Көҙ яҡынлашып килгән сыуаҡ мәлдә Әбйәлил районындағы Ярлыҡап ауылында ике ваҡиғаны берләштергән матур сара уҙҙы.
Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был бәләкәй генә ауыл – халыҡ, республика алдында төрлө өлкәләр буйынса ҙур хеҙмәт күрһәткән быуындарҙы үҫтереп сығарған ырыҫлы төйәк. Шундайҙарҙың береһе – Фәтхетдиновтар нәҫеле – байрамда үҙҙәренең ете быуын шәжәрәһе, Ярлыҡап тарихы менән таныштырҙы. Барлыҡ туғандарҙы, ағай-энене йыйған сарала нәҫелдең иң йәш сабыйына һәм иң олоһо Нәзифә Илһамоваға үҙенсәлекле бүләктәр тапшырылды. Һөйөнөс, тәбрикләү һүҙҙәрен еткергәндә ауыл Советы депутаты Айрат Әминев:
– Был ҡыуаныслы ваҡиға, шәжәрә байрамы ауылыбыҙҙа беренсе тапҡыр уҙғарыла. Киләсәктә лә ошондай милли рухлы байрамдар дауам ҡылһын, – тигән теләген белдерҙе.
– Фәтхетдиновтар – ғәжәп татыу, иманлы, өлгөлө, ауыл ғорурлығы булырҙай ғаилә, – тип һүҙҙе дауам итте Әбйәлил районының Асҡар ауыл Советы депутаты Иршат Малыбаев.
Матур, мөһим сараны ойоштороуҙа тарихи мәғлүмәттәр менән ярҙам иткән Нәғимә Илһамова, матди яҡтан ҡул һуҙған Рәил Фәтхетдинов оло рәхмәткә лайыҡ.
Икенсе иҫтәлекле ваҡиға оҙаҡ йылдар Магнитогорск ҡалаһында эшләгән шиғри күңелле Сәфинә Хәкимованың “Урал ынйылары” йыйынтығына арналған ижади кисә булды. Уның сикһеҙ шатлығын уртаҡлашырға тип райондың “Йәйғор” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Хәҙис Ниғмәтуллин менән ағзаһы Айһылыу Хәсәнова килде. Улар шағирәне ихлас ҡотлап, яңы ижади үрҙәр теләне. Уҡыусы балалар, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур тырышлыҡ һалынғаны күренде был кисәлә.
Байрам һуңында ҡәҙерле ҡунаҡтар йәмле Ҡыҙыл йылғаһы буйына оло табынға, ашҡа саҡырылды, саф һауала аралашып ял итте.