Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юҡмы ни һәйбәт егет?!
Юҡмы ни һәйбәт егет?!
“Мине берәй егет менән таныштыр әле”, – тип йөҙәтә утыҙҙы үткән бер һылыу. Хәйер, бындай үтенес һеҙгә лә яңылыҡ түгелдер. “Был донъяла һәйбәт егеттәр ҡалмаған” тигән “байраҡ” тотоп, ҡала урамынан ғорур атлай бирә замана ҡыҙҙары...


– Хәҙер йәштәр ҡала транспортында бар­ғанда тура ултырып түгел, көмөрәйеп шул телефон-маҙарҙарына текәлеп, үҙ донъяһында йөҙә. Эргә-тирәлә кеше юҡ кеүек уларға. Ә заманын­да, бынан 30 йыл самаһы элек, беҙ тап шул автобус, поездарҙа йәштәр менән үҙ-ара танышып, аралаша торғайныҡ, – ти бер таныш ханым.
Йәштәр, ғәҙәттә, ололарҙың өгөт-нәсихәтенә көлөп кенә ҡарай. Кәңәш бер ҡолаҡтан инһә, шунда уҡ икенсеһенән сығып та китә. Шулай ҙа беҙҙән күберәкте күргән, байтаҡ тормош юлы үткән ағай-апайҙарыбыҙҙың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар.
Өйләнмәгән егеттәр, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ­ҙар мәсьәләһе хаҡында бөгөн ҡысҡырып һөйлә­мә­һәләр ҙә, йәштәр араһында ул күптән та­­ныл­ған. Көнбайыш “тәғлимәттәре” йоғон­тоһо­на бирелеп, тормошто улар ҡушҡанса ҡорорға йыйынған ҡыҙҙар аҡ­буҙатын – ҡыйбатлы сит ил машина­һы­на, затлы һа­райын ҡала фатирына алыштырған әкиәт батырын көтөп арыны. Төҫкә-башҡа әллә ни күркәм булмаған, ябай ғына әхирәттәре әллә ҡасан уҡ ғаилә ҡороп, тупылдатып бала үҫтерә. Уларҙың мәшәҡәттәре лә икенсе, “уңма­ған” егеттәрҙең тулы булмаған бе­леме, ҡурсаҡ­ты­ҡына етмәгән һылыулығы хаҡын­да хыя­лый­ҙарса һөйләшеп ултырырға ваҡыттары ла юҡ.
Статистика һөҙөмтәләре буйынса 2013 йыл­да Башҡортостанда 35527 никах теркәлһә, 18250 айырылышыу осрағы ла рәсми ҡағыҙға ингән. 1990 йыл менән сағыш­тырғанда, айырылы­шыу­ҙар һаны ете меңгә артҡан, ә ҡоролған ғаиләләр ике меңгә кәмегән. Тимәк, уйланырға сәбәп бар.
Интернет, смартфон кеүек замана яңы­лыҡ­тары кешенең шәхси тормошона ла тәьҫир ит­мәй ҡалмай. Тап уларҙың йәш пар араһындағы низағ-талаш сығанағы булған осраҡтар ҙа бар. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан һәр дүртенсе кеше һөйгәненең бергә булғанда иғти­бары күберәк телефонда, саманан тыш “онлайн”­да ултырыуы­на зарлана. Телефон, Ин­тер­нет селтәре сит­тән ҡарағанда кешеләрҙе бер-береһенә яҡы­найтҡан кеүек күренһә лә, ысынында уларҙы рухи яҡтан алыҫайта ғына, тип һанай психологтар. Замана ҡо­ролмалары кешеләргә йәнле аралашыуҙан ғына түгел, үҙ-үҙҙәренән ҡасырға “ярҙам итә”. Яҙып ебәрелгән хәбәрҙә хис-той­ғоно йәшереп, ҡайһы ерендә алдап, ҡупшылап “һөйләп” була, сөнки ысын уй-фекерҙәрҙе, ҡа­рашты белдереү бик үк еңел түгел. Виртуаль хатлашыу – ул аралашыу өсөн булдырылған хәүефһеҙ һәм “буш” киңлек.
1990 йылда һәр меңенсе никахҡа 293 айырылышыу тап килһә, 2013 йылда был һан 514-кә менгән. Йәш ғаиләләрҙең айырылышыуына йо­ғонто яһаған сәбәптәр төрлө: тормошҡа ҡараш­тар­ҙың тап килмәүе, бер-береңде аңламау, их­тирам итмәү, спиртлы эсемлектәр, наркотиктар менән мауығыу, хыянат, аҡса етешмәү, йәш ғаилә мөнәсәбәттәренә ата-әсәләрҙең сикһеҙ ҡыҫылы­уы...
Баяғы ханымдың һүҙҙәренә әйләнеп ҡайтам.
– Замана ҡыҙҙары үҙен шул тиклем текә тота, хатта баҫалҡылыҡ, башҡорт ҡыҙ­ҙа­рына хас ғорурлыҡтан да уҙҙырып ебәрәләр, – ти ул. – Бай егеттәрҙең мөлкәтен саф мөхәббәткә алыштырып хата яһайҙар. Аҡсаға һатып алынған әй­бер күпмелер ваҡыттан һуң иҫкерә, уңа, ҡәҙере лә бөтә. Ә бит мөхәббәт, ихтирам, тоғролоҡ төшөнсәләре бер ҡасан да һүнмәй. Һөйөү ысын, изге хис булһа, ул көндән-көн нығый, тамырлана, үҫә генә, – тигән борсолоу ҡатыш кәңәшен еткерә алтынсы тиҫтәне ҡыуған апай.
“Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” ти­гән­дәй, өлкәндәрҙең ысын күңелдән әйтелгән кә­ңәштәрен генә түгел, ә тотош йәмғиәтебеҙҙе бор­соуға һалған мөһим мәсьәләне йәштәр күҙ уңында тотһон ине. Танышыу, аралашыу, ғаилә ҡороу төшөн­сәләре – тәбиғи, йәшәйеш талабы. Республикабыҙ ауылдары ҡайҙа барып һуғы­лырға белмәгән буйҙаҡ егеттәр менән шығырым тулы, ә ҡалала үҙ тиңдәрен таба алмаған ҡыҙ­ҙарыбыҙ яңғыҙлыҡтан зарыға. Тормош һынау­ҙа­ры алдында ҡаушамаған, үҙ көстәрен, бе­лем­дә­рен дөрөҫ ҡулланып, милләтебеҙ киләсәген хәстәр­ләү­се йәштәрҙең ышаныслы нигеҙле, татыу ғаи­лә ҡорасағына өмөтөбөҙ ҙур. Кәңәш – оло­лар­ҙан, ғәмәл – йәштәрҙән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә