Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя ҡырыҫлана, күңел ҡата барғанда
Донъя ҡырыҫлана, күңел ҡата барғанда
Статистиканың йәне юҡ. Әммә ул беҙгә тормошобоҙҙағы етешһеҙ яҡтарҙы, хәл-торошто сағыу буяуҙарға манмайынса бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Хайран ҡалырлыҡ бит: беҙ бөгөн балалар араһында суицид һаны буйынса Европала беренсе урында торабыҙ. Рәсәйҙә үҙ-үҙенә ҡул һалған балалар һаны һуңғы йылдарҙа 37 процентҡа артты, һәм 100 мең үҫмергә 20 суицид осрағы тура килә. Был — донъялағы күрһәткестән өс тапҡырға ҙурыраҡ һан.


Белгестәр әйтеүенсә, быға тиклем Рәсәй балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары буйынса мәсхәрәле беренсе урынға сыҡмаған. Нимә тураһында һөй­ләй был хәл? Ни өсөн донъяны танып белергә лә өлгөрмәгән ҡыҙ һәм малайҙар ошондай хәтәр аҙымға бара? “Ярҙам итегеҙ! Ишетегеҙ мине!” — тип оран һала түгелме бәләкәстәр? Ғәмәлдә проблема беҙ күргән-белгәндән дә хәүефлерәк, сөнки әле үлем осраҡтары хаҡында ғына һүҙ йөрөтәбеҙ, ә “теге” донъяға төрлө юлдар менән китергә уҡталғандар, әммә ҡотҡарып ҡалынғандар 10-20 тапҡырға күберәк. Совет осоронда донъяла иң бәхетле иҫәпләнгән балалар ни өсөн башын элмәккә тыға, ағыу эсә, йорт башынан үлемгә ырғый?
Шуныһы асыҡ: яҡшы тормоштан үлем ҡосағына ташланмайҙар. Росстат мәғ­лүмәт­тәренән күренеүенсә, халыҡтың 15 проценттан ашыуы йәшәү минимумынан түбән шарттарҙа, тимәк, фәҡирлек си­гендә йәшәй. Йыл да илдә 100 меңдән ашыу баланың атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалыуы асыҡлана. Әле мәғлүмәт банкында теркәлгән 118 мең сабыйҙы ғаиләгә урынлаштырыу мәсьәләһе тора, 44 меңе — социаль етем, йәғни ата-әсәләре иҫән-һау, әммә бала тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
2012 йылда етемдәрҙе тәрбиәгә алған ғаиләләрҙән балалар йорттарына 4 мең 500 сабый кире ҡайтарылған. Хөкүмәт тарафынан бындай “хәстәрлекле” тәрбиә­селәргә матди ярҙам күрһәтеүҙән фәтүә лә юҡ, сөнки бала яңы ғаиләлә һөйөү, наҙ менән ҡабул ителмәһә, бары аҡса алыу маҡсатын ғына күҙ уңында тотһа, был осраҡта кескәйҙәрҙе оло хәүеф һаға­лаясаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ХХI быуатта ла донъя ҡараңғыраҡ, ҡырыҫыраҡ була бара. 150 меңдән ашыу баланың етемдәр өсөн тәғәйенләнгән учреждениеларҙа йәшәүе менән күңел һис килешмәй. Бала сағын коммуналкала, дөйөм ятаҡта үткәргән күпселек үҫмерҙең насар ғәҙәт­тәрҙе үҙләштереп үҫеүе, тайғаҡ юлға төшөүе яҡшы билдәле. Миллиондан ашыу бала бөгөн йәшәү, уҡыу өсөн уңайһыҙ шарттарҙа көн күрә. Ошондай хәлдә юғары әхлаҡлы, белемле, гармониялы үҫешкән шәхес тәрбиәләү мөмкинме? Быға яуап шундай: илдә берәҙәклектең таралыуы һәм үҫмерҙәр араһында енәйәтселектең артыуы ғына ихтимал. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренән күренеүенсә, илдә йөҙ үҫмерҙең икеһе — берәҙәк. Әлеге ваҡытта төрмәләрҙә 23 мең тирәһе йәш тотҡон иҫәпләнә.
Йәш быуынды төрлө афәттән ҡурса­лау, хәлдәрен яҡшыртыу буйынса бер ни ҙә эшләнмәй тип әйтергә тел әйләнмәй. Балалар мәнфәғәтен яҡлаған программалар ҙа, насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға йүнәлтелгән саралар ҙа етерлек. Улар иҫәбендә — комендант сәғәте индереү, бала­ларҙың сәләмәтлегенә зыян кил­тергән мәғлүмәттән аралау тура­һында закондарҙың ғәмәлгә инеүе, етем­дәрҙе яҡлау буйынса хәстәрлектәр тура­һында Президент Указы, Рәсәй граждандары өсөн опека һәм уллыҡҡа алыу тәртибен ябайлаштырыу, Рәсәй етем­дәрен сит ил граждандарына ул­лыҡҡа биреүҙе тыйған “Дима Яковлев законы”...
Әммә хәл үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Рәсәйҙә йыл һайын биш меңгә яҡын баланың енси енәйәттәр ҡорбанына әүерелеүе үтә аяныслы.
– Балалар порнографияһы менән тулған сайттар һаны һуңғы йылдарҙа өстән бер өлөшкә тиерлек артты, – тип белдергәйне Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Романович коллегалары менән әңгәмәлә. — Уртаса һәр сайтҡа айына 30 мең тирәһе кеше инә. Статистиканан күренеүенсә, Интернеттан файҙаланған һәр 10-17 йәшлек бала өлкәндәрҙән енси харак­терҙағы тәҡдимдәр ала.
“Үҫмерҙәр һаны йыл да өс процентҡа ҡыҫҡарғанда, балаларға ҡарата ҡы­­лынған енси енәйәттәр 2003 йыл менән сағыштырғанда 30 тапҡырға артты”, тигән бик күңелһеҙ мәғлүмәт килтергәйне Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов та.
“Һәр бала ғаилә мөхитендә тәрбиә­ләнергә тейеш”, тип йыш ҡабатларға яратабыҙ. Ә ғәмәлдә бөтәһе лә ал да гөлмө? Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, илдә йыл һайын 2,5 миллиондан ашыу сабый туҡмалып йәшәй, ундан бер өлөшө йыртҡыс ата-әсә ҡулынан һәләк була, илле меңдән ашыуы бындай ҡырағай мөнәсәбәткә сыҙамай башы һуҡҡан яҡҡа ҡаса. Өйҙәге һуғыш-талаш, ҡул күтәреү һөҙөмтәһендә үҫмер бик ауыр психологик йәрәхәт ала, ошо ҡот осҡос хәлде үҙгәртә, яҡлаусы таба алмаясағын аңлап, ҡайһы берҙәре үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр. Донъя тәж­рибәһенән күренеүенсә, ғаи­ләлә ирек­һеҙләүҙе иҫкәртеү тура­һында махсус закон ҡабул итеү енәйәт, гражданлыҡ, административ ҡануниәттең айырым статьяларына ҡарағанда күпкә тәьҫирлерәк булыр ине, ти аналитиктар.
Власть тарафынан ҡабул ителгән сараларҙың байтаҡ булыуына ҡарамаҫ­тан, әлегә балалыҡ проблемалары һүлпән, яй хәл ителә. Мәҫәлән, Генераль прокуратура 2012 йылда ғына “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 80 меңдән ашыу закон боҙоуҙы асыҡлаған. Хәүефле төркөмдәге уҡыу­сылар менән тәрбиә эше үтә түбән кимәлдә, тип билдәләй эксперттар. Быға енә­йәт юлына төшкән бәлиғ булма­ғандарҙың 70 процентының белем биреү учреждениелары уҡыусылары булыуы ла асыҡ дәлил. Эске эштәр органдары тарафынан башҡарылған иҫкәртеү саралары ла һөҙөмтәһеҙ — иҫәптә то­роу­сыларҙың 30 проценты яңынан енәйәт юлына баҫа. Шуныһы үтә ҡурҡы­ныс: суицидтарға арналған сайттарҙың күпселеге менән үҫмерҙәр теләгән ва­ҡытта еңел таныша ала. Шәхесте еме­реүсе ҡылыҡ-фиғел һәм зыянлы мәғ­лүмәттән яҡланмағанлыҡ балалар үҫе­­шенә кире йоғонто яһап ҡына ҡалмай, ә дәүләттең эске сәйәсәтен дә аяуһыҙ емерә. Рухи яҡтан көсһөҙләнгән илдең киләсәге билдәле инде.
Әлегә сәйәсмәндәргә лә, дәүләт власы әһелдәренә лә тынысланырға иртә, сөнки һуңғы егерме йылда балалыҡҡа ҡағылған мәсьәләләр “йомғағы” ҙурая. Беҙҙә күпме етем бар? Күпмеһе белемһеҙ, мәктәпкә йөрөмәй, аслы-туҡлы, туҡмалып йәшәй? Теркәлмәгән никахта йәшәүсе ғаиләләрҙә күпме сабый тәрбиәләнә? Был һорау­ҙарға теүәл яуаптың ошоғаса яңғырағаны юҡ. Барыһы ла яҡынса, самалап... Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, етем­дәр һаны 700 меңгә яҡын, ике миллион тирәһе бала — белемһеҙ, алты миллиондан ашыуы имен булмаған ғаиләләрҙә көн күрә.
Йәмғиәттә мәңгелек ҡиммәт­тәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапарға тырышыу, рухи ярлылыҡтың көсәйеүе йәш быуындың киләсәге өсөн янып, борсолоп йәшәүсе һәр кемде хайран ҡалдыра. Ҡулай­лаштырыу тигән булып, бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе күпләп ябыу тап ошо уйланылмаған реформаның яҙыҡ аҙымы булды. Быны халыҡ мәнфәғәттәре өсөн ал-ял белмәй эшләгән Дәүләт Ду­маһы депутаттары ла таный. “20 меңдән ашыу мәктәп реформа ҡорбаны булды ла инде. Ә бит улар үҫмерҙәрҙең һәм йәш­тәрҙең буш ваҡытын уҙғарыуҙа, тәрбиә­ләүҙә ҙур көс ине. Тимәк, һыра, наркотик кеүек ымһындырғыс нәмәләргә, аҙғын­лыҡҡа юл асыла, енәйәт юлына төшөргә, төрмәгә эләгергә лә күп ҡалмай”. Был һүҙҙәрҙе ябай хеҙмәткәр түгел, ә Дәүләт Думаһы депутаты, “Рәсәй ғаиләһе” йәмә­ғәтселек комитеты президенты Михаил Николаев әйтә. Емерткес механизмды халыҡ вәкилдәре лә туҡтатырлыҡ түгел, тимәк. Аяныс...
Берәҙәклек һәм етемлек кеүек мәсхә­рәле күренешкә нөктә ҡуйырға ваҡыт. Быны балалыҡҡа йөҙ менән боролғанда, дәүләт һәм хөкүмәттең уны тәү сираттағы проблема итеп танығанда ғына хәл итергә мөмкин.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873