Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге йола, матур ғәҙәт – ағинәйҙәр аманаты
Изге йола, матур ғәҙәт – ағинәйҙәр аманаты
Элек-электән тормошобоҙҙа ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән дә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ: өләсәйҙәр кәңәше, олатай тәрбиәһе, сәсән һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәте һәр урында әйтелер, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыныр булған. Йәштәр ил инәләре һәм аҡһаҡалдары шелтәһен алыуҙан оялған.

Бөгөн, пионер, комсомол, партия кеүек ойош­малар юҡ саҡта, киләсәк быуын тап уларҙың аҡыллы һүҙенә, кәңәшенә мохтаж. Өлкән йәштәгеләрҙең өлгөһө һәм тәрбиәһе аша йәштәребеҙ күңеленә иманлылыҡ, мәрхәмәт­лек, изгелек, яҡшылыҡ кеүек сифаттарҙы һа­лыу, халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттә­ре­нә һөйөү тәрбиәләү, онотола барған шөғөл-кә­септәребеҙҙе тергеҙеү маҡсатында респуб­ли­каның һәр районында һәм ауылында ағинәйҙәр хәрәкәте йәйелдерелә. Әйткәндәй, бындай ҡорҙо ойоштороу Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ғаилә, әсә­лек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия­һының эш планына төп пункт итеп индерелгән.
Әбйәлил районында үткән ағинәйҙәр кон­ференцияһында рес­публиканың 12 районынан килгән делегаттың ҡатнашыуы был хәрәкәттең йылдам үҫеш алыуын күрһәтә. Мәртәбәле сарала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостан Республи­каһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Башҡорт­остан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, ошо ҡорҙоң етәксеһе, “Киске Өфө” гә­зитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Әбйәлил райо­нының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты, шағирә, драматург, композитор Зөһрә Фәйзуллина һәм башҡалар ҡатнашты.
Рухи хазиналар тергеҙелә

Изге йола, матур ғәҙәт – ағинәйҙәр аманатыӘбйәлилдәр был юлы ла үҙҙәренең мәҙәни кимәленә тап төшөрмәне: ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршыланы, ҡул эштәре менән барыһын хайран итте, тула баҫыу йолаһын күрһәтеп, онотола барған бер кәсепте йәнә ҡайтанан тергеҙҙе.
Күҙҙең яуын алырлыҡ береһенән-береһе матурыраҡ, нурлыраҡ ҡорамалар, балаҫтар, төрлө түшәк-юрғандар, намаҙлыҡ, яҫтыҡ, мәр­йен-сәйләндәрҙән яһалған ҡашмау, һаҡал, селтәрҙәр – барыһы ла Амангилде ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре. “Сәсмәүер” фольклор ансамбленең сығышы иһә үҙе бер оло тамашаға тиң!

Быуаттарҙы ялғай
балаҫ ебе


Изге йола, матур ғәҙәт – ағинәйҙәр аманатыТөрлө биҙәктәргә мансылған балаҫтар күргәҙмәһе менән яҡыныраҡ танышырға булдым, сөнки бәләкәй саҡтан был шөғөл миңә үтә яҡын. Маһира өләсәйемдең һуҡҡан балаҫтары һанының осона сығырлыҡ түгел. Әле лә уның иҫтәлеге булып һәр беребеҙҙә (өс апайымда ла) уның ошо ҡул эштәре һаҡлана.
Амангилде ауылының иң оҫта балаҫ һу­ғыусыһы Сәлиха Ғәлимованың ҡабатланмаҫ биҙәктәр менән эшләнгән аллы-гөллө аҫалы балаҫтарына ҡарап, өләсәйҙәребеҙҙең быуындан-быуынға күсә килгән оҫталығына хайран ҡалаһың. Ошо шөғөлдө үҙ итеп, йылдар үтеү менән уны ҡайтанан тергеҙеп, заман талабына тура килгән зауығы менән юғары сәнғәт өлгөһө дәрәжәһенә еткереүселәргә һоҡлана­һың. Шуныһы йәл: бөгөн балаҫтар элекке кеүек һарыҡ йөнөнән һуғылмай, магазиндарҙа һа­тыл­ған әҙер йөн бәйләмдәренән эшләнә. Сәбәбе: һатыуҙа элекке кеүек махсус буяуҙар юҡ.
Сәлиха Ғирфан ҡыҙына һуғыу станогы әсәһе Фәнзифә инәйҙән ҡомартҡы булып ҡалған. Ғәзиз кешеһенең үҙ ҡулы менән һуҡҡан балаҫты ҡәҙерләп һаҡлай ул.
— Бигерәк тә үҙебеҙҙең ырыу тамғаларына хас булған биҙәктәр һалырға тырышам, — ти ул. — Әгәр заказ буйынса эшләргә тура килһә, ниндәй биҙәк менән семәрләргә теләүҙәрен һорайым. Бер балаҫты яҡынса ай самаһы эшләргә мөмкин, уны 6-7 мең һумға һатам.
Ысынлап та, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү рухи байлыҡ ҡына түгел, ниндәйҙер кимәлдә ғаилә килемен аҙ ғына булһа ла тулыландыра икән, оҫта ҡуллы хужабикәләргә был шөғөлгә ниңә ныҡлап тотонмаҫҡа?! Ул сағында ир-аттарыбыҙ һуғыу станоктары ла эшләр ине. Иң мөһиме — матур башланғыс бар, уны артабан дауам итергә генә кәрәк.

Селтәрҙәре, ҡашмауҙары – мәрйендән

Изге йола, матур ғәҙәт – ағинәйҙәр аманатыБашҡа яҡтарҙа нисектер, әммә Әбйәлилдә һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙенең шәхси селтәре, ҡаш­мауы, һаҡалы барҙыр, тим, сөнки был та­раф­тарҙа элек-электән ҡатын-ҡыҙ биҙәүестә­ренә ҡарата ниндәйҙер бер йылылыҡ һаҡлана, уны ҡәҙерләү, булдырыу ихтыяжы йәшәй. Күп кенә өләсәйҙәр ҡыҙҙарына, килендәренә генә түгел, хатта ейәнсәрҙәренә селтәр, ҡашмау яһап бүләк итә. Был төбәктә биҙәүестәр әҙерләү борондан килә, шуға күрә ул быуындар аманаты кеүек ҡабул ителә. Райондың бөтә ауылдарында ла бындай шөғөлдө үҙ итеүселәрҙе осратырға мөмкин. Күргәҙмәлә бер ауылдан ғына әллә күпме оҫтаның ҡатнашыуы был һүҙҙәрҙең хаҡлығын дәлилләй.
Зәкиә Кинйәбулатова һәм Фәүҡинур Сафи­наның ҡул эштәрен һораусылар күп ине. “Ал­лаға шөкөр, заказ биреүселәр байтаҡ. Бигерәк тә йәштәр араһында милли биҙәүес­тәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу артыуы ҡыуандыра”, — ти Амангилде ҡатын-ҡыҙҙары.
Әйткәндәй, был тарафтарҙа халҡыбыҙҙың онотола барған тағы бер шөғөлө һаҡланған. Кәзә дебетенән һуғылған шәлдәрҙе хәҙер ба­ҙар­ҙа бик һирәк осратырға мөмкин. Үҙе ашъяулыҡтай ҙур, йылы, ябынған һайын матурая ғына барған һуҡма шәлде күргәҙмәлә һатып алыусылар ҙа табылды.

Һеҙҙә тула баҫалармы?
Әбйәлилдә баҫалар!


Күргәҙмәгә ҡуйылған эштәр араһында биге­рәк тә Ғәшүрә Әбүбәкерованың әйберҙәре барыһын да хайран ҡалдырҙы. Оҫта ҡуллы инәй ҡасандыр әсәһенән отоп алған, бөгөн онотола төшкән шөғөлдө ҡабаттан тергеҙгән: туланан боронғо яугир кейемен, сарыҡ, сәкмән кеүек әйберҙәр теккән.
Ағинәйҙәр ҡорҙа ҡатнашыусыларға тула баҫыу йолаһын күрһәтте. Билдәле булыуынса, туланы яңғыҙ баҫып булмай, уны борон өмә менән башҡарғандар. Элек башҡорттар тула кейем кейгән, был бигерәк тә яу йөрөгәндә отош­ло һаналған, сөнки ул һыуыҡтан ныҡ һаҡлаһа, йылы көндә тирләтмәгән.
Бер яҡта инәйҙәр йөн тетһә, икенселәре уны иләй. Туланы ҡаҙанда ҡайнатып алғас, аҙаҡ урындыҡҡа һалып (ныҡ булһын өсөн) тәгәрәтәләр. Артабан элеп, ныҡ итеп туҡмайҙар. Барыһын да шартына килтереп, эште йола буйынса башҡарҙы амангилделәр. Ул арала йыр-моңдо ла онотманылар: таҡмаҡтар әйтеп, туланан тегелгән яугир кейемен Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙына кейҙереп, бейетеп тә алдылар.

Ағинәйҙәр һүҙе —
аҡылдың үҙе

Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ишморат Әминев мөһим сараны асып, ағинәйҙәр ҡоронда ҡатнашыусыларҙы тәбрик­ләне. Ул сығышында ҡасандыр Әбйәлил ерлегендә барлыҡҡа килгән “Һаумыһығыҙ, ауыл­даштар!”, “Айыҡ ауыл” кеүек сараларҙың бөгөн бөтә республикаға таралыуында ағи­нәй­ҙәрҙең тырышлығын айырым билдәләне. Күп район­дар­ҙа аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр хәрәкәте саҡ тергеҙелһә, Әбйәлилдә ул күптән эшләй. Тик бын­да сәсәниәләрҙе генә “ағинәйҙәр” тип йөрө­тәләр. Сәсәнлек мәктәбе менән дан тотҡан Хәнифә Әбүбәкерова ме­нән Вәсилә Садиҡова үҙҙәрен борсоған мәсьәлә­ләр­ҙе шиғри юлдарға һалып, халыҡ араһында өгөт-нәсихәттәре менән тәрбиәүи эш алып бара.
Райондың ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Роза Та­һи­рова үҙҙәре башҡарған эштәргә бер аҙ туҡ­тал­ды. Уның әйтеүенсә, бөгөн һәр ауыл билә­мә­һендә бындай ҡор уңышлы эшләй, етәкселәре һай­лан­ған, хатта күптәренә ауыл хакимиәте тара­фы­нан айырым бүлмә бирелгән. Бигерәк тә Ас­­ҡар (етәксеһе Сафия Мансурова), Амангилде (Ләлә Ғүмәрова), Хәлил (Сәүҙә Ғәбитова), Ҡу­жан (Фәй­рүзә Кәримова), Әлмө­хәмәт (Мәҙинә Ғүмәрова) ойошмаларының яҡшы эше билдәләнде.
Конференцияла шулай уҡ Баймаҡ, Белорет райондары һәм Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре үҙ­ҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бай­маҡ районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рә­йесе Луиза Ҡаһарманованың сығышы биге­рәк фәһемле булды.
— Быйыл беҙ “Иң яҡшы ағинәй”ҙе билдәлә­нек. Ағинәй башына аҡ яулыҡ ябынып, милли кейем кейеп, уйнап-бейеп йөрөүсе генә түгел. Ул ауылдың иң абруйлы кешеһе булырға, һүҙе халыҡҡа үтемле, ғаиләһе башҡаларға өлгө булырлыҡ, үҙен һәр кем ихтирам итергә тейеш. Шул сифаттарға эйә булғандарҙы ғына ағинәйҙәр сафына алабыҙ. “Мин иманлы, дин тотам”, тип яулыҡ бөркәнеп, уны бер нисә аҙнанан сисеп ташлағандар ағинәй булырға хаҡлы түгел. Уның күңеле аҡ, үҙе сабырлыҡ һәм күндәмлек өлгөһө булырға тейеш, — тине ул. Уның фекерен райондың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Хөрмә Биктимерова ла ҡеүәтләне.
Күптәр ағинәйҙәрҙе оло йәштә булырға те­йеш тип уйлап яңылыша. Улар араһында йәштәр ҙә юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе — Белорет районының Үткәл ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Айһылыу Йомағужина. Фельдшер булып эшләүсе ханым, ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын бергә туплап, ағинәйҙәр хәрәкәтен башлап ебәргән.
Конференцияла ҡатнашҡан Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, шағирә Гүзәл Ситдиҡова, Гөлфиә Янбаева һәм башҡаларҙың сығыштарын да һәр кем диҡҡәт менән тыңланы. Сәлиә Мырҙабаева, ағинәйҙәр ойошмаһына федераль һәм республика социаль программаларында төрлө проекттар менән ҡатнашып, гранттар отоу мөмкинлеге хаҡында ла уйларға кәңәш бирҙе. Ысынлап та, ниндәй генә эштәр башҡармай бөгөн ағинәйҙәр?! Онотола барған йолаларҙы тергеҙеү, эскелеккә ҡаршы саралар булһынмы, буйҙаҡтар менән тәрбиәүи эшме, уларҙы таныштырыу йәки тарҡалыу сигенә ба­рып еткән ғаиләләрҙе һаҡлап алып ҡалыумы... Һәммәһенә ла өлгөрә улар.
Депутат әбйәлилдәрҙең эшен юғары баһа­лап, уларҙың тәжрибәһен республикала тара­тыу кәрәклеген билдәләне һәм иң әүҙем эш­ләгән өс ағинәйҙәр ойошмаһына компьютерҙар бүләк итәсәген белдерҙе.
Конференция барышында кемдеңдер көлөп: “Бөтә сараларға пенсионерҙарҙы ҡушалар, бушҡа эшләүсе кешеләрҙе табып алдылар”, — тип әйткәнен ишетеп ҡалдым. Ә, минеңсә, һү­неп барған ауыл тормошона тап ошондай тын­ғыһыҙ ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡот килтерә, ҡа­сан­дыр барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултыра, йәш быуынға өлгө күрһәтеп, уларҙы үҙ артынан эйәртә ала.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872