Районыбыҙ үҙәге Асҡын йылдан-йыл күркәмләнә, ҙурая, төҙөкләндерелә. Яңынан-яңы йорттар, магазиндар, сауҙа комплекстары сафҡа инә. Күптән түгел тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, тағы ла бер заманса ике ҡатлы ҙур бина — “Парус” сауҙа-сервис комплексы ҡалҡып сыҡты. Ошонда уҡ халыҡ күптән көткән автовокзал асылды.
— Заман талаптарына яуап биргән, өҫтәүенә ҡунаҡханаһы ла булған автовокзал төҙөү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Ниһайәт, урындағы хакимиәт етәкселеге һәм шәхси эшҡыуар Марат Шакировтың тырышлығы менән проблема ыңғай хәл ителде. Бында төбәк-ара, ҡала-ара, район эсендә йөрөгән автобустар туҡталыш яһаясаҡ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Бөрө автовокзалының төньяҡ райондары буйынса начальнигы Андрей Мишенькин.
Районыбыҙҙың йөҙөн билдәләйәсәк бина бер йыл эсендә ҡалҡып сыҡты. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҙур эш башҡарылған. Бөтәһе лә зауыҡ һәм оҫталыҡ менән атҡарылған. Автовокзалда пассажирҙар өсөн йылы, яҡты көтөү залы бар. Кәрәк икән, телевизор ҡарарға ла мөмкин. Автобустар маршруты тураһында мәғлүмәт стендтарға яҙып эленгән. Белешмәне компьютер аша ла алырға була. Пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү урыны бик уңайлы. Автовокзал янында ғына кафе, универсам урынлашҡан.
Ҡунаҡхана ла заман талаптарына яуап бирә. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ике бүлмә ҡаралған. Яҡшы йыһаз, кондиционер, телевизор — барыһы ла пассажирҙар өсөн. Ә кафела өлкән ашнаҡсы Римма Хамматова етәкселегендә оҫта ҡуллы хеҙмәткәрҙәр тәмле ризыҡтар менән һыйлай.
Автовокзалды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фларит Усманов, баш ҡаланан мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Фәнил Тайыпов һәм башҡалар ҡатнашты.
— Асҡындар күп йылдар уңайһыҙ шарттарға күнеп йөрөргә мәжбүр булды. Бигерәк тә көҙ, ҡыш айҙарында пассажирҙар ҡыйынлыҡ кисерҙе. Шуға ла район хакимиәте заманса талаптарға яуап бирерлек автовокзал төҙөү өсөн Асҡын ауылы үҙәгендәге ер участкаһын һатыуға ҡуйҙы, — тине үҙенең сығышында Фларит Фоат улы. — Конкурс нигеҙендә эшҡыуар Марат Фәүғәт улы еңеп сыҡты. Бина уның тырышлығы менән төҙөлдө. Иң мөһиме – халыҡҡа уңайлы булһын өсөн барыһы ла иҫәпкә алынған. Автовокзал кафе, ҡунаҡхана, универсам менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Социаль объекттар халыҡ теләп йөрөр урынға әйләнер, һәм улар асҡындарҙы, районыбыҙ ҡунаҡтарын оҙаҡ йылдар ҡыуандырыр, тип ышанам.