Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 27 сентябрҙә уҙасаҡ. Был турала Президиум кәңәшмәһендә хәл ителде. Шул уҡ көндө депутаттар пленар йыйылыштың көн тәртибен дә раҫланы — һәммәһе 30-ға яҡын мәсьәлә ҡараласаҡ. Әйтәйек, ултырыш сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһының инновацион үҫешен тәьмин итеү буйынса БР Хөкүмәте саралары тураһында” “хөкүмәт сәғәте” ойоштороу күҙаллана, 11 һорау айырым суд участкаларына мировой судьялар тәғәйенләүгә ҡағыла, ете закон проекты һуңғы уҡыуға тәҡдим ителде.
Президиум ултырышында билдәләнеүенсә, закон проекттары депутаттар тарафынан раҫланһа, ошоғаса асыҡ ҡалған бик күп мәсьәләләр хәл ителәсәк. Айырыуса дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыуға, ҡалалар төҙөү эшмәкәрлеген, торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡағылған проекттар көн ҡаҙағында ҡала. “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеү тураһында” закон проекты ла һуңғы уҡыуға тәҡдим ителде. Проект раҫланһа, уңдырышлы ерҙәрҙе дәүләт кимәлендә көйләү мөмкин буласаҡ. Яңылыҡ тәү сиратта ер биләүселәргә ҡағыла. Проектҡа ярашлы, биләмә хужаһы ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү буйынса технологик паспорт тултырырға тейеш. Ниндәй эштәр башҡарған, уларҙың ваҡыты, ҡулланылған техника, иҡтисади күрһәткестәр — барыһы ла документҡа теркәлә. Артабан һәр яландың айырым паспорты буласаҡ. Унда ерҙең торошо тураһында тулы мәғлүмәт тупланасаҡ.
Депутаттар республиканың Экологик кодексы буйынса ла эште дауам итмәксе. Атап әйткәндә, төҙәтмәләр автотранспорт сараларын эксплуатациялауға ҡағыласаҡ.
Бынан тыш, пленар ултырышта Дәүләт Думаһына ебәреләсәк ике закон йыйылмаһы өйрәнеләсәк. Депутаттар Енәйәт кодексына төҙәтмә индерергә һәм бәлиғ булмағандарға спиртлы эсемлек һатыусыларға штраф күләмен арттырырға тәҡдим итә. Административ хоҡуҡ боҙоу осраҡтарында ла енәйәтсене ҡатыраҡ язаға тарттырырға кәрәк тигән фекерҙә улар.