Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡарамалы” алға ҡарап йәшәй
“Ҡарамалы” алға ҡарап йәшәй
Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығына юл тоттоҡ. Урман-ҡырҙар алтынға мансылған күңелле мәл. Ҡайҙалыр яландар бушап ҡалған, ә икенсе урында баҫыуҙар һабантуйҙы хәтерләтә. Ниһайәт, Рә йылғаһына ла килеп еттек. Тимәк, беҙ – Йәрмәкәй районында.

Райондың ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Салауат Миңнул­лин­дан ураҡ барышы, ҡышҡа әҙерлек тураһында һора­шабыҙ.
– Көндәрҙең аяҙ тороуы беҙҙең өсөн тик яҡшыға ғына, – ти Салауат Мөҡәд­дәс улы. – Иген культураларын юғалтыуһыҙ йыйып, бураларға ташыуға һәр кем намыҫ менән ҡарай. Шул уҡ ваҡытта кукурузды силосҡа сабыу, һалам өйөү ҙә планға ярашлы бара. Ошо көндәрҙә сөгөлдөр ҡаҙыуға тотондоҡ.
Баш агроном менән Ырым­бур өлкәһенә терәлеп ятҡан Түбәнге Ҡарамалы ауылына юл тоттоҡ. Ыҡ йылғаһы сик ролен үтәй. Нәҡ ошо урында беҙҙе уйсан, етди ҡарашлы бер ағай ҡаршы алды – райондағы ал­дынғы “Ҡарамалы” хужа­лығының етәксеһе икән.
“Ҡарамалы” алға ҡарап йәшәй– Ергә мөмкин тиклем һаҡ­сыл ҡараш булдырырға тырышабыҙ, – тип башланы һүҙен рәйес Фәнил Шәйҙул­лин. – Ер эшкәртеү тех­но­ло­гияһы боҙолдо икән, тимәк, һин күпте юғалттың тигән һүҙ. Ә уны яңынан терге­ҙеүгә бихисап көс һәм ваҡыт талап ителә.
Хужалыҡ йыл да 1800 гектар тирәһе майҙанға иген культуралары сәсә, күләмде кәметмәй. Бөгөн бойҙайҙың гектар ҡеүәте 22 центнер тәшкил итә икән, был күрһәткескә һөйөнөргә генә кәрәк. Иге-сиге күренмәгән баҫыуға һоҡланыуымды кү­реп, Фә­нил Мөзаһит улы һүҙен дауам итте:
“Ҡарамалы” алға ҡарап йәшәй– Автопаркты даими яңыр­­тып тороу ҙа мул уңыш­ҡа булышлыҡ итә. Әй­тә­йек, ике-өс йыл арауығында ғына 10 миллион һумлыҡ техника һатып алдыҡ. Ике “Т-150”, “Беларусь” тракторы, йәнә “Нива” комбайны, шулай уҡ бер нисә тағылма ҡоролма. Был эште киләсәктә лә дауам итәсәк­беҙ.
Кәйефтәрен белеү маҡса­тында егеттәр янына ашыҡ­тыҡ. Илфат Кашапов бел­де­реүенсә, тәпәй баҫҡан ерҙән дә ғәзиз урын юҡ, бүтән яҡҡа китеп эш­ләүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.
“Ҡарамалы” алға ҡарап йәшәйУның һүҙҙәренә Вилдан Насибуллин ҡушыл­ды:
– Эш хаҡы ваҡытында би­релә, беҙҙең өсөн иң мө­һиме ошо. Хатта дәртлән­дереү саралары ла ҡа­рал­ған. Ауыл­дың арта­банғы киләсәге ху­жалыҡтың эшмәкәрлеге ме­нән туранан-тура бәйлән­гән.
Ғөмүмән, “Ҡарамалы” йәм­­ғиәте етәкселеге алға ҡарап йәшәй. Машина-трактор оҫтаханаһы билә­м­ә­һен­дә иген һаҡлау өсөн тәғә­йен­ләнгән бынамын тигән келәттәре бар. Әммә рәйес бының менән генә сикләнергә уйламай.
Фәнил Шәйҙуллин хеҙмәт­кәрҙәре тураһында ла тик йылы һүҙҙәр әйтте – Ринат Мәзитов, Илсур Ға­тауллин, Олег Ванюшин һәм башҡа механизаторҙарҙы маҡтап телгә алды.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә