Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Закондар һаман камиллаша
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 27 сентябрҙә уҙасаҡ. Был турала Президиум кәңәшмәһендә хәл ителде. Шул уҡ көндө депутаттар пленар йыйылыштың көн тәртибен дә раҫланы — һәммәһе 30-ға яҡын мәсьәлә ҡараласаҡ. Әйтәйек, ултырыш сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһының инновацион үҫешен тәьмин итеү буйынса БР Хөкүмәте саралары тураһында” “хөкүмәт сәғәте” ойоштороу күҙаллана, 11 һорау айырым суд участкаларына мировой судьялар тәғәйенләүгә ҡағыла, ете закон проекты һуңғы уҡыуға тәҡдим ителде.

Президиум ултырышында билдә­лә­неүен­сә, закон проекттары депутаттар тарафынан раҫланһа, ошоғаса асыҡ ҡал­ған бик күп мәсьәләләр хәл ителәсәк. Айырыуса дәүләт мөлкәтен хосуси­лаш­тырыуға, ҡалалар төҙөү эшмәкәрлеген, торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡағыл­ған проекттар көн ҡаҙа­ғында ҡала. “Башҡортостан Респуб­ликаһында ауыл хужалығы тә­ғә­йен­ләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеү тура­һында” закон проекты ла һуңғы уҡыуға тәҡдим ителде. Проект раҫланһа, уң­дырышлы ерҙәрҙе дәүләт кимәлендә көйләү мөмкин буласаҡ. Яңылыҡ тәү сиратта ер биләүселәргә ҡағыла. Проектҡа ярашлы, биләмә хужаһы ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү буйынса технологик паспорт тултырырға тейеш. Нин­дәй эштәр башҡарған, уларҙың ва­ҡыты, ҡулланылған техника, иҡтисади күрһәт­кестәр — барыһы ла документҡа тер­кәлә. Артабан һәр яландың айырым паспорты буласаҡ. Унда ерҙең торошо тураһында тулы мәғлүмәт тупланасаҡ.
Депутаттар республиканың Экологик кодексы буйынса ла эште дауам ит­мәксе. Атап әйткәндә, төҙәтмәләр автотранспорт сараларын эксплу­атация­лауға ҡағыласаҡ.
Бынан тыш, пленар ултырышта Дәүләт Думаһына ебәреләсәк ике закон йыйылмаһы өйрәнеләсәк. Депутаттар Енәйәт кодексына төҙәтмә индерергә һәм бәлиғ булмағандарға спиртлы эсемлек һатыусыларға штраф күләмен арттырырға тәҡдим итә. Административ хоҡуҡ боҙоу осраҡтарында ла енәйәт­сене ҡатыраҡ язаға тарттырырға кәрәк тигән фекерҙә улар.



Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә