“Мине берәй егет менән таныштыр әле”, – тип йөҙәтә утыҙҙы үткән бер һылыу. Хәйер, бындай үтенес һеҙгә лә яңылыҡ түгелдер. “Был донъяла һәйбәт егеттәр ҡалмаған” тигән “байраҡ” тотоп, ҡала урамынан ғорур атлай бирә замана ҡыҙҙары...
– Хәҙер йәштәр ҡала транспортында барғанда тура ултырып түгел, көмөрәйеп шул телефон-маҙарҙарына текәлеп, үҙ донъяһында йөҙә. Эргә-тирәлә кеше юҡ кеүек уларға. Ә заманында, бынан 30 йыл самаһы элек, беҙ тап шул автобус, поездарҙа йәштәр менән үҙ-ара танышып, аралаша торғайныҡ, – ти бер таныш ханым.
Йәштәр, ғәҙәттә, ололарҙың өгөт-нәсихәтенә көлөп кенә ҡарай. Кәңәш бер ҡолаҡтан инһә, шунда уҡ икенсеһенән сығып та китә. Шулай ҙа беҙҙән күберәкте күргән, байтаҡ тормош юлы үткән ағай-апайҙарыбыҙҙың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар.
Өйләнмәгән егеттәр, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар мәсьәләһе хаҡында бөгөн ҡысҡырып һөйләмәһәләр ҙә, йәштәр араһында ул күптән танылған. Көнбайыш “тәғлимәттәре” йоғонтоһона бирелеп, тормошто улар ҡушҡанса ҡорорға йыйынған ҡыҙҙар аҡбуҙатын – ҡыйбатлы сит ил машинаһына, затлы һарайын ҡала фатирына алыштырған әкиәт батырын көтөп арыны. Төҫкә-башҡа әллә ни күркәм булмаған, ябай ғына әхирәттәре әллә ҡасан уҡ ғаилә ҡороп, тупылдатып бала үҫтерә. Уларҙың мәшәҡәттәре лә икенсе, “уңмаған” егеттәрҙең тулы булмаған белеме, ҡурсаҡтыҡына етмәгән һылыулығы хаҡында хыялыйҙарса һөйләшеп ултырырға ваҡыттары ла юҡ.
Статистика һөҙөмтәләре буйынса 2013 йылда Башҡортостанда 35527 никах теркәлһә, 18250 айырылышыу осрағы ла рәсми ҡағыҙға ингән. 1990 йыл менән сағыштырғанда, айырылышыуҙар һаны ете меңгә артҡан, ә ҡоролған ғаиләләр ике меңгә кәмегән. Тимәк, уйланырға сәбәп бар.
Интернет, смартфон кеүек замана яңылыҡтары кешенең шәхси тормошона ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Тап уларҙың йәш пар араһындағы низағ-талаш сығанағы булған осраҡтар ҙа бар. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан һәр дүртенсе кеше һөйгәненең бергә булғанда иғтибары күберәк телефонда, саманан тыш “онлайн”да ултырыуына зарлана. Телефон, Интернет селтәре ситтән ҡарағанда кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтҡан кеүек күренһә лә, ысынында уларҙы рухи яҡтан алыҫайта ғына, тип һанай психологтар. Замана ҡоролмалары кешеләргә йәнле аралашыуҙан ғына түгел, үҙ-үҙҙәренән ҡасырға “ярҙам итә”. Яҙып ебәрелгән хәбәрҙә хис-тойғоно йәшереп, ҡайһы ерендә алдап, ҡупшылап “һөйләп” була, сөнки ысын уй-фекерҙәрҙе, ҡарашты белдереү бик үк еңел түгел. Виртуаль хатлашыу – ул аралашыу өсөн булдырылған хәүефһеҙ һәм “буш” киңлек.
1990 йылда һәр меңенсе никахҡа 293 айырылышыу тап килһә, 2013 йылда был һан 514-кә менгән. Йәш ғаиләләрҙең айырылышыуына йоғонто яһаған сәбәптәр төрлө: тормошҡа ҡараштарҙың тап килмәүе, бер-береңде аңламау, ихтирам итмәү, спиртлы эсемлектәр, наркотиктар менән мауығыу, хыянат, аҡса етешмәү, йәш ғаилә мөнәсәбәттәренә ата-әсәләрҙең сикһеҙ ҡыҫылыуы...
Баяғы ханымдың һүҙҙәренә әйләнеп ҡайтам.
– Замана ҡыҙҙары үҙен шул тиклем текә тота, хатта баҫалҡылыҡ, башҡорт ҡыҙҙарына хас ғорурлыҡтан да уҙҙырып ебәрәләр, – ти ул. – Бай егеттәрҙең мөлкәтен саф мөхәббәткә алыштырып хата яһайҙар. Аҡсаға һатып алынған әйбер күпмелер ваҡыттан һуң иҫкерә, уңа, ҡәҙере лә бөтә. Ә бит мөхәббәт, ихтирам, тоғролоҡ төшөнсәләре бер ҡасан да һүнмәй. Һөйөү ысын, изге хис булһа, ул көндән-көн нығый, тамырлана, үҫә генә, – тигән борсолоу ҡатыш кәңәшен еткерә алтынсы тиҫтәне ҡыуған апай.
“Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” тигәндәй, өлкәндәрҙең ысын күңелдән әйтелгән кәңәштәрен генә түгел, ә тотош йәмғиәтебеҙҙе борсоуға һалған мөһим мәсьәләне йәштәр күҙ уңында тотһон ине. Танышыу, аралашыу, ғаилә ҡороу төшөнсәләре – тәбиғи, йәшәйеш талабы. Республикабыҙ ауылдары ҡайҙа барып һуғылырға белмәгән буйҙаҡ егеттәр менән шығырым тулы, ә ҡалала үҙ тиңдәрен таба алмаған ҡыҙҙарыбыҙ яңғыҙлыҡтан зарыға. Тормош һынауҙары алдында ҡаушамаған, үҙ көстәрен, белемдәрен дөрөҫ ҡулланып, милләтебеҙ киләсәген хәстәрләүсе йәштәрҙең ышаныслы нигеҙле, татыу ғаилә ҡорасағына өмөтөбөҙ ҙур. Кәңәш – ололарҙан, ғәмәл – йәштәрҙән.