Саҙрый еҙнәй Урал йәйләүенән һыбай ҡайтып килә икән. Ауылға етәрәк биш бүлкәсле Масаҡ тау бар, уға күтәрелеүе лә, түбәнгә төшөүе лә хәүефле. Шул тау башында ялан яғынан Иҙел буйындағы ауылдарҙың береһендә йәшәгән бажаһына ҡунаҡҡа китеп барған, арбаһына арыҡ ҡына ат еккән бер юлаусыны ҡыуып етә.
— Был тауҙы нисек төшөргә икән? — тип ҡайғырып тора икән тегеһе. Һөйләшеп, танышып китә былар.
— Һин, туғаным, тышау һалып төш инде, был тау бик текә һәм ҡурҡыныс, атың да мәшәү генә, ышлыя тота алмаҫ, — тип кәңәш биргән Саҙрый еҙнәй, ихлас ярҙам иткеһе килеп.
Үҙе әҙерәк атын ашатып алыу ниәтенән тауҙан саптырып төшөп тә киткән. Атын тышап ебәреп, бер сәғәт көткән теге бәндәне, ике сәғәт үтеп киткән — ялан кешеһе юҡ та юҡ, ти. Аптырағас, атына атланып кире тауға йүнәлгән. Тауҙың яртыһына күтәрелеп етһә, ни күрһен: теге әҙәм саҡ тауҙың икенсе бүлкәсенән төшөп етеп килә икән. Атының йөрөшөнөң дә рәте юҡ: бер-икене ырғый ҙа туҡтай икән. Эргәһенә барып етеп, эштең нимәлә икәнен аңлап
ала еҙнәм. Баҡһаң, ялан кешеһе, тау яғын бөтөнләй белмәгәнлектән, еҙнәмдең кәңәшен аңламаған. Тышау менән арбаның тәгәрмәсенә тормоз һалаһы урынға, атын тышаған икән. Тау түбәненә тышалған аттың арбаға егелгән көйө нисек хәрәкәт иткәнен күҙ алдына килтерегеҙ инде хәҙер...
Әсе балБынан утыҙ йылдар самаһы элек эскелеккә ҡаршы ҡаты көрәш башланғайны. Магазинда «зәм-зәм» һыуы булмағас, күп кеше әсе бал ҡоя торғайны. Саҙрый еҙнәй ҙә бер феләк бал әсетә. Әсеп еткәс, «дегустация» яһау маҡсатында, бер ярты литрлыҡты күтәреүе була — тәҙрәнән ҡыҙыл фуражкалыларҙың өйгә инеп килеүен күреп ҡала. Ни эшләргә? Әгәр әсегән балды күреп ҡалһалар, протокол төҙөйәсәктәр, мул ғына штраф сәпәйәсәктәр, етмәһә, район гәзитендә лә «маҡтаясаҡтар» тигән уй үтә уның башынан.
Аптырап ҡалмай был — тиҙ генә салбарының бер балағын һыҙғана ла, ойоҡбашын да сисеп тормай, бер аяғын мискәгә тыға. Килеп инә теге иптәштәр. Бөтә өйгә әсе, һаҫыҡ бал еҫе тулған, хужа аяғын ҙур ғына бал һауытына тығып ултыра. Иҫерек һымаҡ та түгел, тик ауыҙы ғына ҡолағына еткән. «Ни эшләп ултыраһың, ағай?» — тип һорауҙарына Саҙрый еҙнәй: «Бына, ҡустылар, аяҡ һыҙлап тәҡәтте ҡорота бит, врачтар кәңәше буйынса дауаланып ултырам әле. Әсе бал һыҙлауҙы баҫа, аяҡта йыйылған һары һыуҙы ла һура, «Янғантау»ың ары торһон!» — тип яуаплай.
Тегеләр ни ҡылһын, ҡотолдо бит был үҙенең отҡорлоғо менән, тип көлөшөп сығып китә.
“Ҡуян күстәнәсе”Горбачев заманында тәмәкегә лә ҡытлыҡ булып алды. Саҙрый еҙнәй ауылдан бер нисә кеше менән урманда ағас әҙерләй икән.
Бригадала һыҡмыр, бер тин өсөн йәнен бирергә әҙер кешеләр тупланған булған. Тегеңә тартырға ирек бирмәйҙәр икән, хатта төпсөктәрен дә һүндереп, һалып алалар, ти. «Ҡалалағы улым тәмәке ебәрһә, һеҙҙе лә һыйлармын әле, егеттәр, тарттырып тороғоҙ инде», — тиһә лә, тегеләр ыжламай, имеш.
Был ҡомһоҙлоҡҡа түҙмәгән еҙнәм нисек тә мутлашырға уйлай. Эштән ҡайтышлай мул ғына итеп ҡуян “йоморса”ларын йыйып ала. Һәйбәтләп мейестә киптереп онтай ҙа еҫе сығырлыҡ ҡына итеп тәмәке вағы өҫтәй. Иртәгәһенә бергә эшләгән иптәштәренә алып китә. «Әйҙә-әйҙә, тартығыҙ, егеттәр, әле миндә күп әле, улыма рәхмәт инде», — тип еҙнәм тегеләрҙе ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйлай. «Әсерәк булһа ла тартырға ярай», — тип теге ҡомһоҙ әҙәмдәр шатлана икән.
Һуңынан иһә еҙнәм быны ауылдаштарына көлөп һөйләгән. Хәҙер һарандарға ҡарата «ҡуян күстәнәсе» тураһында лаҡап сыҡты.