Ҡапыл ғына директор урынбаҫары урыны бушағас, бүлек начальнигы Мөнирә Сәғитйән ҡыҙының ҡыуанысының сиге булманы. Был вазифаның мәшәҡәте күп, әммә мәртәбәһе лә ҙур. Айырыуса хеҙмәт хаҡы елле генә. Ә бөгөнгө заманда һимеҙ ҡалъя ымһындыра шул.
Ойошмала унан башҡа урынбаҫар булырлыҡ кеше юҡ шикелле. Мөнирә Сәғитйән ҡыҙы уйынан ғына бүлегендәге хеҙмәткәрҙәрҙе барлап сыҡты. Тәжрибәһеҙ егет Айратты иҫәпкә алмағанда, гел йыйын ҡатын-ҡыҙ. Бисә-сәсәне ене һөймәй: ай һайын яңы кейем һатып алып, сәс-мәсен модалы итеп киҫтереп, гөлдәй балҡып йөрөйҙәр. Нисек аҡса еткерәләрҙер суҡынсыҡтар, бына уның хеҙмәт хаҡы ашау-эсеүҙән артмай. Шул ҡул аҫтындағыларға ҡарап, һаулығы ҡаҡшаны хатта. Табипҡа барғайны, уныһы психолог сүрәтенә кереп: “Һеҙгә лә прическа яһатып, аҡтан-аҡ кейенеп йөрөргә кәрәк. Төҫтәр терапияһы ярҙам итер”, – тине. Күңелде ҡорт кимергәндә сағыу кейем дә ҡыуаныс килтермәй икән ул. Йәмрәйгән йөҙ менән аҡ костюмда ултырыу бигерәк көлкө күренә – бер-ике көндән сисеп ырғытты уны.
Ә уны урынбаҫар итеп алғас, бүлекте кем етәкләр һуң? Йәнен көйҙөргән теге ҡыҙ-ҡырҡындың береһеме? Юҡ инде, булмаҫ, юл ҡуймаҫ быға! Ҡатындың уйы әлеге лә баяғы берҙән-бер егет йоратына барып тоташты: “Айратты тәҡдим иткәндә? Йәш булһа ни, әҙерләр, ярҙам итер, теләктәшлек күрһәтер. Бары анау ҡатын-ҡыҙға аяҡ салырға!” Ләкин хужа мәсьәләне һаман күтәрмәгәс, был турала асыҡтан-асыҡ әйтергә ҡыйманы. Шулай ҙа нигеҙ әҙерләй торорға кәрәк. Мәҫәлән, “һәләтле, тырыш егет, мотлаҡ үҫтерергә ине”, тип маҡтаһа инде. Башҡарған эштәрен хуплап тороп, ярҙам да итеп ебәрһә тағы. Бер аҙҙан директор ҙа үҙенән-үҙе Айрат бүлек начальнигы булырлыҡ тигән фекергә килер, моғайын.
Мөнирә Сәғитйән ҡыҙы был бурысҡа етди ҡараны. Айраттың бәләкәй генә уңышын ҡабартып, төймәләй эшен дөйәләй итеп күрһәтте, башҡаларҙыҡын хурланы. Уға йөкмәтелгәнде шым ғына үҙе башҡарып ултырҙы. Шулай бер нисә ай дауам итте. Егет иһә бөтөнләй ролгә инеп китте. Фырт ҡына эш күрһәткән булып ҡыланды, алдынан алғанды оҫта файҙаланды.
Бер көн килеп тырышлыҡ емешен бирҙе. Директор хеҙмәткәрҙәрҙе йыйып алды. Мөнирә Сәғитйән ҡыҙы тантанаға йыйынған кеүек хис итте үҙен. Бына-бына үрләйәсәк ул! Директор ҙа уға һынамсыл ҡарап ҡуйҙы түгелме?
Бөтәһен дә күҙҙән үткәргәс, хужа һүҙ башланы:
– Хөрмәтле хеҙмәттәштәр! Күптән инде урынбаҫар урынына кеше кәрәк. Күҙәтеп йөрөп, оҙаҡ уйланғандан һуң, был вазифаға... Айрат Килдеғошовты тәғәйенләйем. Бик лайыҡлы кандидатура, эйеме, Мөнирә Сәғитйәновна?
Үҙен урынбаҫар итеп күргән бүлек начальнигы, ҡаҙаҡланғандай, урынында ҡатты ла ҡалды. Һемәйттеләр түгелме һуң? Бына һиңә теләктәшлек күрһәтеү!