Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Теләктәшлек Ҡапыл ғына директор урынбаҫары урыны бушағас, бүлек начальнигы Мөнирә Сәғитйән ҡыҙының ҡыуанысының сиге булма­ны. Был вазифаның мәшәҡәте күп, әммә мәртәбәһе лә ҙур. Айырыуса хеҙмәт хаҡы елле генә. Ә бөгөнгө заманда һимеҙ ҡалъя ымһындыра шул.
Ойошмала унан баш­ҡа урынбаҫар булырлыҡ ке­ше юҡ шикелле. Мөнирә Сә­ғит­йән ҡыҙы уйынан ғына бүлегендәге хеҙ­мәт­кәр­ҙәрҙе барлап сыҡ­ты. Тәж­рибәһеҙ егет Айратты иҫәпкә алмағанда, гел йы­йын ҡа­тын-ҡыҙ. Бисә-сәсәне ене һөймәй: ай һайын яңы кейем һатып алып, сәс-мәсен модалы итеп киҫтереп, гөлдәй балҡып йөрөйҙәр. Нисек аҡса еткерәләрҙер суҡынсыҡтар, бына уның хеҙмәт хаҡы ашау-эсеүҙән артмай. Шул ҡул аҫтындағыларға ҡа­рап, һаулығы ҡаҡшаны хат­та. Табипҡа барғайны, уныһы психолог сүрәтенә кереп: “Һеҙгә лә прическа яһатып, аҡтан-аҡ кейенеп йөрөргә кәрәк. Төҫтәр терапияһы ярҙам итер”, – тине. Күңелде ҡорт кимер­гәндә сағыу кейем дә ҡыуаныс килтермәй икән ул. Йәмрәйгән йөҙ менән аҡ костюмда ултырыу бигерәк көлкө күренә – бер-ике көндән сисеп ырғытты уны.
Ә уны урынбаҫар итеп алғас, бүлекте кем етәкләр һуң? Йәнен көйҙөргән теге ҡыҙ-ҡырҡындың береһе­ме? Юҡ инде, булмаҫ, юл ҡуймаҫ быға! Ҡатындың уйы әлеге лә баяғы берҙән-бер егет йораты­на барып тоташты: “Айратты тәҡдим иткәндә? Йәш бул­һа ни, әҙерләр, ярҙам итер, теләк­тәш­лек күрһәтер. Бары анау ҡатын-ҡыҙ­ға аяҡ салырға!” Ләкин ху­жа мәсьә­ләне һаман күтәрмәгәс, был турала асыҡ­тан-асыҡ әйтергә ҡый­ма­ны. Шулай ҙа нигеҙ әҙерләй торорға кә­рәк. Мәҫәлән, “һәләтле, тырыш егет, мот­лаҡ үҫтерергә ине”, тип маҡтаһа ин­де. Башҡарған эштәрен хуплап тороп, яр­ҙам да итеп ебәрһә тағы. Бер аҙҙан директор ҙа үҙенән-үҙе Айрат бүлек начальнигы булырлыҡ тигән фекергә килер, моғайын.
Мөнирә Сәғит­йән ҡыҙы был бурысҡа етди ҡара­ны. Айраттың бәләкәй генә уңышын ҡабартып, төймәләй эшен дөйәләй итеп күрһәтте, башҡаларҙыҡын хурланы. Уға йөкмәтелгән­де шым ғына үҙе башҡарып ултыр­ҙы. Шулай бер нисә ай дауам итте. Егет иһә бөтөнләй ролгә инеп китте. Фырт ҡына эш күрһәткән булып ҡыланды, алдынан алғанды оҫта файҙаланды.
Бер көн килеп тырышлыҡ емешен бир­ҙе. Директор хеҙмәткәрҙәрҙе йы­йып ал­ды. Мөнирә Сәғитйән ҡыҙы тантанаға йы­йынған кеүек хис итте үҙен. Бына-бына үрләйәсәк ул! Директор ҙа уға һынамсыл ҡарап ҡуйҙы түгелме?
Бөтәһен дә күҙҙән үткәргәс, хужа һүҙ башланы:
– Хөрмәтле хеҙмәттәштәр! Күптән инде урын­баҫар урынына кеше кәрәк. Күҙәтеп йөрөп, оҙаҡ уйланғандан һуң, был вазифаға... Айрат Килде­ғошов­ты тәғәйенләйем. Бик лайыҡлы кандидатура, эйеме, Мөнирә Сәғитйәновна?
Үҙен урынбаҫар итеп күргән бүлек начальнигы, ҡаҙаҡланғандай, урынында ҡатты ла ҡалды. Һемәйттеләр түгелме һуң? Бына һиңә теләктәшлек күрһәтеү!


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә