Статистиканың йәне юҡ. Әммә ул беҙгә тормошобоҙҙағы етешһеҙ яҡтарҙы, хәл-торошто сағыу буяуҙарға манмайынса бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Хайран ҡалырлыҡ бит: беҙ бөгөн балалар араһында суицид һаны буйынса Европала беренсе урында торабыҙ. Рәсәйҙә үҙ-үҙенә ҡул һалған балалар һаны һуңғы йылдарҙа 37 процентҡа артты, һәм 100 мең үҫмергә 20 суицид осрағы тура килә. Был — донъялағы күрһәткестән өс тапҡырға ҙурыраҡ һан.
Белгестәр әйтеүенсә, быға тиклем Рәсәй балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары буйынса мәсхәрәле беренсе урынға сыҡмаған. Нимә тураһында һөйләй был хәл? Ни өсөн донъяны танып белергә лә өлгөрмәгән ҡыҙ һәм малайҙар ошондай хәтәр аҙымға бара? “Ярҙам итегеҙ! Ишетегеҙ мине!” — тип оран һала түгелме бәләкәстәр? Ғәмәлдә проблема беҙ күргән-белгәндән дә хәүефлерәк, сөнки әле үлем осраҡтары хаҡында ғына һүҙ йөрөтәбеҙ, ә “теге” донъяға төрлө юлдар менән китергә уҡталғандар, әммә ҡотҡарып ҡалынғандар 10-20 тапҡырға күберәк. Совет осоронда донъяла иң бәхетле иҫәпләнгән балалар ни өсөн башын элмәккә тыға, ағыу эсә, йорт башынан үлемгә ырғый?
Шуныһы асыҡ: яҡшы тормоштан үлем ҡосағына ташланмайҙар. Росстат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, халыҡтың 15 проценттан ашыуы йәшәү минимумынан түбән шарттарҙа, тимәк, фәҡирлек сигендә йәшәй. Йыл да илдә 100 меңдән ашыу баланың атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалыуы асыҡлана. Әле мәғлүмәт банкында теркәлгән 118 мең сабыйҙы ғаиләгә урынлаштырыу мәсьәләһе тора, 44 меңе — социаль етем, йәғни ата-әсәләре иҫән-һау, әммә бала тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
2012 йылда етемдәрҙе тәрбиәгә алған ғаиләләрҙән балалар йорттарына 4 мең 500 сабый кире ҡайтарылған. Хөкүмәт тарафынан бындай “хәстәрлекле” тәрбиәселәргә матди ярҙам күрһәтеүҙән фәтүә лә юҡ, сөнки бала яңы ғаиләлә һөйөү, наҙ менән ҡабул ителмәһә, бары аҡса алыу маҡсатын ғына күҙ уңында тотһа, был осраҡта кескәйҙәрҙе оло хәүеф һағалаясаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ХХI быуатта ла донъя ҡараңғыраҡ, ҡырыҫыраҡ була бара. 150 меңдән ашыу баланың етемдәр өсөн тәғәйенләнгән учреждениеларҙа йәшәүе менән күңел һис килешмәй. Бала сағын коммуналкала, дөйөм ятаҡта үткәргән күпселек үҫмерҙең насар ғәҙәттәрҙе үҙләштереп үҫеүе, тайғаҡ юлға төшөүе яҡшы билдәле. Миллиондан ашыу бала бөгөн йәшәү, уҡыу өсөн уңайһыҙ шарттарҙа көн күрә. Ошондай хәлдә юғары әхлаҡлы, белемле, гармониялы үҫешкән шәхес тәрбиәләү мөмкинме? Быға яуап шундай: илдә берәҙәклектең таралыуы һәм үҫмерҙәр араһында енәйәтселектең артыуы ғына ихтимал. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренән күренеүенсә, илдә йөҙ үҫмерҙең икеһе — берәҙәк. Әлеге ваҡытта төрмәләрҙә 23 мең тирәһе йәш тотҡон иҫәпләнә.
Йәш быуынды төрлө афәттән ҡурсалау, хәлдәрен яҡшыртыу буйынса бер ни ҙә эшләнмәй тип әйтергә тел әйләнмәй. Балалар мәнфәғәтен яҡлаған программалар ҙа, насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға йүнәлтелгән саралар ҙа етерлек. Улар иҫәбендә — комендант сәғәте индереү, балаларҙың сәләмәтлегенә зыян килтергән мәғлүмәттән аралау тураһында закондарҙың ғәмәлгә инеүе, етемдәрҙе яҡлау буйынса хәстәрлектәр тураһында Президент Указы, Рәсәй граждандары өсөн опека һәм уллыҡҡа алыу тәртибен ябайлаштырыу, Рәсәй етемдәрен сит ил граждандарына уллыҡҡа биреүҙе тыйған “Дима Яковлев законы”...
Әммә хәл үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Рәсәйҙә йыл һайын биш меңгә яҡын баланың енси енәйәттәр ҡорбанына әүерелеүе үтә аяныслы.
– Балалар порнографияһы менән тулған сайттар һаны һуңғы йылдарҙа өстән бер өлөшкә тиерлек артты, – тип белдергәйне Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Романович коллегалары менән әңгәмәлә. — Уртаса һәр сайтҡа айына 30 мең тирәһе кеше инә. Статистиканан күренеүенсә, Интернеттан файҙаланған һәр 10-17 йәшлек бала өлкәндәрҙән енси характерҙағы тәҡдимдәр ала.
“Үҫмерҙәр һаны йыл да өс процентҡа ҡыҫҡарғанда, балаларға ҡарата ҡылынған енси енәйәттәр 2003 йыл менән сағыштырғанда 30 тапҡырға артты”, тигән бик күңелһеҙ мәғлүмәт килтергәйне Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов та.
“Һәр бала ғаилә мөхитендә тәрбиәләнергә тейеш”, тип йыш ҡабатларға яратабыҙ. Ә ғәмәлдә бөтәһе лә ал да гөлмө? Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, илдә йыл һайын 2,5 миллиондан ашыу сабый туҡмалып йәшәй, ундан бер өлөшө йыртҡыс ата-әсә ҡулынан һәләк була, илле меңдән ашыуы бындай ҡырағай мөнәсәбәткә сыҙамай башы һуҡҡан яҡҡа ҡаса. Өйҙәге һуғыш-талаш, ҡул күтәреү һөҙөмтәһендә үҫмер бик ауыр психологик йәрәхәт ала, ошо ҡот осҡос хәлде үҙгәртә, яҡлаусы таба алмаясағын аңлап, ҡайһы берҙәре үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр. Донъя тәжрибәһенән күренеүенсә, ғаиләлә ирекһеҙләүҙе иҫкәртеү тураһында махсус закон ҡабул итеү енәйәт, гражданлыҡ, административ ҡануниәттең айырым статьяларына ҡарағанда күпкә тәьҫирлерәк булыр ине, ти аналитиктар.
Власть тарафынан ҡабул ителгән сараларҙың байтаҡ булыуына ҡарамаҫтан, әлегә балалыҡ проблемалары һүлпән, яй хәл ителә. Мәҫәлән, Генераль прокуратура 2012 йылда ғына “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 80 меңдән ашыу закон боҙоуҙы асыҡлаған. Хәүефле төркөмдәге уҡыусылар менән тәрбиә эше үтә түбән кимәлдә, тип билдәләй эксперттар. Быға енәйәт юлына төшкән бәлиғ булмағандарҙың 70 процентының белем биреү учреждениелары уҡыусылары булыуы ла асыҡ дәлил. Эске эштәр органдары тарафынан башҡарылған иҫкәртеү саралары ла һөҙөмтәһеҙ — иҫәптә тороусыларҙың 30 проценты яңынан енәйәт юлына баҫа. Шуныһы үтә ҡурҡыныс: суицидтарға арналған сайттарҙың күпселеге менән үҫмерҙәр теләгән ваҡытта еңел таныша ала. Шәхесте емереүсе ҡылыҡ-фиғел һәм зыянлы мәғлүмәттән яҡланмағанлыҡ балалар үҫешенә кире йоғонто яһап ҡына ҡалмай, ә дәүләттең эске сәйәсәтен дә аяуһыҙ емерә. Рухи яҡтан көсһөҙләнгән илдең киләсәге билдәле инде.
Әлегә сәйәсмәндәргә лә, дәүләт власы әһелдәренә лә тынысланырға иртә, сөнки һуңғы егерме йылда балалыҡҡа ҡағылған мәсьәләләр “йомғағы” ҙурая. Беҙҙә күпме етем бар? Күпмеһе белемһеҙ, мәктәпкә йөрөмәй, аслы-туҡлы, туҡмалып йәшәй? Теркәлмәгән никахта йәшәүсе ғаиләләрҙә күпме сабый тәрбиәләнә? Был һорауҙарға теүәл яуаптың ошоғаса яңғырағаны юҡ. Барыһы ла яҡынса, самалап... Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, етемдәр һаны 700 меңгә яҡын, ике миллион тирәһе бала — белемһеҙ, алты миллиондан ашыуы имен булмаған ғаиләләрҙә көн күрә.
Йәмғиәттә мәңгелек ҡиммәттәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапарға тырышыу, рухи ярлылыҡтың көсәйеүе йәш быуындың киләсәге өсөн янып, борсолоп йәшәүсе һәр кемде хайран ҡалдыра. Ҡулайлаштырыу тигән булып, бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе күпләп ябыу тап ошо уйланылмаған реформаның яҙыҡ аҙымы булды. Быны халыҡ мәнфәғәттәре өсөн ал-ял белмәй эшләгән Дәүләт Думаһы депутаттары ла таный. “20 меңдән ашыу мәктәп реформа ҡорбаны булды ла инде. Ә бит улар үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең буш ваҡытын уҙғарыуҙа, тәрбиәләүҙә ҙур көс ине. Тимәк, һыра, наркотик кеүек ымһындырғыс нәмәләргә, аҙғынлыҡҡа юл асыла, енәйәт юлына төшөргә, төрмәгә эләгергә лә күп ҡалмай”. Был һүҙҙәрҙе ябай хеҙмәткәр түгел, ә Дәүләт Думаһы депутаты, “Рәсәй ғаиләһе” йәмәғәтселек комитеты президенты Михаил Николаев әйтә. Емерткес механизмды халыҡ вәкилдәре лә туҡтатырлыҡ түгел, тимәк. Аяныс...
Берәҙәклек һәм етемлек кеүек мәсхәрәле күренешкә нөктә ҡуйырға ваҡыт. Быны балалыҡҡа йөҙ менән боролғанда, дәүләт һәм хөкүмәттең уны тәү сираттағы проблема итеп танығанда ғына хәл итергә мөмкин.