе. Ижадсы Рәмил Килмәмәтов өсөн шунан да юғарыраҡ баһа юҡтыр.