Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы автовокзал асылды
Яңы автовокзал асылды
Районыбыҙ үҙәге Асҡын йылдан-йыл күркәмләнә, ҙурая, төҙөкләндерелә. Яңынан-яңы йорттар, магазиндар, сауҙа комплекстары сафҡа инә. Күптән түгел тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, тағы ла бер заманса ике ҡатлы ҙур бина — “Парус” сауҙа-сервис комплексы ҡалҡып сыҡты. Ошонда уҡ халыҡ күптән көткән автовокзал асылды.

— Заман талаптарына яуап биргән, өҫтәүенә ҡунаҡханаһы ла булған автовокзал төҙөү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Ниһайәт, урындағы хакимиәт етәкселеге һәм шәхси эшҡыуар Марат Шакировтың тырышлығы менән проблема ыңғай хәл ителде. Бында төбәк-ара, ҡала-ара, район эсендә йөрөгән автобустар туҡталыш яһаясаҡ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Бөрө автовокзалының төньяҡ райондары буйынса начальнигы Андрей Мишенькин.
Районыбыҙҙың йөҙөн билдәләйәсәк бина бер йыл эсендә ҡалҡып сыҡты. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҙур эш башҡарылған. Бөтәһе лә зауыҡ һәм оҫталыҡ менән атҡарылған. Автовокзалда пассажирҙар өсөн йылы, яҡты көтөү залы бар. Кәрәк икән, телевизор ҡарарға ла мөмкин. Автобустар маршруты тураһында мәғлүмәт стендтарға яҙып эленгән. Белешмәне компьютер аша ла алырға була. Пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү урыны бик уңайлы. Автовокзал янында ғына кафе, универсам урынлашҡан.
Яңы автовокзал асылдыҠунаҡхана ла заман талаптарына яуап бирә. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ике бүлмә ҡаралған. Яҡшы йыһаз, кондиционер, телевизор — барыһы ла пассажирҙар өсөн. Ә кафела өлкән ашнаҡсы Римма Хамматова етәкселегендә оҫта ҡуллы хеҙмәткәрҙәр тәмле ризыҡтар менән һыйлай.
Автовокзалды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фларит Усманов, баш ҡаланан мәртәбәле ҡунаҡтар — Баш­ҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡорол­тай депутаты Фәнил Тайыпов һәм башҡалар ҡатнашты.
— Асҡындар күп йылдар уңайһыҙ шарттарға күнеп йөрөргә мәжбүр булды. Бигерәк тә көҙ, ҡыш айҙарында пассажирҙар ҡыйынлыҡ кисерҙе. Шуға ла район хакимиәте заманса талаптарға яуап бирерлек автовокзал төҙөү өсөн Асҡын ауылы үҙәгендәге ер участкаһын һатыуға ҡуйҙы, — тине үҙенең сығышында Фларит Фоат улы. — Конкурс нигеҙендә эшҡыуар Марат Фәүғәт улы еңеп сыҡты. Бина уның тырышлығы менән төҙөлдө. Иң мөһиме – халыҡҡа уңайлы булһын өсөн барыһы ла иҫәпкә алынған. Автовокзал кафе, ҡунаҡхана, универсам менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Социаль объекттар халыҡ теләп йөрөр урынға әйләнер, һәм улар асҡындарҙы, районыбыҙ ҡунаҡтарын оҙаҡ йылдар ҡыуандырыр, тип ышанам.


Автор: Наилә ИМАЕВА. Район: Асҡын районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә