Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ярлыҡап еренән йәм алып
Көҙ яҡынлашып килгән сыуаҡ мәлдә Әбйәлил районындағы Ярлыҡап ауылында ике ваҡиғаны берләштергән матур сара уҙҙы.


Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был бәлә­кәй генә ауыл – халыҡ, республика алдында төрлө өлкәләр буйынса ҙур хеҙмәт күрһәткән быуындарҙы үҫтереп сығарған ырыҫлы төйәк. Шундайҙарҙың береһе – Фәтхетдиновтар нәҫеле – байрамда үҙҙә­ренең ете быуын шәжәрәһе, Ярлыҡап тарихы менән таныштырҙы. Барлыҡ туғандарҙы, ағай-энене йый­ған сарала нәҫелдең иң йәш сабыйына һәм иң олоһо Нәзифә Илһамоваға үҙенсәлекле бүләктәр тапшырылды. Һөйөнөс, тәбрикләү һүҙҙәрен еткер­гәндә ауыл Советы депутаты Айрат Әминев:
– Был ҡыуаныслы ваҡиға, шәжәрә байрамы ауылыбыҙҙа беренсе тапҡыр уҙғарыла. Киләсәктә лә ошондай милли рухлы байрамдар дауам ҡылһын, – тигән теләген белдерҙе.
– Фәтхетдиновтар – ғәжәп татыу, иманлы, өлгөлө, ауыл ғорурлығы булырҙай ғаилә, – тип һүҙҙе дауам итте Әбйәлил районының Асҡар ауыл Советы депутаты Иршат Малыбаев.
Матур, мөһим сараны ойоштороуҙа тарихи мәғлү­мәттәр менән ярҙам иткән Нәғимә Илһамова, матди яҡтан ҡул һуҙған Рәил Фәтхетдинов оло рәхмәткә лайыҡ.
Икенсе иҫтәлекле ваҡиға оҙаҡ йылдар Магнитогорск ҡалаһында эшләгән шиғри күңелле Сәфинә Хәкимованың “Урал ынйылары” йыйынтығына арналған ижади кисә булды. Уның сикһеҙ шатлығын уртаҡлашырға тип райондың “Йәйғор” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Хәҙис Ниғмәтуллин менән ағзаһы Айһылыу Хәсәнова килде. Улар шағирәне ихлас ҡотлап, яңы ижади үрҙәр теләне. Уҡыусы балалар, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур тырышлыҡ һалынғаны күренде был кисәлә.
Байрам һуңында ҡәҙерле ҡунаҡтар йәмле Ҡыҙыл йылғаһы буйына оло табынға, ашҡа саҡырылды, саф һауала аралашып ял итте.




Автор: Ф. МӘҒӘСҮМОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә