Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бына һиңә мөхәббәт...
Алсаҡ, һүҙсән Оксана менән диңгеҙ буйында ял иткәндә танышҡайныҡ. Ул да, минең кеүек, Башҡортостандан булғас, тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Ялда ни, аралашырға ваҡыт етерлек.
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Оксананың балалары үҫмер ҡорона ингән: кейәүгә иртә сыҡҡан икән. Иренең фотоһын да күрһәтте – һөймәлекле, күркәм генә. Элемтә ҡиммәт булыуға ҡарамаҫтан, йыш ҡына шылтыратып, хәл белешеп тора – ҡыҫҡаһы, ситтән ҡарағанда, татыу, мөхәббәтле ғаилә кеүек. Шулай ҙа мине Оксананың иренә бер аҙ дорфа мөнәсәбәте, уның менән теләр-теләмәҫ кенә һөйләшеүе һағайтты – әйтерһең дә, оло үпкәһе бар.
Сере үтә ябай, әммә аяныслы булып сыҡты: Сергей Оксанаға хыянат иткән. Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай, тиер бәғзеләр. Тәүге ҡарамаҡҡа ысынлап та шулай... Әммә тарихты ишеткәс, Оксананың сабырлығына хайран ҡалдым һәм дорфа ҡылығының сәбәбен аңлағандай булдым. Уның тарихын һеҙгә лә бәйән итмәксемен.
Ул ғаиләлә берҙән-бер бала булып, иркә, ҡурсаулы ҡосаҡта тәрбиәләнгән, атаһы менән әсәһе, арыу ғына урында эшләгән кешеләр, ҡыҙҙарының бер теләгенә лә ҡаршы килмәгән. "Шул уҡ ваҡытта, эргәләренән дә ебәрмәнеләр, хатта Өфөгә университетҡа уҡырға барам тигәс, хәүефһеҙерәк булыр тип, мине ситтән тороп уҡыу бүлегенә инергә өгөтләнеләр. Ҡайҙа, кем менән, ни өсөн барам – минең һәр аҙымым уларға билдәле булды. Ауылдың иң сибәр егете Сергей артымдан йөрөй башлағас, әсәйем ҡаршы төштө – нисек инде иркә, нәзәкәтле, ҡәҙерле берҙән-бер сабыйын ҡыҙҙарҙың иғтибарынан аҙып бөткән егеткә бирмәк кәрәк, нисек уға ышанырға мөмкин? Әммә тора-бара Сергей яҡындарымды хис-тойғоларының ихласлығына ышандырҙы буғай – бер йыл тигәндә туй үткәрҙек", – ти Оксана.
Йәш ғаилә һәүетемсә донъя көтә. Оксананың ата-әсәһе йәштәргә йорт рәтләй, бер-бер артлы ике бала донъяға килә – ҡыҫҡаһы, ҡәҙимге тормош, көндәлек мәшәҡәттәр менән ғүмер алға аға ла аға. Ситтән тороп юғары уҡыу йорто тамамлаған йәш ҡатынды атаһы йылы урынға эшкә урынлаштыра, әсәһе балаларҙы ҡараша – Оксана артыҡ ауырлыҡ кисермәй генә йәшәй бирә.
Уның һөйләгәндәренән: "Ҡайһы саҡта ялға-байрамға Сергейҙың һеңлеһе Даша ире менән ҡунаҡҡа килә торғайны. Ул күңелсәк, төрлө мәҙәктәр уйлап сығара. Тәбиғәт ҡосағына ял итергә барабыҙ, шашлыҡ ҡурабыҙ... Ҡайһы саҡта беҙгә Дашаның әхирәте Лиана ла ҡушыла торғайны. Ул ире менән күрше ҡалала тора. Сибәр, әммә бәхетһеҙ ҡатын – баҡһаң, оҙаҡ йылдар бәпестәре юҡ икән. Икеһе лә тикшереү үткән, ғәйеп ирендә тигәндәр".
Бына шундай күңелле компания хасил була. Байрамдар – бергә, ҡайғы-шатлыҡтар, проблемалар ҙа уртаҡ.
Әммә... Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Сергейҙың ҡапыл ғына үҙгәреп китеүен, үҙ-үҙенә йомолоуын тоя Оксана. Командировкалары йышая, өйгә ҡайтмаған саҡтары ла булғылай. Яуап бер: "Эшем бөтмәне, ҡаланан ҡайтҡанда машина боҙолдо" һәм башҡалар... "Күңелем ниҙер һиҙә, әммә осона сыға алмайым. Берәйһе менән сыуалһа, ауылда хәбәр тиҙ таралыр ине, тип үҙемде тынысландырған булам, – тип һөйләй Оксана. – Шулай, ауыр уйҙарға батып йөрөгәндә, бер ял көнөндә ҡунаҡҡа Даша менән Лиана килеп төштө. Тәбиғәткә ял итергә сыҡтыҡ. Ирҙәр балыҡ ҡармаҡлай, шашлыҡ ҡура, беҙ ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, хәбәр һатабыҙ. Ҡыуаныслы яңылыҡ бар икән – Лиана менән Тимур бәпәй көтә! Йылдар буйы теләгән мөғжизә, ниһайәт, тормошҡа ашҡан – уның өсөн барыбыҙ ҙа бик шатландыҡ. Мин иһә ирем менән арабыҙҙың һыуынғанын, өйҙә көн дә тауыш ҡупҡанын һөйләргә ҡыйманым, был хәлдең сәбәбен үҙем дә белмәгәс, ни тип әйтәһең инде?"
Һәр ғәмәлдең аҙағы була. Ғаилә көрсөгө иң юғары нөктәһенә етте тигәндә Оксанаға Лиана шылтырата. Ауырлы ҡатынға бала табырға иҫәпле көндәр ҡалған – башта шул хаҡта әңгәмәләшәләр. Ҡапыл Лиананың тауышы үҙгәреп китә, һәм ул Оксанаға ҡысҡыра башлай: "Иҫәр һин, Оксана! Шул тиклем бер ҡатлыһың! Танау төбөндә ни булғанын да белмәйһең! Кеше шул тиклем асығауыҙ булмай ҙа инде! Эйе, мин бала табам, малай тыуасағын да беләм һәм был сабый – Сергейҙыҡы. Беҙ бер йылдан ашыу осрашабыҙ инде, киләсәктә бергә булырға ниәтләйбеҙ. Һинең кеүек балалыҡтан сығып бөтмәгән иҫәркәй менән йәшәгәнсе, минең менән күпкә бәхетлерәк буласаҡ", – Лиана, күрәһең, күптән ҡыйыулыҡ туплап йөрөгәндер – ошо һүҙҙәрҙе бер тынала теҙә лә телефон трубкаһын ташлап та ҡуя.
Шаңҡыған Оксана ни иларға, ни көлөргә белмәй оҙаҡ ултыра. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит! Уны, ысынлап та, мыҫҡыллағандар, кәмһеткәндәр, битенән көлгәндәр: ошо йыл эсендә күпме уртаҡ табында булдылар, Лиана өсөн, әсәлек бәхетен татыясаҡ тип, шатланып йөрөгән булды. Баҡһаң, хәлдәр бына нисек икән...
Оксана бик ауыр хәлдә ҡала. Беренсенән, барыһы ла мәғлүм булғас, Сергей Лианаға мөхәббәтем ҙур, мин уның менән йәшәйәсәкмен, тип белдерә һәм, әйберҙәрен йыйып, ҡалаға сығып китә. Лиананың ире иһә, ҡатынының хыянатын ғәфү итеп, миһырбанлыҡ күрһәтә һәм әсәһе янына күсергә ризалыҡ бирә. Оксанаға ни янағанын Даша ла белгән икән: әммә ул еңгәһенең күңелен уйлауҙан бигерәк, әхирәтенең һәм ағаһының ҡылығын яҡлауҙы хуп күргән – мөхәббәт, йәнәһе!
Бына шулай, бер минут эсендә Оксананың "алһыу күҙлеге" ватыла, хыялдары селпәрәмә килә, "тормош ниндәй матур!" тип донъяға баҡҡан ҡатын өсөн ысын мәғәнәһендә ҡара көндәр башлана. "Атайым менән әсәйем: "Әйттек беҙ һиңә – кейәү ысын йөҙөн күрһәтер әле тип, тап шулай килеп сыҡты", – тип әсенһә лә, мине яңғыҙ ҡалдырманы. Ә иремдең туған-тыумасаһы "тынлыҡ" уйнарға булды – исмаһам, береһе шылтыратып хәл белһә, балалар нисек, тип һораһа!? Әйтерһең дә, Сергейҙың аҙғынлығында мин ғәйепле! Ә мин бит, килен булараҡ, ҡайны-ҡәйнәмә һәр ваҡыт ярарға тырыштым, донъя мәшәҡәттәренең уртаһында ҡайнаным, хәлдән килгәнсә ярҙамлаштым. Туғандарына яҡты йөҙ, асыҡ сырай күрһәттем... Уның ҡарауы, эс-бауырыма инеп, хәл-әхүәлде белергә теләүселәр артып китте. Ауылда ни хәбәр тиҙ тарала. Урамға сыҡһам: "Ана, ире әхирәте менән сығып һыҙған ҡатын", – тип төртөп күрһәтәләр төҫлө. Балалар ҙа хәлде ауыр кисерҙе. Атаһына ҡарата нәфрәт тыуҙы. Бигерәк тә улым көйһөҙләнде, холҡо боҙолдо. Ҡыҙым иһә ҡасып ҡына илап та алғылай ине. Минән бер файҙа юҡ – ҡайҙа ул балаларҙың күңелен уйлау – үҙем саҡ йөрөйөм: нисек эшкә барып ҡайтҡанымды ла аңларлыҡ хәлдә түгел инем", – тип хәтерләй ул көндәрҙе Оксана.
Сергей ҡалала яңы тормош башлап ебәрә. Оксана менән рәсми айырылышмаһалар ҙа, был ғәмәлде тиҙ арала хәл итергә ниәтләй. Ниһайәт, Лиананың улы донъяға килә. Әлбиттә, загс идаралығында уны Сергейҙың фамилияһына теркәтәләр, атаһы икәнлеген күрһәтәләр. Әммә... Ҡаса-боҫа ғишыҡ тотоу менән тормош һурпаһын һемереү бер түгел шул. Ҡала фатиры тығыҙ, етмәһә, күрше бүлмәлә Лиананың ата-әсәһе йәшәй. Бәләкәй бала иғтибар талап итә – Лиана көнө-төнө уның менән мәшғүл... Ҡыҫҡаһы, Сергей ниндәй ҡапҡанға эләккәнен аңлай ҙа... өс ай һөйәркәһе эргәһендә йәшәгәндән һуң, ауылына кире ҡайта. Әммә Оксана янына түгел, ә атай йортона.
"Йылға яҡын һирәк-һаяҡ ҡына аралашып торҙоҡ. Ирем быға тиклем балаларына артыҡ иғтибар күрһәтмәй ине, әле иһә әүҙемләшеп китте: бүләктәр килтерә, мәктәптән ҡаршылай, ял итергә, күңел асырға алып бара. Ҡыҫҡаһы, мине ҡабаттан яулау эшен бик тә дөрөҫ юҫыҡтан башланы: нисек "атай өйгә ҡайтһын!" тип торған балаларға ҡаршы тормаҡ кәрәк? Атай-әсәйем, әлбиттә: "Аяғының береһен дә баҫтыраһы булма, юғиһә һин беҙҙең ҡыҙыбыҙ түгел!" – тип ҡаты торһалар ҙа, Сергейға тағы бер мөмкинлек бирергә булдым. Аяғыма йығылып ғәфү үтенде, һинән башҡа берәүҙе лә яратмайым тип ант итте, тәүбәгә килде, әммә барыбер ышанмайым, күңелем бушап ҡалған кеүек", – тип көрһөндө ҡатын.
Бына шундай һынауға дусар булған икән танышым. Мин Дашаның, Лиананың яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһындым: Оксана Сергейҙың һеңлеһе менән аралашыуҙан баш тартҡан, ә Лиана иренә кире ҡайтҡан, имеш. Сергейҙың улын бергә тәрбиәләйҙәр икән.
"Ирем йорт һала башланы. Тәртибенә күҙ теймәһен – матур ғына итеп йәшәп алып киткән кеүекбеҙ. Балалар хаҡына инде", – тигәйне хушлашҡанда Оксана.
Ошо урында тарихҡа нөктә ҡуйырға ла булыр ине. Әммә был осрашыуҙан һуң ике йыл самаһы ваҡыт үткәс, Өфөлә Оксананы йәнә осратырға тура килде – эш буйынса килгән икән. Үҙгәрмәгән, шундай уҡ сибәр, көләкәс. Уңайһыҙ булһа ла, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым: "Сергей ни хәлдә? Нисек йәшәп ятаһығыҙ?" Оксана ауыр һуланы ла түбәндәгеләрҙе һөйләне. Иренә, бик теләмәһә лә, һөйәркәһе менән артабан да аралашырға тура киләсәк. Ҡасандыр, икеһе ике кеше менән никахта торған килеш, баланы Сергей исеменә теркәгәндәр, тип әйткәйнек инде. Закон буйынса, бәлиғ булмаған бала атаһы йәки әсәһе менән сит илгә сыҡһа, Рәсәйҙә тороп ҡалғаны был ғәмәлгә рөхсәт бирергә тейеш. Һөҙөмтәлә Лиана сит тарафтарға ялға йыйынған һайын Сергейға шылтырата – имеш, бала менән сәйәхәт итергә рөхсәт кәрәк. Һуңғы тапҡыр Сергейға атайлыҡ хоҡуғынан баш тарт, былай йәшәп булмай бит инде, тип тә тәҡдим иткән, шикелле. Ҡыҫҡаһы, уңала башлаған яраларҙы ҡуҙғытырға ярап тора. Нисек кенә булмаһын, мөхәббәт – мөхәббәт урынында, әммә ҡылыҡтарың өсөн яуап тоторға тура килә шул. Тормош ҡанундары күпкә ҡатмарлы.
Гүзәлиә Балтабаева




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 128

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 479

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 115

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 924

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 689

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 268

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 589

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 970

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 526

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 351

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536