Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Атайым үҙенең ҡустыһы, әсәйем һәм еңгәм менән ҡунаҡҡа барған. Инде бисмиллалап ашарға ғына ултырһалар, һүҙҙән-һүҙ сығып китеп ике кеше һу­ғыша башлаған. Мәжлес ҡайғыһы бөткән.
Атайым кейенеп ҡайтырға сыҡҡан. Ҡустыһының өйө тәңгәленә еткәс, тегенең тәҙрәһен туҡылдатҡан, ти. Уныһы, бола башланғас, алданыраҡ сығып тайған, ҡайта һалып йоҡларға ла ятҡан булған. Ҡустыһы тәҙрәһен асып һорай икән:
— Нишләй, ағай?
— Мөхәммәтйән! Тәк буш! Ана улты­рып ҡалды, — ти икән атайым.
Шул хәтлем үкенгәндер инде: табаҡ- табаҡ ит, табаҡ-табаҡ һалма, шешә-шешә араҡы ултырып ҡалған бит! Шуға түҙмәй ҡустыһының тәҙрәһен туҡыл­датҡан инде. Ҡалайтаһың, үкенес...
Хәҙер мәҡсүттәр бер нәмәгә үкенһә: «Тәк буш. Ана ултырып ҡалды», — тиҙәр. Атайҙың иҫтәлеге булып хәҙер шул лаҡап йөрөй ауылда.

Тәмәке бәләһе

Мәҡсүт ирҙәре Һаҡмар буйында ау менән балыҡ һөҙә. Ағайым Мө­хәммәтйән, ба­лыҡсыларҙың кейем­дәрен тотоп, эләккән бер балыҡты тоҡҡа һалып йөкмәп, яр буйлап йөрөй икән. Етерлек балыҡ тотҡас, ултырып табышты бүлешкәндәр. Ҡайһы берҙәре тәмәке тартырға керешкән. Бер ағай тар­тайым тип янсығынан тәмәке алһа, махор­каһы еүешләнгән икән. Ағайыма: «Мөхәммәтйән, ҡана, тартырға бир әле, ми­неке еүешләнгән», — тигән. Ағайым теге­нең алдында ятҡан ҙур ғына сорағайына төртөп күрһәткән дә: «Ошо балығыңды бирһәң, тәмәке һинеке», — тип яуаплаған. Ҡалай­таһың, тартҡы килә бит. «Ал, әйҙә», — тип ризалашҡан тегенеһе. Махорка алып, инде гәзитенә урайым тиһә, эшкин­мәгән — еүеш икән. Теге тағы: «Мөхәммәтйән, махоркаһын бирҙең, ҡағыҙын да бир инде», — тип үтенгән. Ағайым тағы ла уның ҙур ғына көрйә балығына төртөп күрһәткән дә: «Ошо ба­лығыңды бирһәң, алыр­һың», — тигән. Аҙаҡ гәзит биргән дә тегенең балы­ғын үҙенә шылдырып ҡуйған.
Тәмәке көйрәтә алмай йонсоған ағай махоркаһын төрөп то­ҡанды­райым тиһә, шырпыһы ла еүешләнгән икән — тоҡанмай ҙа ҡуя. Ағайым йәнә ауылдашының ҙур ғына оптоһона төртөп күрһәтеп: «Ошо ба­лығыңды бирһәң, шырпылы булырһың”, — тигән. Ҡалайтһын, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигәндәй, тартмайынса сыҙай алмаған был ағай, һуҡрана-һуҡрана оптоһон быға ырғытҡан.
Шулай итеп, яр башында тоҡ күтәреп кенә йөрөһә лә, ағайым балыҡты башҡаларҙан күберәк “тотҡан”. Хәҙер беҙҙә балыҡҡа киткән кешеләрҙе «Ошо балығыңды бирһәң» тип оҙатып ҡала­лар.




Автор: Әбделәхмәт БИКБУЛАТОВ. Район: Йылайыр районы, Мәҡсүт ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә