Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тышаулы ат Саҙрый еҙнәй Урал йәйләүенән һыбай ҡайтып килә икән. Ауылға етәрәк биш бүлкәсле Масаҡ тау бар, уға күтәрелеүе лә, түбәнгә төшөүе лә хә­үефле. Шул тау башында ялан яғынан Иҙел буйындағы ауылдарҙың бере­һендә йәшәгән бажаһына ҡунаҡ­ҡа китеп барған, арбаһына арыҡ ҡына ат еккән бер юлаусыны ҡыуып етә.
— Был тауҙы нисек тө­шөргә икән? — тип ҡай­ғырып тора икән тегеһе. Һөйләшеп, танышып китә былар.
— Һин, туғаным, тышау һалып төш инде, был тау бик текә һәм ҡурҡыныс, атың да мәшәү генә, ышлыя тота алмаҫ, — тип кәңәш биргән Саҙрый еҙнәй, ихлас ярҙам иткеһе килеп.
Үҙе әҙерәк атын ашатып алыу ниәтенән тауҙан саптырып төшөп тә киткән. Атын тышап ебәреп, бер сәғәт көткән теге бәндәне, ике сәғәт үтеп киткән — ялан кешеһе юҡ та юҡ, ти. Аптырағас, атына атланып кире тауға йүнәлгән. Тауҙың ярты­һына күтәрелеп етһә, ни күрһен: теге әҙәм саҡ тауҙың икен­се бүлкәсенән төшөп етеп килә икән. Аты­ның йөрө­шөнөң дә рәте юҡ: бер-икене ырғый ҙа туҡтай икән. Эргәһенә барып етеп, эштең нимәлә икәнен аңлап
ала еҙнәм. Баҡһаң, ялан кешеһе, тау яғын бөтөнләй белмәгәнлектән, еҙнәмдең кәңәшен аңла­маған. Тышау менән арба­ның тәгәрмәсенә тормоз һалаһы урынға, атын ты­шаған икән. Тау түбәненә тышалған аттың арбаға егелгән көйө нисек хәрәкәт иткәнен күҙ алдына килтерегеҙ инде хәҙер...

Әсе бал


Бынан утыҙ йылдар самаһы элек эскелеккә ҡаршы ҡаты көрәш баш­ланғайны. Магазинда «зәм-зәм» һыуы булмағас, күп кеше әсе бал ҡоя торғайны. Саҙрый еҙнәй ҙә бер феләк бал әсетә. Әсеп еткәс, «дегус­тация» яһау маҡсатында, бер ярты литрлыҡты күтәреүе була — тәҙрәнән ҡыҙыл фуражкалыларҙың өйгә инеп килеүен күреп ҡала. Ни эшләргә? Әгәр әсегән балды күреп ҡалһалар, протокол төҙө­йәсәктәр, мул ғына штраф сәпәйәсәктәр, етмәһә, район гәзитендә лә «маҡ­таясаҡтар» тигән уй үтә уның башынан.
Аптырап ҡалмай был — тиҙ генә салбарының бер балағын һыҙғана ла, ойоҡбашын да сисеп тормай, бер аяғын мискәгә тыға. Килеп инә теге иптәштәр. Бөтә өйгә әсе, һаҫыҡ бал еҫе тулған, хужа аяғын ҙур ғына бал һауытына тығып ултыра. Иҫерек һымаҡ та түгел, тик ауыҙы ғына ҡолағына еткән. «Ни эшләп улты­раһың, ағай?» — тип һорауҙарына Саҙрый еҙнәй: «Бына, ҡустылар, аяҡ һыҙлап тәҡәтте ҡорота бит, врачтар кәңәше буйынса дауала­нып ултырам әле. Әсе бал һыҙлауҙы баҫа, аяҡта йыйылған һары һыуҙы ла һура, «Янғантау»ың ары торһон!» — тип яуаплай.
Тегеләр ни ҡылһын, ҡотолдо бит был үҙенең от­ҡорлоғо менән, тип көлөшөп сығып китә.

“Ҡуян күстәнәсе”


Горбачев заманында тәмә­кегә лә ҡытлыҡ булып ал­ды. Саҙрый еҙнәй ауылдан бер нисә кеше менән ур­манда ағас әҙерләй икән.
Бригадала һыҡмыр, бер тин өсөн йәнен бирергә әҙер кешеләр тупланған булған. Тегеңә тартырға ирек бирмәйҙәр икән, хатта төп­сөктәрен дә һүндереп, һалып алалар, ти. «Ҡалалағы улым тәмәке ебәрһә, һеҙҙе лә һыйлармын әле, егеттәр, тарттырып то­роғоҙ инде», — тиһә лә, те­геләр ыжламай, имеш.
Был ҡомһоҙлоҡҡа түҙмәгән еҙнәм нисек тә мутла­шырға уйлай. Эштән ҡай­тышлай мул ғына итеп ҡуян “йо­морса”ларын йыйып ала. Һәйбәтләп ме­йестә киптереп онтай ҙа еҫе сығырлыҡ ҡына итеп тәмәке вағы өҫтәй. Иртәгәһенә бергә эшләгән иптәштәренә алып китә. «Әйҙә-әйҙә, тартығыҙ, егеттәр, әле миндә күп әле, улыма рәхмәт инде», — тип еҙнәм тегеләрҙе ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйлай. «Әсерәк булһа ла тартырға ярай», — тип теге ҡомһоҙ әҙәмдәр шатлана икән.
Һуңынан иһә еҙнәм быны ауылдаштарына көлөп һөйләгән. Хәҙер һарандарға ҡарата «ҡуян күстәнәсе» тураһында лаҡап сыҡты.


Автор: Фәрүәт ХИСМӘТУЛЛИН. Район: Бөрйән районы, Яңы Монасип ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә